+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сибайға хыянат итмәйем

-

Салауат Вәлиев:

Мин Сибай ҡалаһын шул тиклем яраттым. Ошондағы тамашасыларымды яратам, театрым икенсе тыуған йортом кеүек миңә, коллегаларым күптән инде туғандарыма, дуҫтарыма әйләнде. Ҡатыным менән һәр көн Сибай театрына ашҡынып эшкә киләбеҙ, дәртләнеп ҡайтабыҙ. Ошонан да ҙурыраҡ бәхетте ташлап ҡайҙа китергә?! Юҡ, мин Сибайға хыянат итмәйем.

Туфан Миңнуллиндың «Һөйәркә»һендә – Хәлил, «Диуана»һында – Нурғәзиз, Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында – Дәүләтбай, Айгөл Әхмәтғәлиеваның «Ул бит кисә ине» комедияһында – Зөлфәт, Аяз Ғиләжевтең «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә»һендә – Әбүзәр, Арыҫлан Мөбәрәковтың «Бисәкәй»ендә – Ҡылысбай, Лира Яҡшыбаеваның «Әүлиәһендә – Ғәббәс, Баныу Ҡаһарманованың «Шахтер»ында – Сан-Саныч, Дауыт Юлтыйҙың «Әлимәнең алты йыры»нда – Мостаҡ, Талха Ғиниәтуллиндың «Тау артында ниҙәр бар»ында – Шәйшәрип һәм башҡа әллә күпме онотолғоһоҙ һәм бер-береһен ҡабатламаҫ сағыу образдар тыуҙырған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Вәлиев бар ижади ғүмерен «Сулпан» балалар һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрҙарына бағышлаған.

Салауат Вәлиев менән ҡыҙыҡ әңгәмәне "Тамаша" журналының апрель һанында уҡырһығыҙ.

Сибайға хыянат итмәйем
Сибайға хыянат итмәйем
Автор:
Читайте нас: