4 майҙан кинотеатрҙарҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Ярлыҡау» хәрби драмаһы (режиссеры – Айнур Асҡаров, сценарий авторы – Айҙар Аҡманов, продюсерҙары – Тимербулат Кәримов, Михаил Курбатов, Дмитрий Фикс, композиторы – Илья Духовный) күрһәтелә башланы. Повесть үҙе лә, нәфис фильм да һуғыш темаһынан. Ә һуғыш хаҡында донъяла күпме әҫәр яҙылған, нисәмә фильм төшөрөлгән. Меңәрләгән, хисапһыҙ... Улар араһында «Ярлыҡау» ниндәй урын биләй һуң?
Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына ҡәҙәр ҡатнашҡан Мостай Кәримдең ижадында яу тематикаһы йыш урын алды: фронт лирикаһы, «Туй дауам итә» пьесаһы, «Ҡара һыуҙар» поэмаһы, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме» повестарындағы эпизодтар, «Ярлыҡау»... Уның әҫәрҙәрендә ҡанлы яуҙың үҙе тасуирланмаһа ла, һуғыш һауаһы, дәһшәттәре бөркөлөп тора.
– «Ярлыҡау» – Мостай Кәримдең һуғыштан һуң ҡырҡ йылға яҡын уйлап йөрөгән әҫәре. Мостафа Сафа улы 1941 йылда фронтҡа юллана, Бөйөк Еңеүҙе 1945 йылда Венала ҡаршылай. Ул һуғыштан ауыр яралар, шиғырҙары тулы дәфтәре һәм тормошҡа сикһеҙ һөйөү менән ҡайтты, – тине фильмдың ябыҡ премьераһында картинаның продюсеры, бөйөк классиктың ейәне Тимербулат Кәримов.
Эйе, яҙыусы Мостай Кәримдең Бөйөк Еңеүҙең ҡырҡ йыллығы осоронда, 1985 йылда, яҙылған «Ярлыҡау» әҫәре үҙенең сюжет ҡоролошо менән дә, һуғыш һәм кеше тигән теманың үҙенсә ҡуйылышы һәм сиселеше менән дә әҙәбиәтебеҙҙә яңылыҡ булды.
Ә фильмға килгәндә, донъяны һуғыш ялмап алғанда саф мөхәббәттең тыуыуы һәм шул һөйөүҙән ғажиз булған һалдаттың фажиғәгә дусар булыуын бәйән иткән тетрәндергес кинокартина тәҡдим ителә тамашасыға. Ярлыҡау һәм аңлау – үҙәктә бына ошо ҡатмарлы мәсьәлә тора...
Фильмда Мостай Кәрим әҫәрендәге эҙмә-эҙлелек, сюжет нигеҙендәге фабула һаҡлана. Әммә режиссер һәм сценарист тарафынан үҙгәрештәр ҙә индерелгән.
Сталинград һуғышы алдынан булған дәһшәтле көндәр. Капитан Казаряндың мехбаты Подлипки ауылы эргәһендәге урман ауыҙына урынлаша. Өс йәш һалдат һәм дуҫ – Любомир Зух (Александр Новиков), Йәнтимер Байназаров (Николай Ғәлләмов), Леонид Ласточкин (Евгений Михеев) танк бригадаһында хеҙмәт итәләр, тиҙерәк яуға инеп, яуыз фашистарҙы юҡ итеү уйы менән яналар.
Мөхәббәт иһә һуғыштарҙан өҫтөн. Ә бит барыһы ла юҡтан ғына башлана. Бронетранспортер аҫтында ҙур асҡыс менән нимәлер йүнәтеп ятҡан механик-водитель Любомир Зухҡа ун ете йәшлек һылыу Мария Тереза (Йәмилә Мөҙәрисова) кәртә аша ҡыҙыл алма ырғыта... Яу яланында саф мөхәббәт ҡабына. Любомир һәм Мария өсөн, әйтерһең дә, һуғыш та, хәүеф тә, бәлә лә юҡ. Тик Бөйөк Хис кенә бар. Эйе, фажиғәгә лә ерлек юҡ кеүек.
