Артур Ишмөхәмәтов һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре хаҡында.
Ер йөҙөндәге иң яҡшы драматургтарҙың береһе һаналған Уильям Шекспир, “донъя – ул театр”, тип яҙып ҡалдырған. Ысынлап та, театр – күп яҡлы, төрлө жанрлы, әллә күпме ҡатламлы илаһи, һоҡландырғыс һәм ғәжәйеп донъя ул. Ундағы һәр актер, режиссер – ошо ҙур, үҙенә ылыҡтырғыс ғаләмдең айырылғыһыҙ бер өлөшө.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Рус дәүләт драма театры актеры Артур Сафа улы ИШМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмәбеҙ ҙә ошо ҡабатланмаҫ сәнғәт донъяһы һәм башҡалар хаҡында.
– Артур Сафа улы, тәү башлап сәнғәт донъяһы менән ҡасан таныштығыҙ?
– Сибайҙа йәшәгән атайым Сафа Вафа улы оҫта бейей. Ул республикабыҙ, илебеҙ тамашасыларын ғына түгел, Германия халҡын да таң ҡалдырған. Шуға бала саҡтан Денис һәм Айнур ҡустыларым менән башҡорт бейеүҙәрен тыпырлатыу ҡанған һеңгән. Өҫтәүенә, өс малайҙың икеһенең сәнғәт юлын һайлауы ла тиккә түгел. Ә беребеҙ иһә иҡтисадты үҙ итте.
Үҙемде “бәхетле булып үҫтем” тип әйтә алам, сөнки әсәйем, атайым, туғандарым һәр саҡ янымда терәк булды, ярҙам итте. Ә бына мәктәп йылдарында киләсәккә һөнәр һайлауға килгәндә, атайым: “Улым, сәнғәт юлын һайлаһаң, яҡшыраҡ булыр ине”, – тигәйне. Бала саҡтан сәнғәтте һөйөп үҫкәс, тәүәккәлләнем, документтарымды З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына тапшырҙым.
– Беренсе тапҡыр спектаклдә ҡатнашыуығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
– Минең ҡатнашлыҡтағы беренсе спектакль З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алған курстың диплом эше ине. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” тигән трагедияһын ҡуйғайныҡ. Уны остазыбыҙ, профессор, театр режиссеры Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова сәхнәләштергәйне. Унда мин Яусығол ролен һынландырҙым.
– Ғөмүмән, ниндәй ролдәрҙе башҡараһығыҙ?
– Сәхнәлә сағылдырған образдарым, ғәҙәттә, ғәҙеллек, дөрөҫлөк өсөн көрәшкән кешеләр. Уларҙы социаль ролдәр тип атайҙар. Миңә күбеһенсә ошондай ролдәрҙе уйнарға бирәләр. Мәҫәлән, “Үҙем яҙған яҙмыш” спектаклендәге Янһары образы – тап шундай. “Ай тотолған төндә” трагедияһында Аҡйегет роле лә – ошо юҫыҡтағы геройҙарҙың береһе. Уны бик яратып уйнаным. Александр Островскийҙың “Ғәҙеллек – яҡшы, ә бәхет яҡшыраҡ” тигән классик комедияһындағы туҡтауһыҙ дөрөҫлөк эҙләгән Платон Зыбкин да – шул социаль ролдәрҙең береһе.
Әлеге ваҡытта Александр Вампиловтың “Үткән йәй Чулимскиҙа” тигән спектаклендә Шаманов ролен сәхнәгә әҙерләйем. Ошо социаль ролдәр менән бер рәттән, кире образдарҙы башҡарыу ҙа оҡшай. Мәҫәлән, театрыбыҙҙа Евгений Шварцтың “Шәүлә” тигән әкиәт-пьесаһы бар ине. Унда ғалим Христиан-Теодорҙың шәүләһен – кире яғын – Теодор-Христиан ролен башҡарҙым. Мин уны үҙемсә “бәләкәй Гитлер” йәки яңы Гитлерҙың тыуыуы тип атағайным.
– Шулай ҙа ниндәй ҙур ролдәр хәтерегеҙҙә бигерәк тә уйылып ҡалды?
– Медицина институты студенты Владимир Бусыгин тигән үҙенсәлекле образ. Ул – Александр Вампиловтың “Өлкән ул” тип исемләнгән пьесаһынан. Ә уны театрыбыҙҙа режиссер Олег Закир улы Ханов ҡуйғайны.
– Ошо сихри, үҙенә ылыҡтырғыс театр донъяһы хаҡындағы кисерештәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине...
– Яңы ғына уҡыуҙы тамамлаған һәм ҡулына диплом алған һәр йәш белгес үҙен иң яҡшы актер тип һанай. Йәшермәйем: үҙем дә ошондайҙар иҫәбенән инем. Тик бына профессиональ театр сәхнәһендә беренсе тапҡыр сығыш яһағанда, халыҡ алдына сыҡҡанда юғалып ҡалдым һәм хатта тамашасы яғына ҡарарға ла ҡыйманым. Һуңынан шуны аңланым: студент саҡта алған белемде әлегә тулыһынса файҙалана белмәйбеҙ, ғүмеребеҙ буйына өйрәнәсәкбеҙ һәм тулыландырасаҡбыҙ икән. Шул саҡта ғына, актер үҫешкә ынтылған, тип һанала.
– Стәрлетамаҡта эшләүегеҙгә лә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте шикелле?
– Театр өлкәһендә эшләүемә 13 йыл булып китте. Стәрлетамаҡта беҙҙе, юғары уҡыу йортон тамамлаған 18 белгесте, бик йылы ҡаршыланылар. Башта башҡорт театрында эшләнем. Унда ижад иткән осорҙа спектакль менән Төркиәгә лә барҙыҡ.
– Ә Стәрлетамаҡ дәүләт рус театрына ҡасан күстегеҙ?
– Ҡала, республика күләмендәге төрлө сараларҙы башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыусы була торғайным. Бер ваҡыт мине рус театрының директоры күреп ҡалған һәм миңә үҙҙәренә күсергә тәҡдим итте. Шуға театрыбыҙ режиссеры Азат Йыһаншин менән кәңәшләшергә булдым. Ул: “Ҡустым, артабан үҫкең килһә, йәнең тартһа, бар”, – тине. Йөҙгә ҡарағанда ла универсаль төҫлөмөн. Атайым әйтмешләй, ысын башҡортмон. Бәлки, ошо ла тәьҫир иткәндер. Ҡатыным менән кәңәшләштем дә күсергә ҡарар иттек.
– Һеҙҙә ниндәй спектаклдәр ҡуйыла?
– Тамашасыларҙың күңелендә ҡалырлыҡ ҡыҙыҡлы спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарырға тырышабыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Айгөл иле”, донъя классикаһынан Уильям Шекспирҙың “Макбет”ы, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы спектаклдәр ҙә ҡуйыла. Шуныһы үҙенсәлекле: бында балалар өсөн әкиәттәр ҙә сәхнәләштерелә, йәғни театрға һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә. Шулай итеп, улар үҫкәс, үҙҙәре беҙгә спектакль ҡарарға киләсәк.
– Артур Сафа улы, спектаклдәрҙә уйнаған ролдәрегеҙҙән “Примадонна”лағы һеҙ башҡарған ҡатын роле бик үҙенсәлекле. Уны һынландырыу, тамашасыға еткереү ауыр булманымы?
– Был образды ижад итеү еңел, тип әйтә алмайым, әлбиттә. Бик үҙенсәлекле булды ул. Әммә иң ҡатмарлыһы бейек үксәлә йөрөү ине (көлә. – А.Н.). Өҫтәүенә, был спектаклдә бер генә ҡатын түгел, өс төрлө гүзәл зат вәкилен һынландырам. Унда ла туфлиҙарҙың төрлө үксәлеһен, хатта 12 сантиметрға тиклем бейеген кейергә тура килде. Кәләшем дә был пьесаны көлә-көлә ҡараны. Һигеҙ йыл ҡуйыла инде ул сәхнәлә.
– Ҡатынығыҙ ҙа сәнғәт кешеһе , ахыры...
– Гөлсөм Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында рәссам булып эшләй. Әҙилә исемле ҡыҙыбыҙ бар. Улыбыҙ Ансарға – алты йәш.
– Балаларығыҙ ҙа, бәлки, сәхнә күренештәрендә күренеп ҡалалыр?
– Эйе, Әҙилә ҡыҙым биш-алты йәш тирәһендә Маугли булып уйнаны. Сәхнәлә үҙен бик ҡыйыу тотто былай. Улым Ансар ҙа сәхнәлә юғалып ҡалманы.
– Ғаиләгеҙ менән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашаһығыҙ, хатта алдынғы урындарҙың береһен яулағанһығыҙ...
– Ғаиләм тормошомда иң мөһим урынды биләй. Әгәр бөгөн ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшкәнмен икән, бында ҡатынымдың, ҡыҙымдың һәм улымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Улар һәр саҡ мине аңлай, уй-ниәттәремде ҡеүәтләй һәм ижад өсөн илһам сығанағы булып тора.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсында “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынды яулағайныҡ. Был сарала ҡатнашыу тураһында тәҡдим булғас та, ҡайһы номинацияны һайларға, тип оҙаҡ ҡына уйландыҡ. Уларҙың өсөһөндә лә үҙебеҙҙе һынау мөмкинлеге булды. Шулай итеп, бәйге комиссияһына видеоролик төшөрөп ебәрҙек һәм аҙаҡ бәйгенең ҡала этабына күсеүебеҙ хаҡында белдек. Республика күләмендә ҡатнашҡанда, визит карточкаһын әҙерләргә кәрәк ине. Унда нимә менән шөғөлләнеүебеҙҙе, ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәргә иғтибар бүлеүебеҙҙе, балаларыбыҙҙы нисек тәрбиәләүебеҙҙе, ғөмүмән, ғаилә тарихын, шәжәрәбеҙҙе нисек һаҡлауыбыҙҙы, ни өсөн өлгөлө ғаилә исемен йөрөтөүебеҙҙе күрһәтергә тейеш инек. Әйткәндәй, атайым үҙе һәр йәһәттән беҙгә өлгө булып тора, ул шәжәрәбеҙҙе төҙөгән.
Был бәйгелә еңеүебеҙ көтөлмәгән хәл булды. Уйлауымса, һәр ғаилә өлгөлө ул. Уларҙың бөтәһенең дә ниндәйҙер яҡшы яҡтары бар һәм уларҙан өлгө алырға мөмкин. Әлбиттә, ошондай конкурстар йышыраҡ үткәрелһен ине.
– Балаларығыҙ хаҡында ла һөйләгеҙ әле...
– Ҡыҙым Әҙилә – III класс уҡыусыһы. Ул белем алырға тырыша, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. “Минең шәжәрәм” бәйгеһендә лә еңеп сыҡты. Хәҙер ошо быуын сылбырҙарын теҙеү уй-ниәте менән яна. Ансар әлегә бәләкәй.
– Ҡатынығыҙ Гөлсөм милли биҙәүестәр эшләй икән...
– Рәссам булараҡ, ул халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәрен, мәҫәлән, ҡашмауҙы хасил итеү менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә, ул ошо нескәлектәрҙе балаларыбыҙға ла өйрәтә.
– Артур Сафа улы, тормошоғоҙҙа ауыр һынауҙарҙы үтеп, яҙмыш елдәренә бирешмәйенсә, сәхнәлә яратҡан ролдәрегеҙҙе башҡарыуығыҙ күптәрҙә һоҡланыу хисе уята...
– Йәшәйеш булғас, төрлө хәлдәр кисерергә тура килә шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмеремдә иң ауыр мәлдәр, ауыр юғалтыуҙар булды: ғәзиз әсәйемдең яҡты донъянан китеүен ауыр кисерҙек. Иң өлкән улы булараҡ, миңә үҙемде тиҙерәк ҡулға алып, ғаиләм менән бәләкәй ҡустыларыма, атайыма терәк булырға тейеш инем. Ошо сәбәпле, Сибайға ла ваҡытында күсенгәйнек. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙ ҡулы кәрәк ине, шуға күрә ҡатыным Гөлсөм әсәйем өйҙә башҡарған эштәрҙе атҡарыуҙы дауам итте.
Тағы тормошҡа ҡарашымды үҙгәрткән бер мәл булды: автоһәләкәткә эләктем. Был хәлгә гастролдәрҙән ҡайтып килгәндә осраныҡ. Машинала ҡыҙым да бар ине. Беҙгә машинаға иҫерек килеш идара иткән егет килеп бәрелде. Шул ваҡытта бер айҙан ашыу дауаханала операциялар кисергәндә, аҙаҡ өйҙә ятҡанда, янымдағы иң яҡын кешеләрем терәк булды. “Киләсәктә нимә эшләргә? Театрҙа уйнай алырмынмы?” тигән һорауҙар менән борсолғанда: “Беҙ бөтәбеҙ ҙә бергә. Барыһын да еңәсәкбеҙ. Театрҙа артабан да уйнаясаҡһың. Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, ғаиләбеҙ менән бергә алға атлаясаҡбыҙ”, – тип ҡатынымдың әйткән һүҙҙәре ҙур терәк-таянысҡа әйләнде.
Атайым да янымда ине. Ҡустыларым да, дуҫтарым да рухи йәһәттән ярҙам итте. Ошо хәлдән һуң аяҡҡа баҫҡас, тормошҡа ҡарашым ныҡ үҙгәрҙе. Әгәр ошо һәләкәткә тиклем ғаиләмде ашатыу, кейендереү өсөн аҡса артынан үҙемде йәлләмәй йүгерһәм, хәҙер яйлап уйлана башланым. Ғаиләнән ныҡ айырылмаҫҡа, әммә матди йәһәттән дә уны тәьмин итергә, тигән уйҙамын. Балаларҙы яҡшы тәрбиәләргә кәрәк. Хәҙер малайым да үҫеп килә. Көн-төн эштә булып, малайым менән һирәк осрашһам, ул атай тәрбиәһен күрмәйенсә үҫһә, киләсәктә нисек булыр, тигән һорауҙар ныҡ борсой башланы, шуға хәҙер күберәк ғаиләм янындамын.
– Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар ҡораһығыҙ?
– Иң беренсе теләгем – балаларымдың яҡты киләсәген, ныҡлы аяҡҡа баҫыуын, бәхетле ғаилә ҡороуын күреү. Ошоларҙың барыһына ла шаһит булып, яңғыҙым түгел, янымда һәр саҡ терәгем булған ҡатыным Гөлсөм менән бергә ҡыуаныу.
Ғаиләңдә барыһы ла яҡшы икән, яратҡан эшең дә ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Шул саҡта ғына сәхнәлә бүтән проблемалар һине борсомай, бар булмышың менән ролгә, спектаклгә бирелеп эшләйһең.
– Артур Сафа улы, ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!