+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Февраль 2023, 19:00

ҠУРАЙ ҒЫНА ТИҺЕҢМЕ ӘЛЛӘ?

-

Тағы ҡурайға әйләнеп ҡайтайыҡ. Әгәр ҙә ул юғалған булһа, тальян гармунына ҡушылып, бер нисек тә оҙон көй йырлап булмаҫ ине. Тора-килә йырҙарыбыҙ ҡыҫҡарып бөтөр ине. Думбырабыҙ юғалһа, ҡобайырҙарыбыҙ ҙа юғалыр ине. Кем белә, бәлки, боронғо музыка ҡоралдарын аяҡҡа баҫтырыу менән йыр башҡарыуҙың онотолған төрҙәре ла иҫкә төшөр?
Башҡорт көйҙәрен донъя халыҡтарыныҡы менән сағыштырғанда, бер һығымтаға килергә мөмкин: халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдары араһында һуҡма инструменттар бик ҙур роль уйнаған, сөнки көйҙәребеҙҙең ритмик структураһы уҡ был хаҡта һөйләй. Нағара/нәғрә, дөмбөрҙәк һәм дөңгөр һымаҡ инструменттарҙы аяҡҡа баҫтырыу һәм шундуҡ фольклор ансамблдәренә индереү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ, сөнки һуҡма инструменттар яһалышы яғынан да, башҡарыу өсөн дә башҡа инструменттарға ҡарағанда күпкә ябай.

Таңсулпан БУРАҠАЕВА.

2004 й.

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5419

РЕДАКЦИЯНАН...
Гәзитебеҙ сыға башлаған тәүге йылдарҙа ошо онотолған музыка ҡоралдарын тергеҙеү тураһында бик йыш яҙҙыҡ. Милләтебеҙҙең музыка ҡоралдарының күплеге тураһында ғына түгел, хатта һәр береһенең ентекле һүрәтләнеше, яһалыу технологияларына тиклем мәҡәләләр баҫылды. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа ошо музыка ҡоралдарын яһаусы, сәхнәләрҙә яңғыратыусы профессиональ һәм һәүәҫкәр оҫталар, башҡарыусылар бихисап. Йәш быуын вәкилдәре буҙ, һорнай, шөгөр, дөңгөр, ятаған, нәғрә тигән инструменттарҙы ишетеп тә, күреп тә белә, тиергә була. Был эш артабан да дауам итер, тигән ышаныстабыҙ.

ҠУРАЙ ҒЫНА ТИҺЕҢМЕ ӘЛЛӘ?
ҠУРАЙ ҒЫНА ТИҺЕҢМЕ ӘЛЛӘ?
Автор:
Читайте нас: