+18 °С
Облачно

Барыһы ла артист биографияһының был өлөшө хаҡында белмәй

-

Популяр йырсы Айҙар Ғәлимов 32 тапҡыр парашюттан һикергән, сөнки ул – гвардия старшинаһы, СССР Хәрби көстәренең 7-се гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт иткән, ике миҙал менән наградланған.

Барыһы ла артист биографияһының был өлөшө хаҡында белмәй. Әрме хеҙмәтенән һуң уның ижади тормошо башланған, әммә ул бала саҡтан йырларға, баянда уйнарға яратҡан. Буласаҡ музыкант Ҡаҙағстанда тыуған, әммә бер йылдан ғаилә тыуған райондары Миәкәгә ҡайтҡан.

Айҙар Ғәлимовтың күптән инде миллионлаған тамашасыһы бар. Башҡортостандың халыҡ артисы йырҙарын бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар тыңларға ярата. Кешеләргә уның мелодиялы, интеллигентлы башҡарыуы оҡшай. Бөгөн йырсы репертуарында - башҡорт, татар, рус, инглиз телдәрендә бер нисә йөҙ йыр. Күп композияциялары башҡорт-татар эстрада йырының алтын фондына ингән.

Айҙар Ғәлимов Салауат Юлаев ордены менән наградланды.

 

Айһылыу Низамова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-03-05/ay-ar-limovty-biografiya-yny-byl-l-sh-n-bel-ege-me-2717354

 

Барыһы ла артист биографияһының был өлөшө хаҡында белмәй
Барыһы ла артист биографияһының был өлөшө хаҡында белмәй
Автор:
Читайте нас