+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Апрель 2023, 15:30

Тимур исемле моңло малай башҡарыуында халыҡта ғәйәт киң таралған “Шахта” йыры...

Уны төрлө вариантта йырлайҙар. Гөлнур Яҡупова “Ҡатындар” трилогияһының “Бер һөйгәнем өсөн” өлөшөндә былай тип яҙа:

“...Әсәйем элек был көйҙө бошонҡо итеп көйләй торғайны, ә әле күтәренке кәйеф менән өҙҙөрөп һалды. Ә минсе, йөҙ тыңлаған һүҙҙәрҙе “Китә ҡыҙҙар, китә ҡыҙҙар, китә ҡыҙҙар Донбасҡа” – тип эсемдән үҙгәртеп ултырам. Шахта ниңәлер атайымды түгел, ә Донбасс яҡтарындағы Мәүлиҙә исемле ҡыҙҙы хәтерләттесе?”
Тарихи сығанаҡтар раҫлауынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинаның азат ителгән райондарына Башҡортостандан 152 меңдән ашыу кеше эшкә киткән.
“Йырҙар” китабына (Өфө, Башҡортотан китап нәшриәте, 1984, 332-се бит) индерелгән “Шахта” (Ш. Маннур һүҙҙәре. Халыҡ көйө) йыры ла ошо фекерҙе сағылдыра:
Китә йәнейем, китә йәнейем,
Китә йәнейем Донбасҡа,
Ул китә инде Донбасҡа,
Һүҙ бирҙек ташламаҫҡа.
Шахталарға һин төшөрһөң,
Йырлап күмер киҫерһең.
Әммә мине ныҡ һағынһаң,
Бик һарғайһаң нишләрһең?..
Бик һағынһаң, бик һарғайһаң,
Йөрәккәйең тынмаһа,
Һағыныуҙарың сиктән ашһа,
Саҡыртырһың Донбасҡа...
Күренекле яҙыусы, ғәжәп моңло тауышлы, халыҡ йырҙарын яҡшы белеүсе Таңсулпан Ғарипова ла: “Китә йәнейем, китә йәнейем, китә йәнейем Донбасҡа” – тип йырлай. Шулай итеп, “Китә ҡаҙҙар...” тип йырлау ысынбарлыҡҡа тап килмәй.

Автор:
Читайте нас: