"Йән" романына килгәндә, йән темаһын Наил Ғәйетбай бынан байтаҡ йылдар элек үк, "Ҡапҡан" повесында күтәреп сыға, әммә ул повеста, кеше үлгәс, уның йәненең икенсе тәнгә күсеүен уйҙырма, фантастика итеп бирә, ә был романда шул уҡ теманы реаль ваҡиғаларға нигеҙләп һүрәтләй. Романда һүрәтләнгән ғәжәйеп ваҡиғаларҙың реаль тормошта булыу мөмкинлегенә, кеше үлгәндән һуң йәндең икенсе тәндә ҡабаттан донъяға килеүенә автор үҙе ышанамы, ышанһа, ошо тойғо шәхсән үҙендә ниндәй кисерештәр уятты икән?
- Мәскәүҙә уҡып йөрөгән йылдарҙа ҡулыма Америка ғалимы Рэймонд Моудиҙың "Үлемдән һуңғы тормош" тигән китабы килеп эләкте. Ул клиник үлем кисергәндәрҙең терелгәнгә тиклем биш-ун минут ваҡыт арауығында нимә күргәндәрен өйрәнгән. Китапты уҡып, хайран ҡалып, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй йөрөнөм. Эзотерика, психология менән ҡыҙыҡһына башланым. Шул кисерештәрем нигеҙендә "Хазина" тигән пьеса яҙҙым, унда төп героиня клиник үлем кисерә. Бына ошо пьесаны сәхнәләштерергә әҙерләнгән ваҡытта әртистәр араһында, ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел, тигән һымағыраҡ бәхәс китте һәм төп ролгә тәғәйенләнгән актриса үҙенең дә үлеп терелгәнлеген һөйләне. Бәхәстең осона сыға алмай туҡтап ҡуйҙыҡ, пьеса сәхнәгә сығарылмай ҡалды.
Йән тураһында роман яҙыу уйы шул ваҡытта тоҡанды миндә. Һөйләшә торғас, һораша торғас, йән менән бәйле байтаҡ тарих тупланды, баҡһаң, беҙҙең арала ла клиник үлем кисергән кешеләр байтаҡ икән. Романды реаль ваҡиғалар хаҡындағы әҫәр тип әйтерлек нигеҙ бар. Ишеткәндәрем мажаралы сюжетҡа ҡоролоп, психологик детектив рәүешендә яҙылды. Уны мауыҡтырғыс, уҡымлы итергә тырыштым. Кеше йәне үлемһеҙ. Беҙ үлгәс, йәнебеҙ был донъяға башҡа тәндә ҡабат ярала. Мин быға ышанам. Был турала Ҡөрьәндә лә яҙылған. Әл-Бәҡара сүрәһенең 28-се аятында ошондай юлдар бар: "Нисек Аллаға ышанмайһығыҙ? Һеҙ үлек инегеҙ. Ул һеҙҙе терелтте. Ул һеҙҙе тағы ла үлтерер, йәнә терелтер..." Мин был аятты романға эпиграф итеп алдым. Элек йән тураһында төптән уйланырға форсат булманы, бәлки, ваҡыты етмәгән булғандыр. Хәҙер ошо хаҡта йыш уйланам. Тик беҙ үлгәндән һуң ниндәй тәнгә, ниндәй һынға күсһә лә, был донъяға ғазапланыр өсөн килмәһен ине йәнебеҙ.