-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңел кәрәҙҙәрен күркәм мәғлүмәт менән тултырып

-

 Башҡортостан сәнғәте, мәҙәниәте яңылыҡтарын бар донъяға белдереп, баш ҡалала һәм республикабыҙҙа уҙған мәҙәни сараларҙың матурлығын, әһәмиәтен һыуынмаҫ борон һәм сәғәтендә яҡтыртып өлгөргән бал ҡортондай егәрле һылыуҡай журналист Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы Аралбаева менән ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙоҡ.

– Минең рухи донъямды байытҡан бөтә дуҫтарым – мәҙәниәт, сәнғәт донъяһынан. Улар менән аралашыу – күңел офоҡтарымды киңәйтә, ти ул.

– Сәнғәт донъяһына һәр кем үҙ юлы менән килә. Һинең дә, оло юлға әүерелеп, юғары үрҙәргә илткән һуҡмаҡтарың бар. Тыуған яҡтарың, һине бар иткән ғаиләң, илһам тиреп үҫкән мөхитең хаҡында ниндәй матур бала саҡ хәтирәләре һаҡлайһың?

– Мин Өфө ҡалаһында тыуып үҫтем, Максим Горький исемендәге 3-сө һәм Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәптәрендә уҡыным. Әммә үҙемде ҡала ҡыҙы тип кенә әйтә алмайым. Атайым Хәйбулла яҡтарынан, әсәйем Әбйәлил районының данлыҡлы Күсем ауылынан – мин Үҫәргән һәм Тамьян ырыуҙары ҡыҙы булып сығам инде. Йәйге каникулдарҙы апайым Айгөл менән йыл һайын Күсемдә өләсәй менән олатай янында үткәрә торғайныҡ – ошо яҡтарҙы үҙемдең тыуған ерем тип һанайым. Бөтә ауыл эшен беләбеҙ – икмәк тә бешерҙек, ҡотоҡтан һыу ҙа ташыныҡ, мунса ла яҡтыҡ, бесәнен дә йыйҙыҡ, картуф та күмдек, бөтә ғаиләгә ашарға ла әҙерләй торғайныҡ. Ҡайын урманында еләк, мәтрүшкә йыйыуҙы әйтеп тораһы ла түгел. Атайымдың тыуған яҡтарына һирәгерәк ҡайтһаҡ та – Таналыҡ буйҙары, даланың киңлеге, хуш еҫле үләндәре, балҡып торған тулы йәйғорҙары ла күңелемә яҡын...
Атайым – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай миңә арнаған «Ләйләгә» шиғырында ла ошо турала яҙа:
Һин ҡалала тыуып үҫһәң дә,
Шаулы ҡаланы үҙ итһәң дә,
Бел: тыуған ер – Ҡырҡты буйҙары,
Мәмбәттауҙың әсе баланы,
Баҫыуҙағы һабан турғайы;
Тыуған ер ул – дала ҡылғаны,
Ата-бабаларҙың ҡорғаны...

Минең бала сағым китаптар һәм музыка донъяһында үтте. Дүрт йәштә уҡырға өйрәндем, ике телдә – башҡортса һәм русса һөйләшеп тә, уҡып та үҫтек. Китаптарыбыҙ өйҙә бик күп, бәләкәй саҡтан иң яратҡан шөғөлөм – икмәк ашап, китап уҡыу булды. Пушкин, Лермонтов, Толстой, Гоголь, Чехов, Горький һәм башҡа классиктарҙың китап томдары урынлашҡан атайымдың шкафтары, башҡорт әҙәбиәтенә арналған һары шкафының ишектәре ябылып өлгөрмәй торғайны. Әсәйем Клара Ғүмәр ҡыҙы Крупская (әлеге ваҡытта Зәки Вәлиди) исемендәге китапханала эшләгәс, унда ла көн үткәрә торғайным – китаптар һаҡланған мөғжизәле, серле донъяны бәләкәйҙән үҙ иттем.
Музыка мәктәбенә уҡырға үҙ теләгем менән барҙым, атайым бик матур, «Лира» исемле пианино һатып алды. Яуаплы кеше булараҡ, сәғәттәр буйы прелюдия, инвенция, сонаталар ятлап уйнай торғайным. Ул ваҡытта иң яратҡан композиторым Бетховен ине – уның музыкаһы ғына түгел, тетрәндергес яҙмышы, бөгөлмәҫ характеры, тормош ауырлыҡтарына бирешмәүе һоҡландыра торғайны.
Бәләкәй саҡта минең ике хыялым булды – береһе йырсы, икенсеһе – яҙыусы булыу. Әсәйем дә, атайым да башҡорт халыҡ йырҙарын йырлайҙар, өйөбөҙҙә һәр саҡ радио концерттары яңғырай торғайны. Мин үҙем дә бер нисә тапҡыр мәктәп сәхнәһендә йырлап сығыш яһағаным булды. Рафиҡ Сәлмәновтың «Һау булығыҙ, аҡҡоштар», Владимир Шаинскийҙың «Голубой вагон» йырҙарын йырлағаным иҫемдә. Сәнғәт училищеһында уҡығанда Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғомановаға вокал дәрестәренә лә йөрөнөм, әммә йырсы булырға насип булманы, хәҙер үкенмәйем дә.
Икенсе хыялыма килгәндә – бала саҡтан мин шиғырҙар, хикәйәләр, хатта пьесалар ижад иттем, оҙаҡ йылдар көндәлек алып барҙым. Әле лә бер көнгә лә «ҡәләмде» ташлаған юҡ (тырнаҡ эсенә алдым, сөнки хәҙер бит беҙ компьютерҙа баҫабыҙ). Яҙыусы булып китмәһәм дә, журналист эше барыбер ижадҡа, яҙыуға бәйле. Ә хикәйәләр, шиғырҙар яҙыуҙы әле лә дауам итәм, әммә үҙем һәм яҡындарым өсөн генә. Атайымдың юлын ҡабатламаҫҡа булдым – барыбер уны уҙҙырып булмаҫ...

– Ҡабатланмаҫ мәктәп һәм үҫмер осоро йылдарында ғәҙәттә ижад донъяһына тәүге аҙымдар яһала. Кәңәш һәм һабаҡ биреүсе, ҡанат ҡуйыусы остаздарың кемдәр булды?

– Мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтҡанда – мин мәктәптә бәхетле булманым, ҡабатланмауына ҡыуанам. Ныҡ оялсан, баҫалҡы инем, малайҙар менән һаулыҡ һорашырға ла ояла торғайным. Беренсе класта беҙгә насар уҡытыусы эләкте – балаларҙы туҡмай, ҡолағынан тарта, ҡысҡыра, төрлөсө мыҫҡыллай торғайны, әсәйем уның менән әллә нисә тапҡыр барып һөйләште. «Ярай, һеҙҙең балағыҙға теймәҫмен», – тип кенә вәғәҙә итте лә, башҡаларҙы туҡмауын йыл буйы дауам итте. Был минең өсөн шундай ҡырағай күренеш булды, урынымдан торорға ла ҡурҡып ултыра торғайным... Бер ваҡыт 5 минутҡа беренсе дәрескә һуңлаған өсөн өс дәрес дауамында аяҡ өҫтө баҫып торҙоҡ. Икенсе класта ғына, бәхеткә ҡаршы, беҙгә изге күңелле, бик һәйбәт уҡытыусы Наталья Владимировна Желтова килде, уның тураһында тик йылы хәтирәләр һаҡлайым.
Урта мәктәптә класс етәксебеҙ Людмила Анатольевна Санникова булды. Кешелекле, ижади күңелле, ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле алымдар менән эшләгән уҡытыусы, ул беҙҙең шәхес булараҡ үҫеүебеҙгә ҙур өлөш индерҙе. Театр түңәрәген алып бара торғайны, ҡышҡыһын беҙҙе саңғыла, йәй көндәре походтарға йөрөттө, футбол уйнатты. Әле лә йыл һайын уның тыуған көнөндә өйөндә йыйылышабыҙ.
9-сы кластан һуң мин сәнғәт училищеһына музыка теорияһы бүлегенә уҡырға инергә ҡарар иттем. Сәнғәт училищеһы – тәүге дуҫтар, тәүге мөхәббәт, тәүге ижади аҙымдар йылдары. Ниһайәт, мәктәптә булған минең өсөн кәрәкмәгән дәрестәрҙән (математика, физика, химия һ.б.) бушаным. Яратҡан уҡытыусыларым Ғәлиә Рәис ҡыҙы Ғәлиева, Антонина Александровна Васильева, Светлана Георгиевна Шаһиәхмәтова һөнәребеҙ серҙәрен асты, уларға рәхмәтлемен.
Студент тормошобоҙ ҡыҙыҡ ине. Ҡурайсы ҡыҙыҡай Лена Ғүмәрова менән БДУ-ла урынлашҡан «Ирәндек» бейеү ансамбленә барҙыҡ, халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә башланыҡ. Унда бик күп кешеләр менән таныштым – әлеге ваҡытта улар сәнғәтебеҙҙең билдәле шәхестәре. Көн аша тиерлек «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайы (хәҙер «Башҡортостан» ДКЗ) «Аҡ тирмә» клубы концерттарына, Актерҙар йортона, филармонияға концерттарға йөрөнөк – ул ваҡытта милли рух шундай көслө ине, рәхәтләнеп йырлап-бейеп ҡайта торғайныҡ. «Һылыуҡай», «Урал моңо», «Йәшлек-шоу» кеүек яңы башланып торған күркәм сараларҙың шаһиты булдыҡ.
Мәктәптә башҡортса уҡымағас, башҡорт теленең грамматикаһын белеп етмәй инем. Ошо йылдарҙа музыкаль терминдар һүҙлеге өҫтөндә эшләү минең өсөн ҙур мәктәп булды. Билдәле скрипкасы, училищела эшләгән педагог Булат Осман улы Абдулбанеев миңә 3 меңгә яҡын терминды башҡорт теленә тәржемә итеү эшен ышанып тапшырҙы. Ул ваҡытта компьютер юҡ ине әле, бөтә яҙмалар ҡулдан яҙыла. Ярты йылға русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектәр минең өҫтәл китаптарына әүерелде, шулай уҡ һәр битте атайымдан тикшертеп барҙым. Башҡорт теле нескәлектәрен өйрәнеүҙә, һүҙ байлығын үҫтереүҙә минең өсөн был бик файҙалы эш булды.
Училищела уҡыған йылдарымда унда Глинка исемендәге халыҡ-ара вокалистар конкурсы үткәрелде. Тәүге мәҡәләләрем шул конкурстан яҙылды, «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәре биттәрендә донъя күрҙе. 18 йәштә генә булыуыма ҡарамаҫтан, аптыраманым – конкурсҡа әҙерлек тураһында мәҙәниәт министры урынбаҫары Ирина Мәхмүтоваға шылтыратып, барып уның менән интервью яҙып алдым. Артабан конкурс барышында баш ҡалабыҙға төрлө тарафтарҙан килгән йырсылар, мәшһүр жюри ағзалары менән аралашып, уларҙың фекерҙәрен яҙып, училище стендына элеп барҙыҡ. Шул ваҡытта мине телевидениеның «Музыка» ижад берекмәһендә лә күреп ҡалдылар, күренекле йырсы Радик Гәрәев, билдәле профессор Миләүшә Мортазинаның фекерҙәрен яҙып алырға ҡуштылар. Моғайын, телевидениела эшләү хыялы күңелемдә шул саҡта барлыҡҡа килгәндер ҙә.

– Сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһына тәүге аҙымдарың ҡайҙан башланды?

– Сәнғәт училищеһын тамамлағанда мин «Тамаша» журналына йүнәлтмә (распределение) алғайным. Әммә миңә сәнғәт институтында яңыраҡ асылған башҡорт музыкаһы факультетына инергә тәҡдим иттеләр. Унда ике йыл уҡып, башҡорт фольклорын ныҡлап өйрәнгәс, үҙенең традициялары менән дан тотҡан музыка тарихы бүлегенә күстем. Диплом эшем башҡорт музыкаһы аҡһаҡалы Заһир Исмәғилев операларына арналғайны, уның үҙе менән дә һөйләшергә, фекерҙәрен кассетаға яҙып алырға насип булды. Диплом етәксем бик тәжрибәле, аҡыллы уҡытыусы Татьяна Степановна Угрюмова минең башымдағы бөтә белемде тәртипкә килтерҙе, эште дөрөҫ планлаштырырға, һәр бер тезисты асырға, дәлилләргә өйрәтте. Мин ул ваҡытта кейәүгә сығып, бала тапҡайным. Бәләкәй бала менән уҡыу еңел булмағаны аңлашылып тора – ваҡыт етмәү, йоҡо туймау... Уҡытыусыма бик рәхмәтлемен – бер ҡасан да тауыш күтәрмәй, тыныс ҡына, ипле генә эште алып барҙы. Ул миңә ысын мәғәнәлә ҡанат ҡуйҙы.
Ҡыҙым Айһылыуға 2 ай саҡта мине телевидениеға эшкә саҡырғайнылар. Әммә ул ваҡытта, әлбиттә, эшкә урынлашыу тураһында уйлау ҙа мөмкин түгел ине, уҡып та бөтмәгәйнем әле. Әммә мин барыбер студент саҡта уҡ эшләй башланым. Хеҙмәт кенәгәмдә тәүге яҙма – Башҡорт дәүләт филармонияһы.
Сәнғәт институтында беҙгә бик төплө белем бирҙеләр. Мин унда 5 һөнәр үҙләштереп (музыка белгесе, музыка уҡытыусыһы, мөхәррир, лектор, музыкаль тәнҡитсе), ҡыҙыл диплом алдым. Бәхетемә күрә, мине һәр саҡ төрлө урындарға эшкә саҡырып ҡына торҙолар – опера театрының әҙәби бүлегенә, гәзит-журналдарға, энциклопедияға, уҡытыу йорттарына, телевидение-радиоға, мәҙәниәт министрлығына. Филармонияға ла концерттар алып барырға саҡырҙылар. Яратҡан дәрестәремдең береһе – Виктория Анатольевна Симонова алып барған лектор практикаһы ине. Башҡорт мәҙәниәтенә, сәнғәтенә арналған студент концерттары алып бара торғайным – мәктәптәрҙә, библиотека, кулинар техникумдарында сығыш яһарға тура килде.
Музыкаль-әҙәби лекторийҙың етәксеһе Зоя Бадмаевна Байчхаева тауышымды тыңлап ҡарар өсөн филармонияның Орган залына алып инде. Мин сәхнәгә мендем дә көр тауыш менән ике телдә атайымдың «Аҡ тирмә» поэмаһынан өҙөк уҡып ишеттерҙем:
Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле,
Бар Ватанға тора күренеп.
Яҡты моңға, наҙ-һағышҡа тулы
Аҡ тирмәле халҡым күңеле...
Тауышым яңғырай, һуңғы рәттә лә яҡшы ишетелә ине. Зоя Бадмаевна шунда уҡ мине кадрҙар бүлегенә етәкләп алып китте, ә бер нисә айҙан инде мин бөтә республика буйлап гастролдәргә йөрөй башланым. Беҙҙең концерт бригадаһында абруйлы сәхнә оҫталары – Рәйлә Аҙнаҡаева, Венер Мостафин, Радик Хәбибуллин, Азат Айытҡолов, Редик Фәсхетдинов, Райман Ишбаев, Сәйҙә Ильясова, Әлфиә Кәлимуллина һ.б. билдәле артистар менән эшләү, йылы аралашыу бәхете тейҙе. Сәхнәнән һәр төрлө темаларға матур һөйләргә, тамашасы иғтибарын йәлеп итергә, балаларҙы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табып мауыҡтырырға өйрәндем.
– Уҡып йөрөйһөң, кейәүгә сыҡтың, бала таптың, хәҙер эшкә төшөп гастролгә йөрөй башланың. Инде өйөңә быҙау алырға ғына ҡалды, – тип кафедра етәксеһе Светлана Михайловна Платонова мине бушамаған, лекцияларҙы ҡалдыра башлаған өсөн әрләгәне иҫемдә.
Ә шулай ҙа уҡытыусыларым мине яратты, һәр саҡ хәлемде аңланылар. Тик бишлегә уҡырға тырышҡаным өсөн ике тапҡыр юғары стипендияларға лайыҡ булдым – Рәсәй мәҙәниәт министрлығы һәм Президент стипендияһына.

– Журналда, телевидениела эшләү дәүерендә алған тормош тәжрибәһе нимәнән ғибәрәт? Тәүге уңыштар һәм һынауҙарың хәтерҙәме?

– Филармонияла ике йыл эшләп, бер аҙ тәжрибә туплап, ҡулға диплом алғас, телевидение тураһындағы хыялым тағы ла күңелде талпындыра башланы. Нисектер аптыраманым, күрәһең, ҡыйыу булғанмын – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаевҡа тоттом да шылтыраттым. Ул минең менән яҡшы һөйләште, әммә бушаманы, һуңғараҡ шылтыратырға ҡушты. Бер аҙҙан мин телевидение директоры Рөстәм Самарбаевҡа барҙым, һөйләштем, ул миңә музыка тураһында балалар тапшырыуы өсөн сценарий яҙырға ҡушты. Бер аҙнанан башҡортса һәм русса биш сценарий әҙер ине. Бер папкаға йыйылған мәҡәләләремде күрһәттем, экранда нисек күренгәнемде тикшереп ҡаранылар ҙа, яңыраҡ ойошторолған БСТ – Башҡортостан юлдаш телеканалына эшкә алдылар.

Телевидение мине ҡыуанып ҡаршы алманы. Унда эшләгән 9 йылымды бер туҡтауһыҙ көрәш итеп хәтерләйем. Алыуын алдылар, әммә башта эшләр эшем дә, ултырыр урыным да булманы. Балалар өсөн әҙерләнгән проектымды эшләргә рөхсәт итмәнеләр. Шулайтып бер ай тирәһе аптыранып йөрөгәс, мине яңылыҡтар хеҙмәте Халыҡ-ара музыка көнө тураһында сюжет эшләргә ебәрҙе.

– ТЖК-ны ал, унда цифра була, бер-ике синхрон яҙ, стендап та мөмкин, килгәс тонировать ит тә, 6-сыла монтажла, – тинеләр.

«Нимә-нимә?!» – тип һорар инем, кире уйлап ҡуйырҙар тип, ҡурҡа-ҡурҡа барып, тәки сюжетты төшөрҙөк, монтажланыҡ, 2 минут ҡалғас, кассета тотоп, студияға йүгерҙем һәм эфирға өлгөрттөм.

Бер аҙҙан театрҙа Заһир Исмәғилевтың «Ҡаһым түрә» операһы премьераһына барғайныҡ. «Музыка» ижад берекмәһе етәксеһе Миләүшә Абрар ҡыҙы Иҙрисова мине сәхнәне төшөрөп торған оператор Илдар Насретдинов янына алып барҙы ла:

– Бына опера тураһында буласаҡ тапшырыуҙың авторы, – тип таныштырҙы.

Өйҙә минең тәүге тапшырыуымды ғаиләбеҙ менән күмәкләп ҡараныҡ, әсәйем менән атайым ҡул саптылар. Иртәгәһенә оперативкала маҡтанылар. Шулай итеп минең эшем хәйерле сәғәттә башланып китте...

Артабан «Муз-ревю», «Династиялар», «Мәҙәниәт баҡсаһы» («Парк культуры»), «Мир глазами звезд», «Телепортрет», «Замандаштар» тапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыһы, «Моңъяҙма», «Муз-баҙар», «Йырым булһын бүләгем»дә автор һәм мөхәррир булдым. Телевидение – бер яҡтан мауыҡтырғыс донъя, икенсе яҡтан – оло һынау, тормош мәктәбе булды. Мине баштан уҡ ут эсенә ташланылар. Тәжрибәм, характерым етмәгәнлектән башта бик ҡыйын булды. Унда тик уҫал, ваҡ-төйәккә бирешеп бармаған кешеләр генә эшләй алалыр. Нишләйһең инде, сыныҡтым.

Ниндәй генә шарттарҙа эшләргә тура килмәне! Эфирға өлгөртәм тип, 2-3 тәүлек монтажканан сыҡмаҫҡа, режиссер баш тартһа – уның эшен үҙ ҡулыма алырға, тапшырыуҙы аҙна һайын бер үк ваҡытта ҡуйһындар өсөн көрәшергә. Етмәһә, үтә асыҡ күлдәк кейгәнһең, иренеңде бигерәк ҡыҙылға буяғанһың, ауыҙыңды бигерәк ҙур итеп асып йылмаяһың, яй һөйләйһең, тип башҡа һуғып ҡына торҙолар. Хәҙер иҫләүе көлкө, ул саҡта йыш ҡына илағы килә ине. Иң ауыры – тырышып эшләгән проектыңды, «рейтингы түбән» тип ябып ҡуйыуҙары.

Ә шулай ҙа бик ҡыҙыҡлы, бәхетле лә йылдар булған, күп юлдар үтелгән. Ошо осорҙа танылыу яуланым, ғүмерлек дуҫтарымды осраттым, Мәскәү, Сочи, Ҡазан, Һарытау ҡалаларына командировкаларға барҙым. Ә иң онотолмаҫ сәфәр – Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бер ай буйы Италия ҡалаларын гиҙеп, гастролдәре тураһында фильм төшөрөү булды.

Телевидениела эшләгән осорҙа мин аспирантурала уҡыным, Композиторҙар союзы ағзаһы булдым, журнал-гәзиттәргә яҙышыуымды ла дауам иттем. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән хеҙмәттәшлегемде айырым әйтеп үткем килә. Ул саҡта баш мөхәррир булған Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова миңә халыҡ араһында популяр булған эстрада йырҙары тарихтарын яҙырға тәҡдим итте. Бер йылдан ашыу дауамында журналда «Бер йырҙың тарихы» рубрикаһында ай һайын мәҡәләләрем баҫылып килде, артабан уны китап итеп сығарҙыҡ.

– Ижад кешеһенең ныҡлы тылы – уның ғаиләһе. Журнал уҡыусылар ҙа ижади эштә ҡайнап йәшәгән кешеләрҙең шәхси тормошо, мөхәббәт, ғаилә хәлдәре менән ҡыҙыҡһыныусандар...

– Журнал уҡыусылар ғаилә тураһында уҡырға яраталар, тиһегеҙ. Тормош иптәшем Илшат менән сәнғәт училищеһында уҡығанда 16 йәштә таныштыҡ, ул ҡурай бүлегендә уҡый ине, һәләтле музыкант булараҡ конкурстарҙа беренсе урындар ала ине. Артабан Башҡорт дәүләт филармонияһында бергә эшләй башланыҡ. Уның менән танышҡанда минең өсөн ике нәмә мөһим булды: башҡорт булыуы һәм араҡы эсмәүе (ул ваҡытта эскеселәрҙең ҡыланыштарын күреп, хайран ҡала инем). Беренсе мөхәббәтемә кейәүгә сыҡтым, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Әммә юлдарыбыҙ айырылды. Үткәндәргә үкенмәйем, барыһы – яҡшыға ғына. Бөгөн Айһылыу ҡыҙыбыҙ Санкт-Петербург ҡалаһында үҙаллы йәшәй һәм эшләй, Гөлфиә минең янымда, әле мәктәптә уҡый.

Аллаға шөкөр, йылдар үткәс, мин үҙемдең яратҡан кешемде осраттым. Тормош һынауҙарын үткәс кенә ысын тойғоноң тәмен, яҡшы мөнәсәбәттең ҡәҙерен беләһең. Һөйгәнем менән бергә үткәргән һәр минут – бәхет. Вадим шеф-ашнаҡсы булып эшләй, тәмле итеп ашарға бешерә. Әлбиттә, ул да башҡорт, Башҡортостандың патриоты, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Уның аҡыллы, көслө, хисле, йор һүҙле булыуы оҡшай – халыҡ әйтем-мәҡәлдәрен бик урынлы ҡуллана. Оҡшаш яҡтарыбыҙ күп – ул да, минең кеүек, үҙенең яуаплылығы, тормошҡа етди ҡарашы менән айырылып тора, китаптар уҡырға, музыка тыңларға ярата. Ул миңә, мәҙәниәт-сәнғәт тирәһендә генә йөрөгән кешегә, спорт донъяһын аса – мин дә хәҙер «Салауат Юлаев» хоккейсылары көйәрмәненә әйләндем.

– Киң мәғлүмәт саралары – мөһим үҙ тәғәйенләнеше булған, үҙенсәлекле донъя. Һине ул нимәһе менән арбаны? Мәғлүмәт агентлығындағы эште сәнғәт тип, ижад тип әйтеп буламы.

– Әлеге ваҡытта мин республикабыҙҙың иң алдынғы киң мәғлүмәт сараһында – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында эшләйем. Яңылыҡ – журналистикала иң ҡыҫҡа жанр, уҡыусыларға булған йәки буласаҡ ваҡиғаларҙы, факттарҙы, фекерҙәрҙе мөмкин тиклем оператив рәүештә еткерергә кәрәк. Беҙҙең эшебеҙ тәү ҡарашҡа еңел күренһә лә, ул бик белемле булыуҙы талап итә. Ҡыҙыҡ темалар табыу, кешеләрҙе таныу, дөрөҫ акценттар ҡуйыу, иң мөһим фекерҙе тиҙ генә тотоп алыу һәм эҙмә-эҙлекле, ябай, аңлайышлы итеп уҡыусыларға еткереү. Бөгөнгө конкуренция шарттарында эшләү еңел түгел, һәр яҡлап беренселекте бирергә ярамай. Әммә ҡай саҡта уҡыусыларға үпкәләп тә ҡуям: концерттар, спектаклдәр, күргәҙмәләр тураһында бик уҡып бармайҙар, ә бына юл фажиғәләре, янғындар, үлтерештәр һәм башҡа криминал яҡшы уҡыла. Сәнғәт темаһын алһаң – иң уҡымлы материалдар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, – некрологтар йәки, мәҫәлән, ике артистың талашыуҙары.

Үҙемә килгәндә, минең иң яратҡан жанр – интервью. Эшләгән дәүерҙә бик күп мәшһүр шәхестәр менән әңгәмәләшергә тура килде. Владимир Спиваков, Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, яҙыусылар Ринат Вәлиуллин һәм Гүзәл Яхина, композиторҙар Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, режиссер Булат Йосопов, билдәле йырсылар, музыканттар, рәссамдар һәм башҡа ижад кешеләре.

Иң яратҡан рубрикам – «Яҡташтар». Унда мин республикабыҙҙан ситтә – Рәсәй тарафтарында йәки сит илдә йәшәгән билдәле яҡташтарыбыҙ менән әңгәмә ҡорам. Геройҙарыма һорауҙар төҙөгәндә, уларға асҡыс табыу – үҙе бер мауыҡтырғыс квест кеүек.

Журналист булараҡ мин бик күп халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнаштым: Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Әзербайджан, Кипрҙа төрки медиа-форумдарҙа делегат булдым.

– Аллаһы Тәғәлә мул итеп биргән һылыулығың, буй-һының, ныҡышмал көслө холҡоң бар, фотомодель булып китеү теләге булманымы?

– Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт, ундай уй башыма ла килгәне юҡ. Әммә фотомодель Эльвира Ишморатова мине бер нисә тапҡыр үҙенең проекттарында модель булараҡ сәхнәгә сығарҙы. Мосолман кейемен, башҡорт милли биҙәүестәрен күрһәттек. Бик ҡыҙыҡлы тәжрибә булды, үҙемде яңы яҡтан асырға, матур атларға өйрәтте.

Фотоға төшөргә мин, ысынлап та, яратам, иң уңышлыларын социаль селтәрҙәрҙә һалып барам. Кәйеф ҡырылғанда, бәхетле саҡта йылмайып төшкән фотоларыңды ҡараһаң – күңел күтәрелеп китә, үҙеңде ыңғай яҡҡа көйләргә ярҙам итә.

– Тормош ҡаршылыҡһыҙ булмай. Һиңә лә ниндәйҙер кимәлдә улар менән көрәшергә, һынмайса еңеп сығырға көс табырға тура килгән саҡтар булдымы?

– Әлбиттә, һәр кеше кеүек, мин дә төрлө һынауҙар, ҡатмарлы хәлдәр аша үттем. Тырышып эшләп, үҙ аҡсабыҙға ипотекаға фатир алғайныҡ. Ипотеканы түләп бөткәс, артабан уны ҙурайтыр өсөн, фатирыбыҙҙы һатып, аҡсаны төҙөлөп бөтөп килгән йорттағы торлаҡҡа һалдыҡ. Шул ваҡытта беҙҙең йорт төҙөүсебеҙҙең ҡала етәкселәре менән мөнәсәбәттәре боҙолдо. Улар төҙөлөп бөткән 19 ҡатлы йортто емереп, ер участкаһын бушатыуҙы талап итә башланылар. Ҡайҙа инде кеше хәлен уйлау! Уларҙың үҙ-ара ыҙғыштары арҡаһында беҙ һәм тағы 200-ҙән ашыу ғаилә фатирһыҙ тороп ҡала яҙҙы... Бер нисә йыл судтарҙан, төрлө кабинеттарҙан (хөкүмәт, ҡала хакимиәте, прокуратура, кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченный һ.б.) башыбыҙ сыҡманы, хатта Силәбе ҡалаһына юғары инстанция судына барып ҡайттыҡ. Бик ауыр булды, өмөт һәм көрәш йәшәтте, әммә еңеп сыҡтыҡ.

Юлымда төрлө кешеләр ҙә осраны, аламалары ла булғыланы. Улар арҡаһында тормошомдоң бер осоронда йыл һайын тиерлек эш урынын алыштырырға тура килде. Бының яҡшы яғы ла бар, әлбиттә, – хөкүмәт аппаратында, мәҙәниәт министрлығында, сәнғәт институтында эшләнем, профессиональ һәм тормош тәжрибәм артты ғына. Бер нәмәгә лә үкенмәйем, йөрәгемдә бер кемгә лә үпкә-үс һаҡламайым. Ниндәй генә һынауҙар булмаһын, яҡшыға ышанып, асыҡ күңел менән йәшәүҙе хуп күрәм.

– Йәмғиәттә ҡайнап йәшәгән нескә фиғелле, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙһың. Мәғлүмәт даръяһында батмай эшләргә һинең ниндәй сифаттарың ярҙам итә?

– Элек мин үҙемде үтә йомшаҡ күңелле тип уйлай торғайным, ғаиләлә кинйә ҡыҙ булараҡ илағыраҡ та булдым. Әммә эстән мин көслө, ҡыйыу, хатта уҫал икәнмен, шуны аңланым. Беҙҙең эштә йоҡлап йөрөргә, ялҡауланырға ярамай. Тормош минут һайын алға китеп тик бара, поездан төшөп ҡалыуың ихтимал.

Атай-әсәйем миндә яуаплылыҡ тойғоһо, үҙ көсөмә ышаныс тәрбиәләгән, был эшемдә ныҡ ярҙам итә, шуға рәхмәтлемен. Улар минең иң тәүге кәңәшселәрем, уҡыусыларым, ныҡлы терәгем.

Күңел сифаттарына килгәндә, тағы шуны әйтер инем. Бик мөһим хәҡиҡәтте оноторға ярамай: һәр саҡ кеше булып ҡалырға. Донъя түңәрәк, бөгөн ул өҫтә, иртәгә һин. Бер кемгә лә көнләшмәй, аяҡ салмай, үҙ юлың менән барырға кәрәк. Кешегә изгелек ҡылһаң, ул мотлаҡ һиңә әйләнеп ҡайта.

– Журналистикаға килергә теләгән йәштәргә, студенттарға ниндәй кәңәштәр бирер инең?

– Үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк, китаптар уҡырға, ҡыҙыҡһыныусан булырға. Мәҙәниәт темаһына яҙышҡандарға – бер премьераны ла ҡалдырмайса ҡарап барыу, эксперттар, аҡыллы кешеләр менән аралашыу мотлаҡ. Теорияны уҡыу – яҡшы, әлбиттә, әммә тәжрибәһеҙ бер нәмә лә килмәй, иң шәп уҡытыусы – тормош үҙе.

 

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ТЮРКСОЙ халыҡ-ара, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премиялары лауреаты, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева менән бәхәсләшеп булмай: журналист – иң ҡыҙыҡлы һөнәрҙәрҙең береһе ул. Күркәмлектәрен йоҡтороп, шәхестәр менән танышыу-аралашыуҙар, әллә күпме донъя күреп йөрөүҙәр, төрлө илдәрҙә эшләгән коллегалар менән аралашыу, дуҫлашыу – үҙе бер ғүмер.

Үҙ эшенә мөкиббин китеп ғашиҡ булған Ләйлә менән һөйләшкәндә, уның атаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың шиғыр юлдары яратҡан ҡыҙына ла бағышлана кеүек:

Эш бәхете – бары үҙ даланың,

Ул түгел сит кеше бәхете.

Бал ҡорттары кәрәҙ ҡойған кеүек,

Ҡойоу бит ул яҙмыш тәхетен.

 

Миләүшә Ҡыҙрасова

Күңел кәрәҙҙәрен күркәм мәғлүмәт менән тултырып
Күңел кәрәҙҙәрен күркәм мәғлүмәт менән тултырып
Автор:
Читайте нас: