Театрҙың алыштырғыһыҙ Шәүрәкәйе ул Гөлсәсәк Шәрипова. З4 йыл ғүмерен ошо театрға бағышлаған моңло актриса тормошта йырҙан айырылмай. Тамашасыларға ла ул уйнаған ролдәре кеүек үк, бай йөкмәткеле йырҙары менән дә таныулы. Мөхәммәт Буранғоловтың “Шәүрәкәй” спектаклен ҡуйырға ынтылғас, был ролгә тап килерлек, моңло тауышлы актриса табыу мәсьәләһе килеп тыуа.”Шәүрә” халыҡ йырын башҡарырлыҡ киң диапазонлы тауышҡа эйә ҡыҙ эҙләй башлайҙар. Ролгә конкурс иғлан итәләр, матур тауышлы йырсылар бөтә Башҡортостанда етерлек, әлбиттә, әммә улар Салауат театрына килеп эшләп йөрөй буламы һуң инде... Нәҡ ошо яуаплы осорҙа Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы — лирик жанрҙағы йырлаусы, халыҡсан сағыу калоритлы, ярылып ятҡан мелодраматик темпераментлы артист был спектаклде ҡотҡарыусы була ла инде. Махсус белеме бар, сәхнә мәҙәниәте бар, әммә актерлыҡ оҫталығы етешмәй икәнлеге асыҡланғас, ул арымай-талмай үҙе өҫтөндә эшләй башлай. Уның күҙәтеүсәнлеге, яңылыҡты өйрәнергә теләге ҙур булыуы һәр саҡ ярҙам итә. Вәзих Кашаф улына бик рәхмәтле ул, актерлыҡ һөнәренә өйрәтеүсе көслө уҡытыусыһы итеп һанай уны.
Шәүрәкәй роленән тыш, «Башмағым» спектакленән Сәрүәр ролен, “Ярангөл” спектаклендә Рәйлә роле, М.Кәримдең «Салауат» спектаклендә Мария ролен, бик яратып башҡара. Ғөмүмән, йырлы-моңло ролдәрҙә үҙ талантының бөтә ынйыларын балҡытып уйнай ул. Бик йыш спектаклдәр нәҡ Гөлсәсәк Шәрипованың йырҙары, уның тауышы менән оҙатылып бара. Ишембай районы Кинйәкәй ауылында тыуып, унан инде Әлшәй районы Һарай ауылында үҫеп илһам тиргән, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы 1986 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәниәт техникумын тамамлаған мәлдән башлап бөтә ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ булған йыр-моң күңелле Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы Илһам Шәкиров исемендәге «Татар йыры — 1993» конкурсында лауреат һәм 1 премияға эйә булһа, «Дуҫлыҡ йыры -1995» фестивалендә (Нефтекама ҡалаһы) беренсе урынды яулай.
Тормош иптәше, Салауат башҡорт дәүләт драма театрының сағыу актерҙарының береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов менән бергә улар туған театрҙарының иң матур парҙарының береһе булып торалар. 45 йыл бәхетле ғүмер кисереп, улар һәр ваҡыт бергә: сәхнәлә лә, тормошта ла. Эскерһеҙ саф мөхәббәт ышаныс сәнғәт көмбәҙҙәренә күтәрелергә ярҙам итә уларға. Ҡыҙҙары Ләйсән менән Миләүшә лә йыр-моң ҡанатлы, мәҙәниәт донъяһын йәмләп йәшәйҙәр. Миләүшә йырсы булараҡ нығыраҡ танылһа, Ләйсән көйҙәр яҙыусы композитор булараҡ та танылыу алған. Ул спектаклдәргә лә көйҙәр яҙа. Уның ижадын Салауат драма театрынан тыш, Башҡортостандың башҡа театрҙарында ла юғары баһалап, спектаклдәрҙә яңғыраталар. Ишембай районының тауҙар ҡуйынында һыйынып ҡына ултырған Этҡол ауылында, йәмле Һәләүек буйында үҫкән шуҡ, йор һүҙле малай ошо булмышынан ғүмере буйы айырылмай. - Ауылда тыуып үҫкәнгәлер инде, сәхнәлә ябай кеше булып уйнау миңә һәр ваҡыт еңел бирелде, уйнағанда шул тиклем үҙ ролеңә яраҡлашаһың, ул роль һиңә һеңеп киткәндәй була, хатта сәхнәлә икәнеңде онотаһың. Бик күп спектаклдәрҙе музыкаль биҙәүсе, көйҙәр яҙыусы ла мин. Ярты ғүмерем сәхнәлә үтә тиһәм, бер ҙә хаталанмам. Яратҡан тамашасымдың күңеленә үтеп инергә миңә тағы ла гармунда уйнау ярҙам итәлер, моғайын. Гармун моңо үҙенә буйһондороп, сихри донъяға алып кереп китә, тормош ваҡлыҡтарын, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора. Шуғалыр ҙа ролдәр уйнап танһығым ҡанмағанда, ҡулыма гармун йә булмаһа баянымды алам. Гөлсәсәгем да мине ана шуның өсөн яратҡандыр ҙа инде. Уның баяныма ҡушылып йырлаған “Яна йөрәккәйем”, “Миләштәрем”, “Бәхет бар ул,” “Ярангөл”, “Әсәйем мендәре” йырҙарын халыҡ яратып тыңлай. –тип үҙ хис-тойғолары менән уртаҡлаша Яҡуп Хәмзә улы. 34 йыл театрҙа эшләү дәүеренең утыҙлап йылын театрҙа музыка бүлеге мөдирә була. Шул уҡ ваҡытта актер ҙа була. Ҡулы етмеш төрлө һөнәр белгән ир-егет фотограф ролен дә башҡара, видеороликтар ҙа төшөрә,музыка, спектаклдәр өсөн көйҙәрҙең, йырҙарҙың төрлө йылдарҙа яҙылып, төрлө режиссерҙар тарафынан камиллаштырылып үҙгәртелгән варианттарын барыһын да бөртөкләп йыйып, ҡәҙерләп һаҡлай ул. Сағыу ролдәре күп . Флорид Бүләковтың “Таштуғай” спектаклендә Хәтмулла ролен башҡара. Уҙған йылда "Йылдың иң яҡшы актеры" театр премияһына лайыҡ була. Ә ғөмүмән, сәхнә оҫтаһының ижады дүрт тапҡыр ошо мәртәбәле премия менән баһалана. Мәскәү тәнҡитселәре Салауат башҡорт дәүләт драма театры эшмәкәрлеге хаҡында һөйләшкәндә Яҡуп Хәмзә улының ижадын юғары баһалайҙар. Режиссер булараҡ та бик оҫта эшләй ул. Йәш режиссерҙарға ул һәр саҡ ҡиммәтле кәңәштәре менән ярҙам итеп тора.
1989 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына эшкә килгәндән башлап, башҡарған ролдәренә күңел йылыһын да, рухи көсөн дә, театрға, кешеләргә булған һөйөүен дә һалып, тормош яратыусы Шәриповтар әле лә ижади усаҡ ҡаҙанында ҡайнап йәшәй.
Миләүшә Ҡыҙрасова