+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Апрель 2023, 13:32

Арыҫлан Тимеров: көтөлмәгәнсә булды...

Бәйге тамам булғас, тамашасыларҙың, атайым менән икәү, бер халыҡ йырын башҡарыуҙарын һорауҙары:

"Бәйге тамам булғас, тамашасыларҙың атайым менән бергәләп бер халыҡ йырын башҡарыуҙы һорауы көтөлмәгәнсә булды. Әммә юғалып ҡалманыҡ. Азамат Тимеров кеүек остаздан дәрестәр алырға мин бер ваҡытта ла арымам", - ти иң йәш конкурсант Арыҫлан Тимеров. Белеүегеҙсә, Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибайҙа Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара "Ирәндек моңдары" конкурсы уҙҙы.

Ул быйыл 19-сы тапҡыр үткәрелә. Конкурсанттар дүрт йәш төркөмөндә көс һынашты: 7-10 йәшлектәр, 11-ҙән 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-45 йәштәге һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемге профессиональ башҡарыусылар. 16-45 йәшлек йырсылар төрлө номинацияларҙа (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) ҡатнашты. 16 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә конкурс бер турҙа үткәрелде. Балалар араһында гран-приҙы Йыһаншина Аиша (Күгәрсен районы) яуланы. Бөтә финалистарға ла дипломдар тапшырҙылар.

Ололар араһындағы еңеүсене Сибайҙа июнь айында үтәсәк инвестиция һабантуйында иғлан итәсәктәр.
Конкурстың 28 апрель Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһында уҙған йомғаҡлау Гала-концертында иң йәш һәүәҫкәр башҡарыусы булған Арыҫлан Тимеровты һәм уның атаһы, барыбыҙға ла билдәле Халыҡ йырсыһы Азамат Тимеровты халыҡ йырын башҡарырға һоранылар. Уларҙың, тиҙ генә килешеп, саф, ысын тауыш менән "Ҡара ат" халыҡ йырын башҡарыуы бик матур тамаша булды.
Ижад бәйгеһен ойоштороусылар Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡала округы хакимиәте.

Арыҫлан Тимеров: көтөлмәгәнсә булды...
Арыҫлан Тимеров: көтөлмәгәнсә булды...
Автор:
Читайте нас: