+15 °С
Дождь
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Августа 2023, 06:46

Аяҡтарың талмаһын, үкенескә ҡалмаһын

-

Ана шулай! Һай, өҙә баҫыуҙары!
Журналыбыҙҙың геройы, профессор, академик, биология фәндәре докторы, әммә иң элек баянсы, композитор Йәлил Һөйөндөковтың улы был уҙаман.
Урал Йәлил улы Һөйөндөков һөнәре буйынса - программист. Өфө районы Шамонин ҡасабаһында кәләше Айгөл Дамир ҡыҙы менән дүрт бала үҫтерәләр.
"Яңы Байыҡ" бейеүен ҡәҙерле әсәһе Мөнирә Басим ҡыҙының юбилейына бағышлап өйрәнгән дә, бына шулай, моң һөйөүселәр йыйылған ерҙә, өҙҙөрә баҫып, ҡыуандыра.
Аяҡтарың талмаһын, үкенескә ҡалмаһын, әйҙә бейе башҡорт егете!

Автор:
Читайте нас