+19 °С
Облачно

Бер йырҙың тарихы

-

Ырғыҙ буйы – алты ауыл...

Ырғыҙ буйында ижад ителгән «Зәлифәкәй» йыры хисле йәш шағир Рәми Ғариповты республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәр яҙмышы тураһында уйландыра. 1963 йылдың яҙында йәш шағир Рәми Ғарипов был яҡтарҙы килеп күреү теләгенә ирешә. Киң, сал ҡылғанлы далаларҙы, милләттәштәренең бөгөнгөһөн күреү, үткәнен өйрәнеү маҡсатында Рәми Ғарипов бөтә алты башҡорт ауылын йөрөп сыға. Рәми Ғарипов Ырғыҙ буйына, Һәҙиә Дәүләтшинаға оло ихтирамын, был йылғаның үҙенең Йүрүҙәне кеүек үк уға йән-көс биреүен «Ырғыҙ ҡыҙы» шиғырында әйтә. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәс, шағирҙың улы Азамат Ғарипов был шиғырға көй яҙа. Азамат Рәми улы билдәле рәссам, музыка ла яҙа, гитарала оҫта уйнай.

Бер йырҙың тарихы
Бер йырҙың тарихы
Автор:
Читайте нас