+20 °С
Дождь

Икәү булыуы яҡшыраҡ

-

Тамашасылар уларҙы күптән ҡауыштырып бөткән дә инде.

Нимәне генә алһаң да, берәү генә булыуға ҡарағанда икәү булыуы яҡшыраҡ бит, шулаймы? Cәхнәлә лә бер генә йырсы йырлағандағы кисерештәр бер төрлө булһа, ике йырсы сығыш яһағанда, байыраҡ энергия бүленеп сыға. Ғөмүмән, ике йырсының дуэт башҡарыуы театраль яҡтан ҡыҙыҡлы тамашаға әйләнә лә ҡуя. Тамашасы йыр тыңлап ҡына ултырмай, ә уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәтен дә энә күҙәүенән үткәрергә ярата. Әгәр ҙә ир һәм ҡатын тарафынан ихлас күңелдән хисле, һөйөүгә арналған йырҙар башҡарылһа, бигерәк тә. Башҡорт эстрадаһында иң яҡшы дуэттар – беҙ инде күреп, ишетеп һоҡланыр­ға өлгөргән популяр йырҙарҙы башҡарыусы парҙар хаҡында һөйләшеп алайыҡ, дуҫтар. Тамашасыларҙың күптәре уларҙы күптән ҡауыштырып бөткән дә инде. Сөнки сәхнәлә матур тандем барлыҡҡа килтереүселәрҙе, ғәҙәттә, ирле-ҡатынлы, йә иһә ғашиҡтар тип һөйләргә ярата беҙҙең халыҡ.

🎤Башҡорт эстрадаһындағы дуэттар - кемдәрҙе атар инегеҙ❓

Икәү булыуы яҡшыраҡ
Икәү булыуы яҡшыраҡ
Автор:
Читайте нас