+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Февраль 2023, 18:00

Әгәр ҙә кемдәлер тел өйрәнеүгә сәм уята алам икән...

-

"Башҡортостандың мәҙәни тормошона битараф түгелмен"

Был әрһеҙ, ҡараҡай егетте Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуҙарында ла, төрлө концерттарҙа ла, республика эстрадаһы йондоҙҙары араһында ла йыш күрергә мөмкин. Башҡортостандың төп каналында ул, ысынлап та, башҡорт телен тәү башлап өйрәнеүсе булараҡ уңыштар күрһәтһә, ә хәҙер сәхнәлә башҡортса йырҙар менән сығыш яһай. Мадагаскар егете Селестин Жульендың баш ҡалалағы мауыҡтырғыс тормошо бынан 14 йыл элек башланған. Ул Өфө дәүләт авиация-техник университетына, инженер һөнәренә уҡырға инә һәм уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уңышлы егетте аспирантураға ҡалдыралар. Селестин уны тамамлап фән кандидатлығына диссертация яҡлай. Ләкин Өфөлә ҡалған белгес үҙенең юлын бөтөнләй икенсе өлкәлә таба. Селестин электән бейеүгә битараф түгел. Айырыуса ромбо хәрәкәтен бик оҫта башҡара. Шулай итеп ул хореограф-педагог булып китә. Әмәлгә ҡалғандай, Өфөлә ромбо, ғөмүмән, бейеү менән шөғөлләнергә теләүселәр күп булып сыға. Бейеү уға ғүмерлек мөхәббәтен табырға ла ярҙам итә. Уның ҡатыны - Альбина – Стәрлетамаҡ ҡыҙы.

– Барыһы ла шул бейеүҙән башланды. Альбинаны тәүге тапҡыр күргәс тә оҡшатып, күңелемә һалып ҡуйҙым. Ниндәй сибәр ҡыҙ тип һоҡландым. Матур итеп бейей ҙә белә ине. Бер йыл ярым тирәһе уға ҡарата йылы тойғолар һаҡлап йөрөттөм. Унан һуң нисектер осрашыуға саҡырҙым. Мөхәббәтле ғаиләбеҙҙең нигеҙе шулай ҡоролдо. Ике тапҡыр туй яһаныҡ. Уның береһе – Өфөлә, икенсеһе Мадагаскар утрауында. Ике яҡ та беҙҙе яҡшы ҡабул итте. Ҡатынымды утрауҙа «Президент» кеүек итеп алып йөрөнөләр. Баллы айыбыҙҙы Һинд океаны ярындағы Мурундава провинцияһында үткәрҙек. Ҡатынымдың туғандары менән уртаҡ тел таптым. Ҡайным менән шахмат уйнайбыҙ, ҡәйнәм, ҡәйнешем дә бик алсаҡ, асыҡ, хәстәрлекле кешеләр. Хәҙер Джессика исемле ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Тышта ла, ялда ла, өйҙә лә бейеп кенә йәшәйбеҙ (көлә).

Селестин Жульенды Өфөлә бөтә мәҙәниәттәр менән ныҡлап ҡатышып киткән берҙән-бер сит ил студенты тип әйтергә лә мөмкиндер. Ул Рәсәйгә килгәс тә башта 8 ай дауамында рус телен өйрәнә, унан һуң башҡорт мәҙәниәтенә лә күсә. Республиканың мәҙәни, ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. Әйткәндәй, башҡорт һүҙҙәрен әйткәндә ул өндәрҙе, хәрефтәрҙе бутамай.

– Башҡортса иң беренсе «һаумы», шунан «һәйбәт» тигән һүҙҙе өйрәнеп алдым. Барыһы ла тәжрибә, аралашыу практикаһы аша килә. Күберәк һөйләшкән һайын, һүҙҙәр ҙә нығыраҡ хәтерҙә ҡала. Мине телевизион программаларға ла, башҡортса рекламаға ла төшөрҙөләр. Әгәр ҙә кемдәлер тел өйрәнеүгә сәм уята алам икән, быға бер ҙә ҡаршы түгелмен. Мәҫәлән, миңә рус теле лә бик ауыр бирелә. Ләкин өйрәндем һәм дауам итәм. Һәр кем үҙенең туған телендә һәм бер нисә сит телдә аралашырға тейеш тип иҫәпләйем. Хатта башҡортса йырлайым да хәҙер.

Селестиндың башҡортса йырлауына килгәндә, ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Ишемйәрова менән оҙайлы ижади проекттарға бәйле. Билдәле булыуынса, йырсы 20 телдә йырҙар башҡара һәм һаман да камиллашыу өҫтөндә. Бер проектына ул Селестинды үҙе эҙләп таба һәм саҡыра. Шунан башлап Мадагаскар егете Лилиәнең яңғыҙ концерттарында ҡатнаша башлай.

– Мөхәббәт хаҡында башҡортса йыр яҙҙырҙыҡ. Дөрөҫ, әйтелештә ауырлыҡтар бар, әлбиттә. Үҙемдең  туған телем – малагасия теле, рус, башҡорттоҡо менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Французсаға оҡшаған. Шунан башҡорт теленең 9 хәрефе рус телендә лә юҡ. Былар ҙ, ө, ҫ һәм башҡалар. Башҡорт хәрефтәрен яҙҙырып өйрәндем. Йыр бик оҡшаны. Башҡорт теле ҡатмарлы, әммә матур. Төрки телдәр бер-береһенә яҡын.

Селестиндың тыуға ере – Мадагаскар утрауы донъяның 20 матур илдәре иҫәбендә. Илдәр тормошо бер-береһенән айырыла. Селестин Жульен үҙе әйтмешләй, бөтә ерҙә лә үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары бар.

– Мәҙәниәт, халыҡтар, телдәр төрлөлөгө, хатта һауа торошо менән дә айырыла. Бөтә ерҙә лә байҙар, фәҡирҙәр бар. Иң мөһиме тормошта үҙеңдең урыныңды табыу. Күңелдә тыныслыҡ булһа, йәшәү урыны артыҡ ҙур роль уйнамай. Мин әлеге мәлдә Өфөлә йәшәйем, сөнки яратҡан ғаиләм ошонда. Ошо йылдар эсендә миңә Башҡортостан, уның тәбиғәте, кешеләре, мәҙәниәте лә яҡын булып китте һәм республика тормошона битараф түгелмен. Ғаиләбеҙ менән сәләмәт йәшәү рәүешен тотабыҙ һәм бейеү менән шөғөлләнәбеҙ. Унһыҙ йәшәүе баҙығыраҡ булыр ине. Ошо бейеүҙән илһам алып йәшәйбеҙ.

Киләсәктә, Селестин һәм Альбина үҙенең тормошон Өфөлә дауам итәсәкме, фаразлауы ауыр. Сөнки бөгөн кешеләрҙең йәшәү урыны өсөн сиктәр юҡ. Бәлки улар үҙҙәрен Мадагаскар утрауында ла һынап ҡарар. Һәр хәлдә ер аяғы ер башынан килеп, Өфөлә үҙ урынын, ғаиләһен тапҡан Селестин. Әле ул тормошоноң ошо мәле менән бәхетле!

Гөлнур ИШБУЛАТОВА ("Тамаша" журналынан)

Әгәр ҙә кемдәлер тел өйрәнеүгә сәм уята алам икән...
Әгәр ҙә кемдәлер тел өйрәнеүгә сәм уята алам икән...
Әгәр ҙә кемдәлер тел өйрәнеүгә сәм уята алам икән...
Әгәр ҙә кемдәлер тел өйрәнеүгә сәм уята алам икән...
Автор:
Читайте нас: