+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Февраль 2023, 21:00

"Еңмеш"тең тыуыу тарихы

-

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, "Аскарфильм" студияһы директоры, режиссёр, продюсер, сценарист Айнур Асҡаров:

- Фильмдың геройы кеүек, үҙем дә шундай мажараларға тарығайным, шуға был идея бала саҡтан килә, тип әйтә алам. 1992-1993 йылдарҙа, иҡтисади көрсөк осоронда, ауылда берәүҙең дә аҡсаһы юҡ һәм магазинда ла әйберҙе талонға ғына бирәләр ине. Клубтарҙа кино күрһәтәләр ине, әлбиттә. Рейс автобусына һалып, кинотаҫмалар ебәрәләр, һәм беҙ кис клубҡа кино ҡарарға йыйылабыҙ. Аҡса булмағас, кемдер йомортҡа, кемдер буш шешә тотоп килә, был беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл ине. Шуларҙы Санкт-Петербургтағы дуҫтарыма һөйләгәйнем, улар ауыҙҙарын асып тыңланылар, шуға ла теге хәлдәрҙе сюжет итеп төшөрөргә булдым.
Дүртенсе курс студенты Леонид Корин менән тиҙ генә сценарий ултырып яҙҙыҡ та, йәй Хәйбуллаға ҡайтып, бер ай буйы төшөрҙөк. 2010 йылда ҡырҡ градусҡа тиклем эҫе булды. Етмәһә, республикала власть алышынған ваҡыт. Тыуған яҡта нәфис фильм тәү тапҡыр төшөрөлә, маҡсатты бик аңлап бөтмәйҙәр, шуға ҡатмарлыҡтар ҙа тыуғыланы. Ә шулай ҙа фильмды аҙағына тиклем төшөрөп бөттөк. Бөгөн инде шуны әйтә алам: төрлө приздарға, бүләктәргә иң күп лайыҡ булған "Еңмеш" фильмы беҙҙең ижади төркөмдөң байтағы өсөн трамплин булды, шул иҫәптән "Башҡортостан" киностудияһы өсөн дә. Донъяла күптәр ошондай киностудия барлығын тәү тапҡыр ишеткәндер. Әлбиттә, "Еңмеш"кә тиклем йәнһүрәттәр, "Быяла юлсы" фильмы бар ине, һәм ун йылға яҡын бер нәмә лә төшөрөлмәгәйне. "Еңмеш" фильмы Башҡортостан кинематографына яңы һулыш бирҙе. Француз кинематографындағы "яңы тулҡын" һымаҡ тоя инек үҙебеҙҙе, йәнәһе, хәҙер беҙ һеҙгә күрһәтәбеҙ! Етмәһә, ул осор цифрлаштырыу дәүеренә тура килде. Элек бит таҫмаға ғына төшөрәләр ине, ә камералар ныҡ ауыр була торғайны. Уны күсереп йөрөтөп булмағанлыҡтан, фильмдар статик планда ғына төшөрөлдө. 2010 йылдарҙан фотоаппарат һымаҡ яңы еңел камералар сыға башланы. Беҙ ҙә киноларҙы фотоаппараттарға төшөрә башланыҡ. Бындай яңылыҡ, үҙ сиратында, яңы ҡараш, яңы мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Ә геройҙарыбыҙ башҡорт телендә һөйләшә! Башҡорт теле йәшәй, тигән фекерҙе нығыттыҡ беҙ ул фильм менән.

"Еңмеш"тең тыуыу тарихы
"Еңмеш"тең тыуыу тарихы
Автор:
Читайте нас: