Ҡала менән сағыштырғанда, ауыл ерендә йәшәүе күңелһеҙ, бында күңел асыу саралары юҡ, тигән фекер ишетергә тура килә. Ә бына Күлләр, Алайғыр, Ефремкин ауылдары бының киреһен иҫбат итә. Ойошторала ла, күңел дә аса беләләр. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, улар этнодискотекаға йыйылды. Рәхәтләнеп, тетереп мили көйҙәргә бейейне халыҡ. Күңелле генә түгел, мауыҡтырғыс та булды сара. Ҡурайҙа, ҡубыҙҙа, ҡалаҡтарҙа, бубенец, трещотка кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнергә теләүселәр күп ине. Ул ғына түгел, бындағы талантлы кешеләр ҡул бысҡыһында ла көй сығара белә! Валентина Иванова был оҫталығы менән ихлас уртаҡлашты.
Милли биҙәүестәр эшләү хәҙер ҙур популярлыҡ яуйлай. Был шөғөлдөң серҙәренә төшөнөргә теләүселәр ҙә артҡандан арта. Сарала улар өсөн дә мөмкинлек тыуҙырылған ине – оҫталыҡ дәрестәрендә ололар ҙа, балалар ҙа теләп ҡатнашты. Һүрәт төшөрөү дәрестәре лә ҡатнашыусыларға бик оҡшаны. “Ойоштороусыларыбыҙ ҙа шәп, беҙ үҙебеҙ ҙә бындай сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Тормошобоҙҙо йәмле, йәнле булыуы – үҙебеҙҙең ҡулда”, - ти ҡатнашыусылар.
Эльнара Шаймарданова.