-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туйсиндар нәҫеленең талантлы ҡыҙы

Туйсиндарҙың йыр-моңға ғашиҡ, ҙур, татыу ғаиләһенән бихисап таланттар сыҡҡан. Ғөмүмән, был ғаиләлә йырламаған кеше юҡ, тип белә яҡташтары.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә ТУЙСИНА Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында күп балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. Туйсиндарҙың йыр-моңға ғашиҡ, ҙур, татыу ғаиләһенән бихисап таланттар сыҡҡан. Ғөмүмән, был ғаиләлә йырламаған кеше юҡ, тип белә яҡташтары. Флүрә Туйсина-Аллаярова бөтә хеҙмәт юлын тыуған төйәгенең мәҙәниәтен үҫтереүгә арнай. 1975 йылдан алып, 40 йылдан ашыу (!) Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй. Улар тормош юлдашы Мирхәт Аллаяров менән дүрт бала үҫтерәләр, бөгөн һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй-ҡартатай булып, бәхетле ғүмер кисерәләр. Талантлы әсәйҙең балалары ла талантлы: бөгөн ҡыҙҙары Фирүзә менән Илгизә лә тамашасыларын моңло йырҙар менән ҡыуандыра. Фирүзә сәнғәт донъяһында Париж тигән яңғырауыҡлы псевдоним аҫтында танылыу яуланы. Флүрә ханымдың атаһы, йәғни Фирүзәнең ҡартатаһы Париж исемле булыуын, бәлки, ҡайһы берәүҙәр белеп тә етмәйҙер. Үҙенә генә хас моңо, башҡарыу стиле булған Флүрә ханымдың йырҙары бик күптәрҙең күңеленә хуш килә. Уның үҙ тамашасылары бар.

Туйсиндар нәҫеленең талантлы ҡыҙы
Туйсиндар нәҫеленең талантлы ҡыҙы
Автор:
Читайте нас: