+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Апрель 2023, 22:11

Раил Өмөтбаев:

-

Раил, ғаиләлә генә һөйләшеп туған телде һаҡлап ҡалып булырмы икән?

Була! Улдарым Артур менән Асҡар. Беҙ ғаиләбеҙдә башҡортса һөйләшһәк, балалар ҙа башҡорт, телен беләсәк. Әлбиттә, әсәй кешенән бик күп нәмә тора. Ул күп ваҡытын балалар менән үткәрә. Телгә мөхәббәт тәрбиәләү, уны балаларға аралашыу дәрәжәһендә булһа ла өйрәтеү — әсәй кешенең бурысы.

Ғаиләлә улар менән башҡортса аралашырға тырышабыҙ. Ләкин балалар баҡсаһында, мәктәптә русса аралашҡас - русса ла һөйләшәләр. Бер нисә көнгә ауылға ебәрһәң, өләсәләренән башҡорт телен бик тиҙ отоп ҡайталар.

 

Атай-әсәйем тураһында ла:

Мин Башҡортостандың Баймаҡ районы Аҡморон ауылында тыуып-үҫтем. Атайым ғүмер буйы автобус йөрөтөүсе булып эшләне. Әсәйем ауылда төрлө-төрлө һөнәрҙәр менән шөғөлләнде. Профессиональ сәнғәт менән бәйле булмаһалар ҙа, күңелдәре менән улар икеһе лә сәнғәт кешеләре. Атайым гармунда оҫта уйнай, әсәйем матур итеп йырлай. Йыр-моңға мөхәббәт гендар аша миңә лә күскән.

Мине бала саҡтан клавишлы музыкаль уйын ҡоралында уйнау хыялы булды. Ауылға концерттар килгәс, музыканттарҙың синтезаторҙа уйнағандарын күреп, ысын мәғәнәһендә ғәжәпләнә инем. «Вәт был техника, бынан нисек тауыш сығарып була икән», — тип аптырай инем.

Миңә бер нисә йыл ауылдағы мәҙәниәт йортоноң сәнғәт етәксеһе булып эшләргә тура килде. Береһендә беҙгә яңы синтезатор ҡайтарҙылар. Минең ул синтезаторға нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ икән. Ул ваҡытта һөйгән йәрем дә ауылда ине. Кистәрен ҡапҡа төбөндә уның менән гел бергәләп уҙғарабыҙ. Ул кисте, айырылмайнса синтезатор артында ултырып, уның тураһында бөтөнләй онотҡанмын. Мин үҙенә бер ҙә иғтибар итмәгәс, аптырап ултырған да, ҡайтып киткән. Икенсе көндө лә «мине синтезаторға алыштырҙың» тип үпкәләп йөрөнө әле. Йәштән шулай мөкиббән мин музыка уйын ҡоралдарына.

https://intertat.tatar/news/yyrsy-rail-m-tbaev-bash-ortostanda-tatar-men-n-bash-ortto-m-n-s-b-tt-re-kayfovo

 

Раил Өмөтбаев:
Раил Өмөтбаев:
Автор:
Читайте нас: