+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Апрель 2023, 11:44

«Кеше күңеленә дауа эҙләп тә театрға киләлер ул бөгөн...»

-

Һуңғы йылдарҙа был режиссер, уның ижади алымдары, ҡыйыу рәүештә яңы жанрҙарға мөрәжәғәт итеүе хаҡында йыш ишетелә. Бигерәк тә бөгөнгө геройыбыҙ баш режиссер булып эшләп киткән Салауат башҡорт драма театры актерҙары уның үҙенсәлекле заманса сәхнә әҫәрҙәре ҡуйыуы, тураппаның ижади үҫешенә яңы һулыш индереүе тураһында илһамланып һөйләп, режиссерға рәхмәтен еткергәйне. Һүҙебеҙ Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, йәш режиссер Илсур Юлай улы Ҡаҙаҡбаев хаҡында. Был әңгәмәлә Илсур үҙенең ошо арбағыс та, ғазаплы ла, күптәрҙең күңел табалына әйләнеп китә алған театр донъяһына нисек килеүе, мәңге асылып бөтмәҫ сер, мәңге яулай алмаҫлыҡ бейеклек булып тойолған режиссер хеҙмәтенең үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итә.

– Илсур, һеҙ беҙҙең башҡорт театрының хәҙерге тарихында мөһим күренешкә әүерелгән төркөмдөң – тәүге «щепкинсылар»ҙың сағыу бер вәкиле. Беҙҙең күҙ алдында асылған, үҫешкән, ролдәр ижад иткән, абруйлы исемдәр яулаған хәҙер инде тәжрибәле актерҙар быуыны һеҙ. Был хәл кисә генә булған һымаҡ, ә шулай ҙа Мәскәүҙә юғары уҡыу йорто тамамлап, республиканың төп театрында эш башлауығыҙға ун биш йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Театр сәнғәте менән нисек ҡыҙыҡһына башлауығыҙ, Мәскәүҙә уҡыған осороғоҙ тураһында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙсе?

– Бала саҡта театр түңәрәгенә йөрөһәм дә тормошомдо сәнғәт менән бәйләргә тигән уйым юҡ ине. Ниндәй ҙә булһа техник вузды һайлармын тип уйлай торғайным. Хатта хәрби карьера хаҡында ла уйлаған сағым булды. Тик театр йүнәлеше буйынса уҡырмын тигән хыял юҡ ине. Әммә театр түңәрәгендә шөғөлләнгәндә кемгәлер үҙенә тәғәйен ролде нисегерәк итеп уйнарға кәңәш биреүем аныҡ хәтеремдә. Шуға ла, башҡа һөнәрҙәр хаҡында уйлаһам да, күңелдә ижадҡа ынтылыш йәшәгән. Ә хәрби карьера – ул бары тик малайлыҡ хыялы булған. Олатайым диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, өйҙәрендә уның шул мәлдәге матур бер фотоһы эленеп торҙо. Шуға күҙем ҡыҙған. Ул саҡта быны аңлап бөтмәһәм дә, үткәндәргә күҙ һалһаң, барыһы ла ап-асыҡ күренә хәҙер. Башҡорт академия драма театрының ауылыбыҙға спектаклдәр менән килеп, беҙҙең йортта туҡталыуы ла юҡтан ғына булмаған һымаҡ миңә. Эйе, хатта мәктәпте тамамлау алдында торғанда ла мин театр йүнәлеше буйынса белем алыу тураһында уйламаным әле. Әммә күрше Фәниә апай Мәскәүҙәге Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн махсус төркөм йыйыуҙары хаҡында хәбәр итте. Хәҙер шуны аңлайым, мине Мәскәү һүҙе ылыҡтырған. Шуға ла бәхетемде һынап ҡарарға теләгәнмен. Һәм, һөҙөмтәлә, һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ошо уҡыу йортоноң студенты булып киттем. Эйе, уйлап ҡараһаң, осраҡлы килеп сыҡҡан һымаҡ. Әммә тормошта осраҡлыҡтарға урын юҡ.

Ул көндәр әлегеләй хәтеремдә, ошонда, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма тетарында һынау тоттоҡ. Һуңынан, август аҙағында, кемдәр үткән, шуларҙы Мәскәүгә алып киттеләр. Һәм биш йыл белем алғандан һуң ошо уҡ сәнғәт усағына ҡайтып төштөк. Беҙ егерме биш студент уҡып бөттөк. Әммә 12 кеше генә был театрға эшкә алынды. Ҡалғандар республика театрҙары буйлап таралышты. Һәм, үкенескә күрә, уларҙың күбеһе сәнғәттән китте. Шулай ҙа беҙ, ошо театрҙа ҡалған егеттәр-ҡыҙҙар, бөгөнгә саҡлы һайлаған юлыбыҙға тоғро. Курсташтарымдың Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алыуына бик шатмын. Сөнки ижад кешеһе, актер өсөн үҙ эшеңдең баһаланыуы мөһим. Был уның артабанғы ижадына ла, һөнәренә тоғро ҡалыу-ҡалмауына ла йоғонто яһай. Ни тиһәң дә, театр – коллектив хеҙмәт. Спектаклдең уңышы – ул берҙәм, уртаҡ ижад емеше. Актерға гел генә төп ролдәр эләкмәүе, шуға ла уның артыҡ күҙгә салынып бармауы ла ихтимал. Ә эстрада артисы үҙе генә сығыш яһай ала һәм концерттар йышыраҡ ҡуйыла, техник яҡтан уларҙы сығарыуы ла еңелерәк.

Мәскәүҙә уҡыған йылдарҙа уҡ беҙ үҙебеҙҙең ошо театрға кәрәк икәнлегебеҙҙе тойҙоҡ. Театр етәкселеге тарафынан һәр саҡ иғтибар булды. Төркөмдөң үҙ ҡанаты аҫтына алған, ғаиләһен, яҡындарын Өфөлә ҡалдырып, үҙенең биш йыл ғүмерен беҙгә бағышлаған Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсинаны ла һәр саҡ йылы тойғолар менән иҫкә алабыҙ. Ул осорҙа кисә генә мәктәп тамамлаған егет-ҡыҙҙарға үҙҙәрен һәр саҡ контролдә тотоуҙары оҡшап та етмәгәндер инде. Әммә йылдар үткәс остазыбыҙҙың беҙҙең янда йөрөүе ни тиклем әһәмиәтле, ни тиклем кәрәкле булыуына төшөнәбеҙ. Мәскәүҙә уҡыған саҡтар бик күңелле осор булып хәтерҙә ҡалған. Беҙҙең үҙ-ара дуҫлыҡҡа, берҙәмлеккә шул йылдарҙа нигеҙ һалынған. Төрлө кастингтарға йөрөнөк, ҡаршыла ғына урынлашҡан Бәләкәй театрҙың күмәк сәхнәләрендә ҡатнаштыҡ. Фильмдарҙа төшөүселәр ҙә булды. Бер уйлаһаң, актер өсөн Мәскәүҙең үҙ әүрәткестәре бар. Унда ҡалһаң, үҫеш өсөн дә мөмкнилектәр ҙурыраҡ һымаҡ. Һәм башҡа төбәктәрҙән килгән төркөмдәр шунда ҡалыу яғын да ҡарай ине. Әммә беҙҙең төркөмдән Мәскәүҙә ҡалыусылар булманы. Һәммәбеҙ ҙә Башҡортостанға ҡайттыҡ. Тоғролоҡ, илһөйәрлек кеүек тойғолар көслө булғандыр беҙҙә.

Уҡыу йортон тамамлап театрҙа эш башлағандан һуң күп тә үтмәҫтән, режиссерлыҡа уҡырға тип, йәнә Мәскәүгә юл тотҡан Илсур Ҡаҙаҡбаев тураһында матур мәҡәләне журналыбыҙҙың апрель һанында тулы килеш уҡырға була. "Тамаша"ға яҙылығыҙ :-) 

«Кеше күңеленә дауа эҙләп тә театрға киләлер ул бөгөн...»
«Кеше күңеленә дауа эҙләп тә театрға киләлер ул бөгөн...»
Автор:
Читайте нас: