+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Наилә Сәфәрғолова хаҡында таң ҡалырлыҡ хәтирәләр

-

Үткән 2022 йылдың йәйендә Наилә Абдулхай ҡыҙы Учалы мәсетенән Данил хәҙрәт саҡырыуы буйынса, мине Учалыға алып китте. Хыялы - институттағы остазы Вәлиев Лек Вәли улына ҡәбер ташы ҡуйыу. Барып, кәрәкле эштәрҙе теүәлләп ҡайттыҡ. Булды, Лек Вәли улына һәйкәл ҡуйылды, Афарин, Наилә!!! Афарин Учалылар!!!
2016 йылдың август айы, Башҡортостан телерадиокомпанияһында яҙмыш беҙҙе яңынан осраштырҙы. Наилә Абдулхай ҡыҙының башы тулы яңы идеялар ине, янып эшләй башланыҡ. Хыялдағы "Йөрәк һүҙе" телепроектын бойомға ашырып, берҙәм эш башланыҡ. 2017 йылда беренсе "Йөрәк һүҙе" шаулап-гөрләп үтеп китте. Халҡыбыҙҙың туған телдә яңғыраған көслө, актуаль һүҙгә һыуһағанын күреү, уны тойоу беҙҙең күңелдәрҙе ярһытты, дәртләндерҙе, алға әйҙәне. Быйыл инде алтынсы тапҡыр уҙасаҡ "Йөрәк һүҙе"нә әҙерлек эштәре бара. Көн һайын бихисап шылтыратыуҙар, йөҙҙән ашыу видеояҙмалар ҡабул итәбеҙ. Билеттар һорап шылтыраталар!
Бына, әле генә, балалары эргәһендә бәпес үҫтерешеп Нидерландта, Гаагала йәшәп ятҡан ғаилә дуҫыбыҙ, табибә Абдулова Сәриә Лотфулла ҡыҙы шылтыратты: -Миңә ике билет, Зилә. Онотма! Онотма, йәме! - тине. Онотмайбыҙ! Килегеҙ барығыҙ ҙа! Туған телебеҙ байрамы бит ул беҙҙең "Йөрәк һүҙе" проектыбыҙ.
Ҙур проектты икәү етәкләйбеҙ, зарланмайбыҙ, сөнки яратып эшләйбеҙ.
Яратҡан эшебеҙ, яратҡан ғаиләбеҙ, яратҡан балаларыбыҙ, яратҡан халҡыбыҙ бар. Шөкөр!
Наилә Абдулхай ҡыҙы ике ул әсәһе. Икенсе улын тыуҙырғандан һуң, һигеҙ ай түшәктә ятырға мәжбүр була. Туғандары, дуҫтары ярҙамы менән яңынан аяҡҡа баҫып, улын үҫтереүгә бар көсөн һалыуы - үҙе ҙур батырлыҡ.
Аҡыллы, ярҙамсыл улдарығыҙ һәр саҡ һөйөндөрөп кенә йәшәһендәр!
Тормош иптәшең, интернатташың, синыфташың - табип, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы Хәкимйән Сабирйән улы һәр эшеңдә уң ҡулың, барлыҡ эштәреңдә кәңәшсең, ярҙамсың!
Беҙҙең ғаиләбеҙгә көтмәгәндә килгән бәлә -тормош иптәшем Аяздың ауырып китеүенә битараф ҡалмай, беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙыусы ул - Хәкимйән Сабирйән улы. Мең рәхмәтлебеҙ!
Бәхетле әсә һәм бәхетле ҡатын һин Наилә дуҫым!
Гел шулай булһын!
Бөгөн һинең матур байрамың - Тыуған көнөң!
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы - һин ысын дуҫ!
Ғорурланам һинең менән!
Рухлы проектыбыҙ "Йөрәк һүҙе" киләсәктә лә халҡыбыҙҙы рухландырһын!
Һиңә һаулыҡ, ғаилә бәхете, балаларыңдың изгелеген күреп, Хәкимйән Сабирйән улы менән тигеҙ ғүмер кисергә яҙһын тип теләйбеҙ!
Донъялар тыныс булһын!
Һәр халыҡ үҙ телендә ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләшһен!
Беҙҙең Йөрәк һүҙебеҙ - Йәшәһен Туған Башҡорт телебеҙ!"
Фекерҙәше, көрәштәше Зилә ханымдың йөрәк һүҙҙәренә беҙ ҙә ҡушылып ҡотлайбыҙ. "Йөрәк һүҙе" һәм Наилә Сәфәрғолова хаҡында журналыбыҙҙың яңы һанында уҡырһығыҙ.

Наилә Сәфәрғолова хаҡында таң ҡалырлыҡ хәтирәләр
Наилә Сәфәрғолова хаҡында таң ҡалырлыҡ хәтирәләр
Автор:
Читайте нас: