+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Апрель 2023, 13:00

Сахалин һөйөүен башҡорт бейеүе менән яулай

Ярҙарын диңгеҙ тулҡындары йыуған, Рәсәй сигендә урынлашып, Японияға күршеләш, ҡырыҫ тәбиғәтле Сахалин утрауы... Ошо ете ят ерҙә башҡорт бейеүе сәхнәләрҙе биҙәй, тамашасы күңелен яулай. Бейеү генә түгел, был яҡтарҙа башҡорт йырҙары ла яңғырай. Һүҙем ошо сит тарафтарҙа мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә булышлыҡ иткән Гүзәл Солтанова һәм ул етәкләгән «Гөлдәр» башҡорт бейеүе һәүәҫкәр ансамбле хаҡында.

Концерт залында уттар һүнә. Тынлыҡ урынлаша. Сәхнә артынан күңелдәргә үтеп инерлек ҡурай моңо ағыла. Ҡайҙалыр тарих төпкөлөнә алып китеүсе, ҡымыҙ еҫтәре аңҡып торған йәйләүҙәрҙе урап үтеүсе, аҡ тирмәле боронғо башҡорт аҫаба ерҙәрен барлаусы ҡурай моңо. Берсә һағышлы, берсә дәртле яңғыраған был илаһи моң һәр кемдең йөрәгенә үтеп инеп, күңел ҡылдарына ҡағыла.

Ошо моң ағылған сәхнәгә софиттар яҡтылығында бер-бер артлы теҙелешеп һомғол буйлы ҡыҙҙар сыға. Улар башҡарған башҡорт милли характерын, рухын сағылдырыусы бейеү тамашасы өсөн яңы, ят һәм үҙенсәлекле. Шуға ҡарамаҫтан, ул уны битараф ҡалдырмай. Бейеүсе ҡыҙҙарҙың яғымлы йылмайыуҙары, күҙҙең яуын алырҙай сағыу милли кейемдәре, тәңкә-сулпыларын сыңлатып сәхнәнән үтеүҙәре концерт ҡараусыларҙы таң ҡалдыра. Һалмаҡ ҡына хәрәкәтле булһынмы, үксә тыпырлатып башҡарылған булһынмы, башҡорт асылын сағылдырыусы бейеүҙе һоҡланмайса ҡарау мөмкин түгел шул. Бейеүселәрҙе тамашасы дәррәү алҡыштарға күмеп оҙата.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы тип иғлан ителгән 2022 йылда «Гөлдәр» башҡорт бейеүе ансамбле «Тыптырҙаҡ» бейеүе менән Көньяҡ Сахалин ҡалаһында ойошторолған Йәштәр ижадының XIX «Талант» фестиваль-конкурсында грап-при яулай. Сит өлкәлә, сит тамашасы һәм баһалама ағзалары алдында әллә күпме сығыш яһап, лауреат, еңеүсе исеменә лайыҡ булһаң да, әлбиттә, ҡабат-ҡабат сәхнәгә сығыу һәр саҡ тулҡынландырғыс. Тәҡдим иткән сығышың өсөн иһә ҙур баһа алыу – үҙе бер мәртәбә. Тимәк, эштәреңде ҡалдырып репетицияға йүгереүең, әллә күпме ваҡыт дауамында аяҡ-ҡулдарҙы талдырып шөғөлләнеүең, килеп сыҡмаған хәрәкәттәрҙе әленән-әле ҡабатлауҙарың бушҡа булмаған. Тимәк, бейеүең аша еткерергә теләгән уй-хистәрҙе тамашасы күңелендә уята алдың, ҡуйған маҡсатыңа ирештең тигән һүҙ.

Сахалинда башҡорт мәҙәниәтенең милли һыҙатын, рухи асылын һаҡлауға булышлыҡ иткән, бейеү аша ят ерҙә уны үҫтереүгә тос өлөш индергән «Гөлдәр» башҡорт бейеүе ансамбле барлыҡҡа килеүенә бына инде 10 йыллап ваҡыт та үтеп килә. Бөгөн был яҡтарҙа әлеге коллективты белмәгән кеше юҡтыр тиһәк, хата булмаҫ. Сөнки гөлдәрҙәр һәр мәҙәни сарала ҡатнашып килә. Уларҙың дәртле бейеүҙәрен сәнғәт һөйөүселәр көтөп ала, ярата.

Ә бит башҡорт бейеүе ансамбле булдырыу ҡасандыр ошо утрауға Силәбе өлкәһенән тормош иптәше менән күсеп килгән Гүзәлдең бер бәләкәй генә хыялы ине. Хатта Силәбенән сумаҙанына сәхнә кейемдәре тегеү өсөн нышып тығып туҡыма алып килеүе лә ошоға дәлил.

Гүзәл Силәбе өлкәһе Иркәбай ауылында Сәлиә менән Сәлихйән Хакимовтарҙың икенсе балаһы булып донъяға килә. Ағаһы Илгиз менән ул бәләкәйҙән атаһының гармунда уйнауын ишетеп, әсәһенең бейеүен күреп үҫә.

«Атайымдың көйҙәр уйнауы, боронғо башҡорт йырҙарын йырлауы әле лә күҙ алдымда. Музыка өлкәһендә бер ниндәй белеме булмаһа ла, көйҙө ишетеп, тойомлау һәләте бар ине. Ниндәй генә байрам булмаһын – уның ҡулында гармун. Көйҙө ишетә лә, шунда уҡ уйнап та ебәрә. Хатта бер мәлде туғандарыбыҙҙа торған пианино артына тәү тапҡыр ултырып, башҡорт көйөн уйнап ебәреүе менән беҙҙе шаҡ ҡатырҙы. Ә инәйем йәштән үк, Силәбелә уҡыған мәлендә, түңәрәктәргә йөрөп, бейергә һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә».

Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән,  тигәндәй, ағаһынан айырмалы рәүештә, Гүзәл ата-әсәһенән күрмәксе, сәнғәткә ылығып үҫә. Тик тиҫтерҙәренән үткерлеге менән әллә ни айырылмаған, тыныс холоҡло балаға кеше алдына сығып бейеү, йырлау еңелдән булмай.

«Инәйем бейергә өйрәткәндә, юҡ, бейемәйем, оялам, тип, илағанмын бәләкәй сағымда. Шулай ҙа ул ныҡышмал булып сыҡты, тора-бара оялыуымды еңергә тура килде. Инәйем йыл да үҙ ҡулдары менән яңы йыл байрамына оҫта итеп төрлө кейем тегеп кейҙерә ине. Минең костюмым башҡаларҙыҡынан сағыу булыуы менән айырылып тора. Тик еңер өсөн был ғына етмәй, һәләтеңде күрһәтер кәрәк. Йырлап-бейеп, костюмдар конкурсында 1–2-се урындар ала инем. Ә урта класта уҡығанда район бәйгеһендә еңеп, ҙур магнитофон отҡас, минең үҙ-үҙемә ышанысым артты».

Был еңеүҙән һуң Гүзәл дәртләнеп китә. Хәҙер инде ул йырҙан, бейеүҙән башҡа, сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр уйлап сығара башлай, үҙенә костюмдар тегә. Һәләтле һәм тырыш ҡыҙ был тамашаһы менән мәктәп байрамдарында сығыш яһай, район бәйгеләрендә ҡатнаша. Әлбиттә, йырлы-көйлө мөхиттә үҫкән баланың киләсәктә сәнғәт кешеһе булып китеренә шик тә юҡ. Мәктәпте тамамлағас ул мотлаҡ ошо юлды һайлаясаҡ кеүек. Тик ҡыҙыҡһыныусан Гүзәл бөтөнләй башҡа өлкәлә үҙен һынап ҡарамаҡсы. Ул ҡыҙыҡлы студент йылдарын иҫкә алып, Силәбенең агроинженерия университетының филиалы Агроэкология институтынан нисек Бөйөк Британияға барып эләгеүе хаҡында һөйләй:

 

Ете ят ерҙән килеп төшкән ҡыҙыҡ мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының апрель һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар.

Сахалин һөйөүен башҡорт бейеүе менән яулай
Сахалин һөйөүен башҡорт бейеүе менән яулай
Автор:
Читайте нас: