+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Мине интернет түгел, ә интернат тәрбиәләне»

«Мине интернет түгел, ә интернат тәрбиәләне. Бик төплө тормош мәктәбе булды ул, ғүмер буйына етерлек аҡыл дәресе бирҙе», – тип әйтергә ярата Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов. Шәһит бик иртә сәнғәт юлына баҫа. Ауылда беренсе класты тамамлағас та, әсәһе уны Сибай махсус музыка мәктәп-интернатына урынлаштыра. Тәүге имтихан-һынауҙары уҡ Шәһиттең киләсәктә бик күңелле, ҡыҙыҡлы актер булыуын нарыҡлай, асылда. Уҡырға инеү ниәте менән Сибай ҡалаһына килгәс, әсәһе уға, «Нимә тип һораһалар ҙа, һәр ваҡыт: «Эйе», – тип яуап бир», – тип өйрәтә. Шәһит шулай эшләй ҙә инде. Баһалама ағзалары алдында «Әсәйҙең доғалары» йырын йырлап бөтөүгә, улар араһындағы Наил Ғәйетбай сәпәкәйләп ебәрә, һәм, йә әле, тағы йырлайһыңмы, тигәс, аптырап тормай, йәнә йырлай. – Ә баянда уйнай беләһеңме, тип ҡыҙыҡһынғас, әсәһенең әйткән һүҙе иҫенә төшөп, эйе! ти. Наил Ғәйетбай ҡабатлап һорай, ысынлап та, уйнай беләһеңме?

«Эйе», – тип һүҙендә ныҡ тора малай. Имтихандан сыҡҡас, әсәһенән һорай: «Әсәй, баян нимә була ул?» Бына шулай сәнғәт юлына аяҡ баҫа Шәһит исемле буласаҡ сәхнә йондоҙо.

Сибайҙа ике йыл уҡығас, йыр-моңло тормоштоң тәрәнерәк йылғаларын кисер өсөн баш ҡалаға, Өфө махсус музыка мәктәбенә уҡырға күсә. Баянсы, ҡурайсы, пианинола уйнаусы һөнәрҙәрен үҙләштереп, өйрәнеп белемен арттыра. Унан инде Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, кларнет һәм дирижерсы класында белем ала. Артабан, әлбиттә, был йүнәлештә юғары белемгә эйә булыр өсөн Өфө сәнғәт академияһында уҡыуын дауам итә.

– Студент булып йөрөй генә башлаған осоромдоң бер ваҡиғаһы иғтибарға лайыҡ, – ти Шәһит Хамматов. – Ҙурыраҡ курстарҙа уҡыған ағайҙар, беҙҙең кеҫәләге аҡсаға хужа булырға яратҡас, дөйөм ятаҡҡа ҡайтырға шөрләп, Аксаков паркында футбол уйнап-уйнап арығандан һуң, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына барып, спектакль ҡарарға булып киттем. Унда «Нәркәс» спектаклен уйнаған актерҙарҙың шул тиклем йөрәкте тетрәндереп үҙ ролен башҡарғанына, спектаклдең эстәлегенә иҫем китте. Үкһеп-үкһеп илап, парк буйлап һулҡылдай-һулҡылдай атлаған саҡта, киләсәк яҙмышымды хәл итер ҡарар яһаным: мин театр тигән илаһи донъяла йәшәргә тейешмен!

Шәһиттең театрҙа иң беренсе уйнаған роле – Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған Кендек була. Ябай, эскерһеҙ Кендек йәш актерҙы тормоштоң ваҡ-төйәк мәшәҡәттәренә, ығы-зығыһына бирешмәҫкә өйрәтә. Милли йәштәр театры өсөн әҙерләнгән махсус курста уҡыған студенттар менән бергәләп әҙерләгән диплом спектакле була ул. Сәнғәт институтында Шәһит Салауат Юлдашбаев, Ләйсән Мәзитова, Роберт Йылҡыбаев, Илгиз Таһиров, Лилиә Исҡужина һәм башҡалар менән бергә уҡый.

Иң яратҡан ролдәренең береһе – Сыңғыҙ Айтматовтың «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» исемле әҫәрендәге Кириск исемле малай образы.

– Ошо ролде миңә ышанып тапшырған режиссерға рәхмәтлемен. Спектакль мине трагик герой булараҡ асты. Был ролемде атайыма бағышланым, унһыҙ ҡалғанда миңә биш кенә йәш ине. Шуғалырмы, Кирискты йөрәгем аша үткәреп уйнаным, – ти Шәһит Хамматов. Олатаһы, атаһы, ағаһы һәм Кириск диңгеҙгә һунарға сыға һәм томан төшөп, улар аҙаша. Сәғәт ярымлыҡ спектаклдә ваҡиғалар ошо карапта ғына бара. Унда тоҡомдо бөтөрмәҫ, был малайҙы иҫән ҡалдырыр өсөн тырыша өлкәндәр. Был роль өсөн Шәһитте Шәйехзада Бабич премияһына тәҡдим итәләр.

Шәһиткә йәнә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем:

– Ни өсөндөр тормош юлың мажараларға, һәр төрлө үҙең уйлап сығарған, үҙең үк тормошҡа ашырған һәр төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә байҙыр, тигән уй ташламай.

– Эйе, ситтән ҡараһаң, мин тик көлөп һәм ҡыҙыҡ эҙләп табып, шуның уртаһында ҡайнап йәшәгән кеүек тойоламдыр ул. Күптәр шулай уйлай ҙа инде. Ә ҡыҙыҡ  хәлдәргә килгәндә инде, ике туған һеңлеләрем, оҫтабикәләр Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар менән уйнап үткән бала саҡ хәтирәләренән булһын әйҙә.

Әбйәлил районының Буранғол ауылына сиғандар йыш килер ине. Ҡурҡҡанбыҙҙыр инде, бер ваҡыт уларҙан ҡасып, ҡойма аша һикереп, өсөбөҙ ҙә кесерткән өҫтөнә барып төштөк бит әй. Хәтерҙә ныҡ ҡалды шул кесерткәндең тешләшеүе. Ә бер саҡ, йәшенмәк уйнап йөрөгәндә, һеңлеләремдән бүрәнә араһына йәшендем дә, ҡыбырламай, үлгән кеше кеүек, тик ятам. Былар икәүләп эҙләп табып алдылар ҙа ҡурҡыштарынан сәрелдәп илаша башламаһындармы?! Актерлыҡ һәләтем, тимәк, бала саҡтан шәп булғандыр, асылда.

– Ә шулай ҙа халыҡ һине шаян, комик ролдәрҙә күреп өйрәнгән. Данлыҡлы Хоттабыч образы ғына ни тора! Нисек итеп шулай олоһо ла, кесеһе лә яратҡан, Салауат Юлаев хоккейсылар командаһы көйәрмәндәре Алла урынына күргән был үҙенсәлекле образ ҡайҙан барлыҡҡа килде?

 

Дуҫтар, ҡыҙыҡ мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы, июнь һанында уҡырһығыҙ. Журналыбыҙға яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ)

«Мине интернет түгел, ә интернат тәрбиәләне»
«Мине интернет түгел, ә интернат тәрбиәләне»
Автор:
Читайте нас: