+23 °С
Ясно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Февраля 2023, 13:41

Урал Иҙелбаев

-

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, композитор, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыка бүлеге етәксеһе Урал Мирас улы Иҙелбаев ғүмеренең алтын үренә артылды.

Урал Иҙелбаев – драма әҫәрҙәренә, кинофильмдарға, мюзиклдарға, балалар балетына көйҙәр яҙған, эстрада йырҙары һәм академик әҫәрҙәр тыуҙырған, үҙенә генә хас стиле булған композитор.

 

Урал Мирас улы, беҙ икебеҙ ҙә театр менән бәйле кешеләр булараҡ, бөгөнгө әңгәмәне театр тирәләй ҡорорға тәҡдим итәм. Һеҙ ижадығыҙҙы театр менән бәйләгәнһегеҙ. Үҙегеҙҙе театр кешеһе тип һанайһығыҙмы?

– Әлбиттә. Минең күп ваҡытым театрҙа үтә, ижадымдың күп өлөшөн спектаклдәр өсөн махсус яҙылған көйҙәр тәшкил итә.

Ҡасан тәүге тапҡыр театрға барҙығыҙ?

– Театр донъяһы менән балалар баҡсаһында уҡ таныштыҡ. Рус драма театрының «Кошкин дом» спектакленә барғаныбыҙ хәтерҙә, ә музыка мәктәбендә уҡығанда беҙҙе йыш ҡына Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына йөрөтә торғайнылар, мәҫәлән, П.Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» балетына барғаныбыҙ хәтеремдә. Бәләкәй булғас, балетты улай иғтибарлы итеп ҡараманыҡ та ахыры, ә бына көйө күңелгә инеп ҡалды. Ә драма театрында ҡараған тәүге әҫәр – ул Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектакле. Атай-әсәйем менән барған инем спектаклгә, унда миңә 6-7 йәштәр самаһы булғандыр. Иң ғәжәбе – шул спектакль сәхнәләре һаман күҙ алдымда, шуға күрә балаларҙы театрға йөрөтөүҙән баш тартмағыҙ, ул иң яҡшы тәрбиә, тип әйтер инем.

Йыр, тигәндән, һеҙҙең йыр сәнғәтендә лә өлөшөгөҙ бар бит әле – уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында һеҙ етәкләгән «Аҡйондоҙ» төркөмө бик популяр ине...

– Беҙ ул төркөмдө Азат Йыһаншин, Роберт Юлдашев менән бергә ойошторҙоҡ. «Аҡйондоҙ»ға тиклем «Аманат» исемле төркөмөбөҙ ҙә булды. Әйтергә кәрәк, башҡорт ҡурайы менән синтезаторҙы бергә ҡушҡан тәүге төркөм булды, тәүгеләрҙән булып ошондай яңылыҡ индерҙек башҡорт эстрадаһына. Әлеге ваҡытта ҡурай менән синтезатор ҡушылып уйнауына халыҡ аптырамай, ә заманында берәүҙәр һоҡлана, ә икенселәр әрләшеп тә китәләр ине, «улай яраймы ни», «ҡурайҙан көләһегеҙ», тип. Шул халыҡ аптырамаһын өсөн «Аманат» синтез-төркөмө тип атаныҡ. Һуңынан иһә ҡурайҙы ла музыка инструменты булараҡ ҡулланған «Ҡаруанһарай» һәм башҡа төркөмдәр барлыҡҡа килде. Унан һуң беҙҙең джаз төркөмө бар ине – миңә ҡалһа, ошо йүнәлештәге музыка ла беҙҙең өсөн тәжрибә булды. Тағы ла «Сураман» тигән төркөмөбөҙ бар, унда Азат Биксурин, Артур Байрамғәлин менән бергәбеҙ, йыш булмаһа ла, ҡайһы берҙә йыйылып сығыш яһайбыҙ. Ул төркөмдө Азат Биксурин ҡурайҙы яңыса асыу өсөн ойошторҙо.

Атай-әсәйегеҙҙең әҙәбиәттә үҙ урындары, үҙ юлы булыуына ҡарамаҫтан, һеҙ улар һалған һуҡмаҡтан китмәйенсә, музыка донъяһын һайлағанһығыҙ...

Һеҙ нисә спектаклгә көй яҙҙығыҙ?

Ниндәй төр спектаклдәргә көй яҙыу һеҙгә оҡшай?

Опералар яҙырға теләк юҡмы?

Композитор хөкүмәт эшендә эшләргә тейешме? Бына, мәҫәлән, һеҙ – М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыка бүлеге етәксеһе булып та эшләйһегеҙ. Спектаклдәргә көй яҙыуҙан тыш һеҙ оркестр менән эшләргә, театрҙа барған спектакль-тамашаларға реклама яҙырға тейешһегеҙ... Көндәлек эш мәшәҡәттәре табылып тора.

Урал Иҙелбаевтың ошо һәм башҡа, әле бер тапҡыр ҙа яуап ҡайтармаған һорауҙарына яуаптарҙы "Тамаша" журналының 1-се һанында уҡырһығыҙ. 

Урал Иҙелбаев
Урал Иҙелбаев
Автор:
Читайте нас