+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Апрель 2023, 15:00

“Кино килгән! Кино!..”

“Кино килгән! Кино!..”Бала саҡтағы ошо шатлыҡлы ауаз әле лә ҡолаҡ төбөндә ишетелгәндәй. Ауылға кино килтерһәләр, бер байрам була торғайны. Иң беренсе киномеханик, дәрәжәһен белеп кенә ауылдар буйлап йөрөп, иғлан элеп сыға. Осраған һәр кешенең ауыҙында бер һүҙ: “Киноға бараһыңмы?” Беҙ, малайҙар, магазинға йомортҡа тапшырып йыйған 20 тинебеҙҙе күптән кеҫәлә шалтыратып, кис төшкәнен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ниһайәт, кемдәрҙер, ултырғысын күтәреп, клуб яғына йүнәлә. Беҙгә ултырғыс кәрәкмәй, урыныбыҙ иң алда — иҙәндә. Бына тылсымлы нурҙар ағыла, һәм мөғжизәләр донъяһына сумабыҙ...Бөгөн кино менән кешене аптыратып булмай. Теле­ви­зорҙан да, Интернет аша ла йәнең теләгәнен ҡарай ала­һың, се­риал­дар­ҙан хатта биҙрәп бөткәнбеҙ. Ләкин

Башҡорт телендәге фильмдар ҡуйылһа, бер танһыҡ булып ҡала. Әлбиттә, башҡорт кинематография өлгөләре әлегә бармаҡ менән һанарлыҡ. Шулай ҙа республикабыҙҙа кино сәнғәтенең нурлы киләсәге булырына өмөт бар. Бөгөн кинорежиссерҙар Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағолов, Айнур Асҡаров, Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар ошо өлкәлә ҡайнап йәшәй, ең һыҙғанып эшләй.
Башҡорт кинолары Рә­сәй кимәлендә үткән төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша. Бына тигән йәштәребеҙ үҫеп килә, финанс йәһәтенән ярҙам булғанда, маҡсаттарға өлгәшергә форсат тыуасаҡ.
Һуңғы ваҡытта кино сәнғәтенә гранттар бүленеүе лә – шатлыҡлы күренеш. Грант дәүләт тарафынан ҡыҙыҡлы тип табылған ниндәйҙер проектты тормошҡа ашырыу өсөн бер тапҡыр бирелә. Ләкин теге йәки был фильмды төшөрөүгә дәүләт тарафынан һорау булыуы ла мотлаҡ. Нисек кенә бул­маһын, кино сәнғәте һөнәр кешеһенең гүзәл образын тыуҙырып, рухи йәһәттән файҙалы эш башҡара. Юлдар насар, төҙөлөштә етеш­һеҙлектәр күп, коррупция сәскә ата, тип яр һалабыҙ. Сөнки яҡшы белгестәр, үҙ эшенә бирелгән кешеләр һирәк. Совет осоронда ниндәй ҙур тәрбиә мәктәбе булды кино! Заман кешеһен “тыуҙырыуҙа” уның мөмкинлеге ҙур.
Аллаға шөкөр, йәш, талантлы кино­режиссерҙарыбыҙ тырышлығы менән туған теле­беҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙы ҡарап ҡыуанабыҙ. Башҡорт кеүек көслө, бай тарихлы халыҡтың кино сәнғәте, бер һүҙһеҙ, йәшәргә хаҡлы. Йәштәр өсөн кинонан да көслөрәк пропаганда юҡ. Улар, китап уҡымаһа ла, кинофильмдарҙы ҡарай, шуларҙан фәһем ала, һығымта яһай, донъяға ҡарашы формалаша. Башҡорт халҡының үҙ мәнфәғәттәрен яҡтыртҡан, уны борсоған мәсьәләләрҙе күтәргән милли киноһын ҡарарға тулы хаҡы бар. Ул башҡорт телендә булырға һәм унда баш­ҡорт артистары уйнарға тейеш. Кино — ул милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа көслө ҡорал!
Ки­нематографияһы киң үҫеш алған халыҡты донъя кимәлендә таныйҙар. Һуңғы йылдарҙа телевидениены сит илдәрҙең донъяла йәшәүҙән биҙҙереүгә, ҡараң­ғылыҡҡа, өмөтһөҙлөккә, ҡан ҡойошҡа, үс алыуға ҡоролған фильмдары баҫып алды. Улар тормошобоҙҙо һис кенә лә байытмай, йәмләмәй, киреһенсә, кү­ңелдәрҙе бысрата. Шуға күрә бай йөкмәткеле кинолар төшө­рөргә өлгөргән үҙебеҙҙең “Башҡортостан” киностудияһы фильмдарына өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙҙер.

 

“Өс таған” кинофестивале ғаризалар ҡабул итә башланы

“Өс таған” кинофестивале ғаризалар ҡабул итә башланы
 

“Өс таған” Республика үҫмерҙәр һәм балалар кинофестивале буласаҡ ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул итә башланы. Быйыл фестиваль педагогтарға, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергән остаздарға арнала. 

Фестивалдә авторҙар, коллектив-авторҙар, йәғни бала менән уҡытыусы, атай-әсәйҙәр ҡатнаша ала, ләкин улар ике кешенән артыҡ булырға тейеш түгел. 

Кинофестиваль ҡыҫҡа метражлы фильм, документаль фильм, йәнһүрәт, музыкаль клип, социаль ролик номинациялары буйынса үтә. 

Сара ике этапта ойошторола: 2023 йылдың 10 апреленән 11 сентябрға тиклем  ғаризаларҙы һәм эштәрҙе ҡабул итеү; 18 - 23 сентябрь - жюри эштәрҙе баһалай.

Ойоштороусылар:  Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы, Башҡортостан кинематографистар союзы, Рәсәй кинематографистар союзы.

“Кино килгән! Кино!..”
“Кино килгән! Кино!..”
Автор:
Читайте нас: