-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Апрель 2023, 17:00

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы

-

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Илнур ХӘЙРУЛЛИН:

Көйҙө эстән кисерергә кәрәк

Бөгөн төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡанда шул етешһеҙлек күҙгә ташлана: йырсылар ҙа, ҡурайсылар ҙа йырҙы аңлап етмәй, бер көйгә һалып йырлай йә уйнай. Һәр бер халыҡ көйөнөң үҙенең характеры, уны бирә торған эмоциональ биҙәлеше бар. Мәҫәлән, "Һыр" йырын лирик көй итеп уйнайҙар, бына һин тәбиғәт ҡосағында йөрөп ятаһың, шишмә сылтырып ағып ята, ҡоштар һайрай, барыһы ла матур. Ә ул - трагедия. Ғөмүмән, башҡорт көйҙәренең күбеһе тотош милләт өсөн трагедия булған ваҡиғалар, фажиғәле яҙмыштар тураһында. Көйҙөң үҙ үҫеше, иң юғары эмоциональ нөктәһенә төрлө биҙәлеш биреп була. Көйҙө тышынан түгел, эсенән уйнарға, эстән кисерергә кәрәк.
Шулай уҡ боронғоса уйнау алымы юғала, тип дөрөҫ әйтәләр. Ажғырып, гөрләтеп уйнаған ҡурайсылар бөгөн бер тиҫтәгә лә тулмайҙыр. Ишмулла Дилмөхәмәтовтар, хатта Әҙеһәм Исҡужиндар ҙа икенсе төрлө уйнаған, сөнки уларҙың тауыш ҡуйылышы башҡа булған. Ғата Сөләймәнов Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы асҡас, "Ғата ҡурайҙы боҙа", тип йөрөүселәр ҙә табылған. Борон башлыса тамаҡ менән уйнағандар, нота менән уйнау алымдары ингәс, тәбиғи ҡурай икенсе төрлө яңғыраш алған. Йәғни, тауыш сыға, әммә тауыштың тығыҙлығы, тәрәнлеге боҙола. Ҡайһы бер ҡурайсыларҙы тыңлаһаң, уларҙың моңо ҡолаҡҡа ятып ҡына тора, матур. Остаздарыбыҙ - Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев, Рәсүл Ҡарабулатовты миҫал итеп килтерергә булыр ине. Шуға ла бит был һөнәрҙә уҡытыусы мөһим ролде уйнай, ҡурайҙа уйнау серҙәрен асты, тигәндә, "сер" төшөнсәһенә тап ошо тауышты сығарыу, көйҙө урынына еткереп уйнау, телде нисек ҡуйыу үҙенсәлектәре инә лә инде. Уҡыу йорто бит һиңә нигеҙ генә һала, йүнәлеш бирә, ҡалғаны үҙеңдән тора. Шуға ла Ғата Сөләймәновтың, ҡурайсылар ҙа профессиональ белем алһын, дипломдары булһын, киләсәктә эшкә урынлаша алһын, тигән маҡсаттары изге булған, бөгөн беҙ уға рәхмәтлебеҙ.

 

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙешмәкәр һәм профессиональ солистарҙың, ҡурайсылар ансамблдәрҙең сығышы йәш буйынса өс төркөмгә бүлеп баһалана. 12 йәшкә тиклемге һәм 12-16 йәшлек башҡарыусылар бер турҙа ярыша һәм ике музыкаль әҫәр (оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй) менән сығыш яһай.

16 йәштән өлкән ҡурайсылар өсөн ике тур ҡаралған. Был йәш категорияһында үҙешмәкәр артистар дүрт әҫәр башҡара. Ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған профессиональ музыканттар алдында оҙон көй уйнау бурысы тора. Һайлап алыу өсөн 100 әҫәр тәҡдим ителгән, улар араһында «Ашҡаҙар», «Һандуғас», «Сибай», «Буранбай», «Томан» бар.

Ҡурайсылар ансамблдәре бер турҙа ике йәш категорияһында ярыша. Улар ике көй башҡарасаҡ: береһе – оҙон көй, икенсеһе – оҙон көй, марш йәки ҡыҫҡа көй. Бер көйҙө икенсе музыка ҡоралдары оҙатыуында баш ҡарарға мөмкин. Бәйгеселәр традицион башҡарыу мәҙәниәтенә эйә булырға тейеш.

Ғаризалар 15 майға тиклем [email protected][email protected] электрон адрестарына ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50 (Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире Эльвира Искәндәр ҡыҙы Әхмәтйәнова).

Конкурстың положениеһына һылтанма: https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov/7926-polozhenie-o-xxii-respublikanskom-prazdnike-kuraya-im-gaty-sulejmanova

Сараның ойоштороусылары: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте. 

 

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы
Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы
Автор:
Читайте нас: