+20 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Августа 2023, 09:55

«Туған телгә мөнәсәбәт аша йөрәктәрҙе була үлсәп ҡарап...»

Быуаттар аша артылған сихри бер моң-ауазы, хис-фекер тәрәнлеге, һис кемдә осрамаған йәнгә танһыҡ образдары, көтөлмәгән боролоштары менән хайран итә уның шиғриәте. Булмышы ла, тормош рәүеше лә шулай уның. Шиғырҙарҙан тыш, йырҙар ҙа, сценарийҙар ҙа ижад итә, матбуғатта мәҡәлә-очерктары ла донъя күреп тора, тиҫтә йылға яҡын рус телендә нәшер ителгән «Өфө» журналында башҡорт халыҡ ижадына, көнкүрешенә бәйле рубрика алып бара, республикалағы ғына түгел, халыҡ-ара әҙәби-мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, төрлө онлайн йәки офлайн проекттар уйлап сығарып тормошҡа ашырырға ла өлгөрә, гранттар ҙа яҙа. Ә инде яҙыу-һыҙыу эшенән бушаған арала клиенттар ҡабул итә, кешене хиджама, һөлөк менән дауалай. Ҡыҙы менән улына ла, тормош иптәшенә лә, атай-әсәһенә, һеңлеләренә, дуҫтарына ла иғтибары етә уның. Үҙебеҙҙең матбуғат өлкәһендә эшләгән өлгөр һылыуҙарыбыҙҙың береһе – шағирә, журналист, «Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова менән булыр сираттағы әңгәмәбеҙ.

– Гөлнара, һөнәрҙәрең, шөғөлдәрең күп, әммә минең өсөн һин – иң тәүҙә тәрән хисле шағирә. Ошо һәләтең үҙен нисек һиҙҙертте? Ҡасаныраҡ үҙеңдә ижадҡа ынтылыш бар икәнлеген тойҙоң?

– Шиғыр яҙыу буйынса ниндәйҙер айырым һәләт булмағандыр ул миндә. Кешегә мәлендә йүнәлеш бирһәң, дәртләндереп ебәрһәң, бөтә өлкәлә лә уңышҡа өлгәшә алалыр, тип иҫәпләйем. Әсәйем, үҙе химия-биология уҡытыусыһы булһа ла, шиғырҙар уҡырға әүәҫ ине, ә мин, балалығым менәндер инде, ул шиғырҙың ни ҡыҙығын таба икән тип кенә уйлап ҡуя торғайным. Бер мәлде «Башҡортостан ҡыҙы» журналында әхирәте, класташы Вилә Баймурзинаның шиғырҙары донъя күргәс, уның миңә: «Бына, Вилә апайың шиғырҙар яҙа, институтта белем бирә», – тип һөйләгәне хәтерҙә. Унан һуң башҡорт теле уҡытыусыбыҙ өйгә эште шиғыр рәүешендә яҙып алып килергә ҡуша ине. Минең шиғыр яҙып маташҡанымды күргән атайымдың: «Һай, маладис, шиғыр яҙып, китап итеп баҫтырһаң, машина алырлыҡ аҡса түләйҙәр инде», – тигәне лә иҫтә ҡалған. Бала күңеленә ошо һүҙҙәр ҙә йоғонто яһағандыр, бәлки, төрлө темаға (башлыса тәбиғәткә бәйле булғандыр) шиғырҙар яҙып, «Йәншишмә» гәзитенә, «Пионер» журналына ебәрә башланым. Һәм бер көндө Йомабикә апай Ильясованан хат килеп төштө. «Шиғырҙарыңды әлегә баҫмай торабыҙ, әммә һин булдыраһың, тағы ла тырышыбыраҡ яҙ», – тиелгән ине унда. Бер аҙҙан Ғәбиҙулла Зариповтан шиғырҙарым баҫылыуы хаҡында сәләм-хат килде. «Яҡшы килеп сыҡҡан, тағы ла яҙ», – тип тә өҫтәгән. Шундай хаттар алғас, нисек яҙмайһың инде?! Ижад ҡомары шул хаттарҙан һуң уянғандыр ҙа миндә. Хатта һеңлемдең дә, минән күрмәксе булыптыр инде, «ҡамасауламағыҙ, ижад итәм» тигән иғлан элеп ҡуйып, бүлмәгә бикләнеп ниәмләрҙер яҙып-һыҙғылағаны хәтерҙә. Ана шулай атай-әсәйемдең, уҡытыусыларҙың, яҙыусы апай-ағайҙарҙан килгән хаттар йоғонтоһо менән яҙылған инде тәүге шиғырҙар.

– Һинең шиғырҙарыңды уҡыһаң, ниндәйҙер затлы бер ҡомартҡыға, хазина тулы һандыҡҡа барып юлыҡҡандай булаһың...

– Бала саҡтан уҡ халыҡ ижады, төрлө риүәйәттәр, тарихнамәләр менән ҡыҙыҡһыныуым эҙһеҙ үтмәгәндер. Шиғриәтемдә шулар сағылыш табалыр. Өс йәштә үк уҡырға өйрәнгәнмен. Мәктәпкә төшмәҫ элек үк мауығып китеп, барлыҡ ваҡиғаларҙы ла, геройҙарҙы ла күҙ алдына килтереп, ҡабат-ҡабат «Урал батыр» эспосын уҡығаным хәтерҙә. Ул китапты миңә ҡайҙандыр атайым алып ҡайтып биргәйне. Ғөмүмән, минең тормошҡа ҡарашым формалашыуҙа уның роле ҙур. Үҙе ябай эшсе, элемтәсе генә булһа ла күңеле, рухы бай уның. Тормош фәлсәфәһе, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәте хаҡында яҙғаным да булды. Бәләкәй саҡта атайым, мәлен тура килтереп, урамыбыҙҙағы барлыҡ балаларҙы эйәртеп, Ҡыраҡа, Бейеш тауҙарына алып китә ине. Ә унда тотош аҡланды биләп күк умырзаялар сәскә ата! Беҙгә йыл да яҙғыһын шул матурлыҡты күрһәтә алыуынан кинәнес таба ине ул. Тағы ла шундай бер ваҡиға иҫемдә, бер мәлде өләсәйемдәрҙән ҡайтып инһәм, атайым: «Тышта нисек?» – тип һорай. «Нисек булһын, ҡәҙимгесә инде», – тип яуаплайым мин вайымһыҙ ғына. Ул иһә асыуланып китеп: «Шул сама ерҙән йәйәү ҡайтып, башыңды күтәреп тә ҡараманыңмы? Бар сығып күккә күҙ һал!» – тип әрләп ташламаһынмы! Ҡурҡышымдан тышҡа атылып сығып күк йөҙөнә баҡһам, селтәр ише ҡабарынҡы ғына булып болоттар ғәжәйеп нағыш хасил иткән. Атайым менән әсәйемә рәхмәт, беҙҙе ғәмһеҙ булып үҫмәһендәр тигәндәрҙер инде, матурлыҡты күрергә, тәбиғәтте ҡәҙер итергә өйрәткәндәр.

– Интернеттағы яҙмаларыңдан белеүемсә, ғаиләлә биш ҡыҙ үҫкәнһегеҙ. Һәм иң өлкәне һин...

– Эйе. Әммә миңә тиклем атайым менән әсәйемдең ике ҡыҙы тыуып үлгән булған. Мине лә, үлеп ҡуймаһын тип, янымдан китмәй күҙ ҡараһылай һаҡлағандар. Иммунитеты нығынһын, сирләп китмәһен тип йәшең тулғансы мәтрүшкә һыуы менән ҡойондорҙоҡ, тиҙәр. Үҙ һүҙле, иркә, сыйылдаҡ ҡына бала булғанмын. Минән һуң бер-бер артлы дүрт һеңлем тыуғас, үҙһүҙлелегем бөтөп, күндәм генә ҡыҙ балаға әйләнгәнмен инде.

–Үҙ-ара татыу булдығыҙмы? Кемегеҙгә ниндәй йорт эштәре эләгә ине?

– Татыу булдыҡ. Бишәүләшеп ултырып сигеү сигә, бәйләм бәйләй, макраме яһай, ҡорама ҡора торғайныҡ. Берәүебеҙ нимәгәлер тотонһа, башҡалар ҙа шуны эшләргә керешә ине. Атайымдың эш урыны идараһы Белорет районы Әүжән ауылында урынлашҡан ине. Ә унда урыҫтар йәшәй. Шундағы урыҫ ағайҙары килһә, беҙҙең бишәүләшеп ҡул эше менән булыуыбыҙҙы күреп иҫтәре китә ине. Атайым менән әсәйем беҙҙе спортҡа ылыҡтырырға, йорт-ҡураны төрлө спорт ҡорамалдары менән йыһазландырырға тырышты. Ҡарлы ҡапҡаға берәмләп йүгерешеп сығып торабыҙ, өҫтөбөҙгә бер биҙрә һыу ҡойоп ебәрһәләр йүгереп кире өйгә инеп китәбеҙ, мунса төшөү ҙә күңелле булып иҫтә ҡалған, әсәй йыуындырып берәмләп атайға тапшырып тора, ул беҙҙе күтәреп индереп карауатҡа теҙеп һала тора. Кәртә тирәһендәге эштәрҙе лә күмәкләп башҡарҙыҡ, мал ҡараштыҡ, бесән сабып үҫтек. Ә бына аш-һыуҙы әсәйем һәр саҡ үҙе әҙерләне. Һыйырҙы ла беҙҙән һауҙырманы. Ҡулы оҫта, әҙерләгән ризығы ашап туйғыһыҙ уның... Әсәй үҙе етемлектә, ауырлыҡ күреп үҫкәс ғүмер буйы беҙгә эш тейҙермәҫкә тырышты, үҙенә эләгеп етмәгән уйынды, ялды беҙгә еткерергә ынтылғандыр инде, әле лә ауылға ҡайтһаҡ иртәнсәк уятып ҡуймаҫ өсөн шым ғына йөрөйҙәр.

– Интернетта яҙғандарың аша әсәйеңдең халыҡ табибы икәнлеге мәғлүм. Үҙең дә кешеләрҙе хиджама, һөлөк менән дауалайһың. Кешеләр менән эшләү, төрлө ысулдар менән имләү өсөн, һис шикһеҙ, һиҙемләү тойғоһо талап ителә. Был һәләт, моғайын, һиңә әсәйеңдән бирелгәндер?

– Әсәйем беренсе республика интернат-мәктәбенән һуң медицина университетына уҡырға инһә лә, һаулығы ҡаҡшап, ғаилә сәбәптәре арҡаһында өсөнсө курстан һуң Хәмиткә уҡытыусы булып килә. Мәктәптә химия, биология фәндәренән уҡытты, үҙе әле булһа кешеләрҙе халыҡ ысулы менән дауалай. Атайымдың әсәһе лә көслө имсе булды, быуын ултыртты, эс һыланы, ноҡот та һалды. Уның йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Беҙгә лә ҡыҙыҡ ине. Мәле тура килһә, Зиниә һеңлем менән ситтән генә уның нисегерәк быуын ултыртҡанын, ҡайһылайыраҡ һылап-һыйпағанын күҙәтеп тора торғайныҡ. Өләсәйемдәрҙә йөрөргә яраттыҡ, дауаланырға килеүселәр беҙгә тип мул итеп күстәнәс тә ҡалдырып китә ине шул.

Мин үҙем дә табип булырға хыялландым. Мәктәптә уҡығанда теүәл фәндәрҙән дә яҡшы өлгәштем. Математика йүнәлешен һайларға ла була ине. Тик туғыҙынсы кластан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында уҡый башлағас (әйткәндәй, бишенсе класта ла ошо мәктәптә уҡыйым тип килгәйнем инде, тик бер ай ҙа үтмәҫтән, һағыныуыма түҙмәй, өйҙәгеләргә ҡағыҙ битен тултырғансы «килеп алығыҙ» тип хат яҙғас, атайым йәлләп алып ҡайтып китте) башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика кимәлендге олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүҙәр яуланым һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-ғәрәп бүлегенә имтиханһыҙ уҡырға алдылар. Мәктәпте тамамлағас, медицина университетына имтихандар тотоп ҡарармын тип ниәтләһәм дә, бесән мәле еткәс, ҡыҙыу эш осоронда ҡабат Өфөгә барып йөрөмәйем инде тип, БДУ-ны һайланым. Аҙаҡ бер аҙ үкендерҙе, әлбиттә. Әммә яҙмыш барыбер үҙемде ошо йүнәлештә лә һынап ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Махсус курстар тамамлап, хиджама, һөлөк ярҙамында кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытырға ярҙам итә алыуым өсөн сикһеҙ шатмын бөгөн. Яҙыу эше һәр саҡ мейене көсөргәнештә тотоуҙы талап итһә, был шөғөлөм миңә ана шул ижадтан бер аҙға ғына булһа ла арынып торорға мөмкинлек бирә. Көндөҙ журналда эшләһәм, кискеһен, ял көндәрендә үҙемде ошо эшемә бағышлайым. Һәр шөғөлөм дә күңелемә яҡын. Бағымсылыҡ эше менән ҡатын-ҡыҙға борондан ҡырҡ йәштән үткәс кенә шөғөлләнергә кәңәш иткәндәр, өләсәйебеҙҙән шәхсән өйрәнеп ҡалмаһаҡ та, ҡул хәтере тип әйтәйемме, затта булған һәләттәр мәле еткәс үҙенән үҙе уяна, ахырыһы.

Гөлшат Ҡаһарманова

Мәҡәләне, Гөлнара менән ҡыҙыҡ, фәһемле әңгәмәне тулы килеш ""Тамаша" журналының яңы, август һанында тулы килеш уҡый алаһығыҙ.

«Туған телгә мөнәсәбәт аша йөрәктәрҙе була үлсәп ҡарап...»
«Туған телгә мөнәсәбәт аша йөрәктәрҙе була үлсәп ҡарап...»
Автор:
Читайте нас