Мөхәббәттең дә төрлөһө була. Бына Леонид Ласточкин Йәнтимерҙе тамаҡ ялына ашнаҡсы ҡатын менән ғишыҡ уйынына барырға мәжбүр итә. Мөхәббәтме һуң ул, әллә нәфсеме? Ә майор Казарянға (Гела Месхи) ҡатынының хыянатын кисереүе еңелме? Тап шул арҡала, Любомир Зухтың Марияны батальонға санитарка йәки телефонистка итеп алыуын һораған сағында, ҡатын-ҡыҙға булған сикһеҙ нәфрәтен ауыҙлыҡлай алмай бар асыуын сержантҡа төшөрә, хатта блиндаждан ҡыуып сығара.
Әллә ялҡынлы мөхәббәт һәр ваҡыт фажиғәгә дусармы? Ромео һәм Джульетта, Фәрхәд һәм Ширин, Аҡйегет һәм Зөбәржәт... Ярһып, шашып һөйөү йыш ҡына ҡорбан талап итәме юғиһә? Әллә ғашиҡ кешенең зиһене томаланамы? Шулай булмаһа, Любомир Зух һөйгәне Марияны бер күрер өсөн төн йөҙөндә ахмаҡланып рөхсәтһеҙ-ниһеҙ бронетранспортеры менән Подлипки ауылына сығып китеп, хәрби уставты боҙмаһа, бер ни булмаҫ ине бит. (Ошонда командир Йәнтимер Байназаров Зухты туҡтатырға ынтыла, әммә Любомир уны һуғып осороп, юлын дауам итә. Бындай эпизод художестволы әҫәрҙә юҡ. Кемгә нисектер, шулай ҙа был хәлдең фильмға ни өсөн индерелгәне аңлашылып бөтмәне. – Л.К.). Йәки Любомир Зух Ефимий Лукичтың барлы-юҡлы аласығын, кәзәһен тапап китмәһә, әгәр ул ҡарт дау күтәреп йөрөмәһә лә бер ни булмаҫ ине.
Капитан Казарян ваҡиғаны йомоп ҡала алмай, Зухтың яҙмышын өлкән командир ҡарамағына тапшыра. Тормош ҡануны урынына һуғыш ҡануны көсөнә инә. Ә ул ҡаты. Ә ул аяуһыҙ. Төнгө хәл трибуналға еткерелә. Әммә өмөт өҙөлмәй әле. Ҡаты хөкөм ҡарарын алыштырыр көстәр ҙә бар бит. (Тап ошо ерҙә тамашасы фильмдың эсенә тамам инә. Берәй нисек ошо аяуһыҙ ваҡиғалар тәгәрмәсен туҡтатып булмаймы икән, берәй юлы юҡмы икән тип өҙгөләнә башлай. Ҡотолғоһоҙлоҡ ҡулсаһының ҡыҫылғандан-ҡыҫыла барыуын аңлау ҙа тәҡәтте ҡорота. – Л.К.).
Землянка-гауптвахтала Любомир Зух ултыра. Йөрәгенә сыҙай алмайынса, Йәнтимер уның янына инә. Ә сабый йәнле Зух ваҡиғаларҙың ҡотолғоһоҙлоғона, фажиғәле булыуына һаман ышанмай: «Һуғыш ярлыҡар», – ти. Шулай тип уйлауы һәм әйтеүе трагиклыҡты тағы көсәйтә төшә.
Любомир Зухты иртәгә атасаҡтар. Атыу Йәнтимер Байназаровтың взводына тапшырылған. Ваҡыт туҡтап ҡалған кеүек (Фильмды ҡарап ултырыусы тамашасы ла шул ваҡытты туҡтатырға тырыша кеүек. Их, ярлыҡау килеп етһә ине тиҙерәк, ти. – Л.К.). Таң ата. Взвод теҙелә. (Ике картина алмаш-тилмәш күрһәтелә башлай: хөкөм урыны һәм мотоциклда елгән, барыһы ла көткән ярлыҡау ҡағыҙын алып килгән һалдат). Хәрби трибуналдың ҡарары уҡыла. Бына атыуға команда бирергә тейешле Ласточкин һушһыҙ йығыла. (Тағы өмөт уяна. Теге ярлыҡау ҡағыҙы, бәлки, килеп етер?) Шәфҡәтһеҙ команданы биреү Йәнтимергә йөкмәтелә (әйтергә кәрәк: әҫәрҙең үҙендә бындай эпизод юҡ. – Л.К.). Тик мөғжизә булмай, өмөттәр аҡланмай. Любомир атыла. Күк йөҙөнөң сикһеҙ зәңгәрлеге, киңлеге һәм шөҡәтһеҙ ҡараңғы ҡәбер соҡоро – ике контраст, ике төҫ оҙаҡ ҡына күҙ алдынан китмәй. Мәлһеҙ һәм хаҡһыҙ фажиғә. Һуңлап килгән ярлыҡау. (Ярлыҡау ҡағыҙын ҡулына алған капитан Казарянды уйнаған актер Гела Месхиҙың йөҙөндәге үҙгәреш бик күптәрҙең выждан ғазабына дусар булыуын күрһәтте кеүек. Психологик ролдәрҙе бик оҫта башҡарыусы икәнен раҫланы ул. – Л.К.).
Мостай Кәрим «Көндәлектәр»ендә 1985 йылдың 6 ғинуарында шундай юлдарҙы теркәгән: «Бөгөн буран оторо көсәйҙе. Әллә ниндәй шомло буран. Ошо буран ҡоторғанда Любомир Зухты аттылар. Уны 1942 йылдың сентябрендә атҡайнылар, бөгөн килеп икенсе тапҡыр мәңгелеккә аттылар. Был тиклем үкенесле яҙмышлы геройым юҡ ине кеүек. Атырға өс минут ҡалғас, ярлыҡау килеп, хикәйәтте имен-аман тамамларға булыр ине. Улай итһәң, әлегә тиклем ниңә көсәнергә ине? Тормошта ла бит уны ярлыҡаманылар... Тик мин генә уны тормош хаҡына ярлыҡаным. Тормош үҙе ярлыҡаманы».
Фильмға кире ҡайтҡанда, сюжетта ла, геройҙарҙың күңелендә лә ҡапма-ҡаршылыҡтар булған кеүек, фильмдағы төҫтәр гаммаһы ла ике төрлө: ҡараңғылыҡ, һоролоҡ тәбиғәттең ҡуйы буяуҙарына ҡаршы ҡуйыла. Унан башҡа, Любомирҙың самими йөҙө, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәре, Мария Терезаның аҡ һыны, зәңгәр косынкаһы, зөбәржәттәй йәшеллек, алмағас һәм ҡоштар тауышы йәшәйешкә дан йырлай төҫлө, фильмдағы антитезаны (йәшәү һәм үлем, тыныслыҡ һәм һуғыш, һөйөү һәм хыянат, хөкөм һәм ярлыҡау, намыҫ һәм выждан ғазабы һ.б.), романтизмды (ҡапма-ҡаршы тормош моделдәренең бәрелеше) көсәйтә.
Фильмдың аҙағында Йәнтимер Байназаров Венала Опера театрында рояль артында ҡасып ултырған ҡурҡаҡ фашистың пуляһынан һәләк була. Повестың үҙендә Мостай Кәримдең шундай һүҙҙәре бар: «Берәүҙәр, ҙур һуғыштың бөтмәҫ-төкәнмәҫ михнәттәрен күрмәй, тәүге бәрелештә үк ятып ҡала; икенселәр, һалҡындарҙа туңып, яуындарҙа күшегеп, эҫеләрҙә һыуһап, сират күперен ете ҡат үтеп, ете ҡат әжәлде алдап, һуңғы еңеүҙең тауына килеп етә. Ошо тауҙың түбәһенә менеп баҫам тигәндә генә, йылдар буйы уны һағалап-аулап йөрөгән бәләкәс кенә тимер йәки ҡурғаш киҫәге йөрәгенә килеп тейә. Һуғышта иң үкенесле үлем – бына ошо ике үлем». Мәлһеҙ ике үлемде һүрәтләү фильмда ла урын ала. Ни эшләмәк кәрәк – һуғыш. Аяуһыҙ һәм ҡанлы һуғыш...
Шулай ҙа өмөткә лә урын ҡалдырыла фильмда. Яу яланынан ҡайтҡан лейтенант кейемендәге Мария Тереза Любомир Зухҡа оҡшап торған алтын сәсле малайҙы күтәреп ала. Тимәк, тормош дауам итә.
Луиза КИРӘЕВА. "Тамаша" журналы, 3-сө һан, 2023 йыл.