+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
28 Ғинуар 2023, 14:21

ӘСӘҺЕ УНЫ «ҒҮМЕР ОҘАЙТҠЫСЫМ» ТИП ЙӨРӨТӘ...

-

...Хазина тип атаным был геройымды... Торғаны бер табыш... Журналист өсөн дә, журнал уҡыусылар, башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн дә... Кем ул тиһегеҙме? Теге Яңы йыл алдынан бик популяр булып киткән, «ыштанһыҙ малай түге-е-ел, ҡыҙыҡа-а-ай» исеменән ихласлап «Ҡыш бабайға хат» шиғырын уҡыған Зилә Лира хаҡында әйтәм... «Тамаша» журналының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнә ошо видеояҙманы һалғас, «бигерәк үҙенсәлекле итеп һөйләй, йәнһүрәттәге ише тип әйтәйемме», тиеберәк комментарий яҙғайнылар. Ә бит был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар – геройым үҙ мәлендә ул осорҙа донъялағы берҙән-бер цирк артистары әҙерләгән уҡыу йортонда уҡыған. Һөйләһә – һүҙен, башҡарһа эшен килештерә торған, үҙендә бер ун кешегә бүлеп бирерлек һәләт туплаған универсал шәхес икән Зилә ханым. Актер ҙа, йырсы ла, бейеүсе лә, режиссер ҙа, сценарист та, филолог та, психолог та, кейеҙ оҫтаһы ла, вокал уҡытыусыһы ла, хатта продюсер ҙа...

Әйткәндәй, һынауҙар ҙа күп булған уның тормошонда. Быларҙың барыһы хаҡында ла ул үҙе бәйән итер. Әйҙәгеҙ, әңгәмәгә күсәйек тә, Зилә ханымдың ғүмер йомғағын һүтәйек әле…

 «Бөрйәнгә мин үгәй бала, әммә...»

– Зилә ханым, һеҙҙең хаҡта байтаҡ ҡына факт мәғлүм миңә: цирк артисына уҡып сығыуығыҙ, поляк егетенә кейәүгә сығыуығыҙ, йырсы Ян Лираның әсәһе булыуығыҙ, кейеҙ баҫыуығыҙ, филология факультетын тамамлауығыҙ, кино өлкәһендә лә үҙегеҙҙе һынап ҡарауығыҙ... Әммә аныҡ ҡына бер һүҙ менән кем тип атарға белмәйерәк торам әле һеҙҙе. Үҙегеҙҙе нисек атарһығыҙ? Кем ул Зилә Лира?

– Был һорау минең үҙемә лә ҡыҙыҡ булып тора әле. Кем тип әйтергә икән? Беләһегеҙме, мине йәш саҡта Крамскойҙың «Неизвестная» тип исемләнгән картинаһы героиняһына оҡшаталар ине. Ысынлап та, мине халыҡ белеп бөтмәй ул, гәзит-журналдарға ла бик яҙып бармайҙар (яңыраҡ «Шоңҡар» журналында ҙур ғына әңгәмә донъя күрҙе), телевидениела ла онотҡанда бер күренәм, үҙемдең дә әрһеҙләшеп, һоранып йөрөй торған ғәҙәтем юҡ. Унда-бында концерттар менән сыҡһам, кеше белеп ҡалып, социаль селтәрҙәрҙән табып, дуҫлыҡ тәҡдим итә-итәүен. Шуға ла бер егерме йылдар самаһы элек «Билдәһеҙ ҡыҙ танышырға саҡыра» тигән концерт программаһы әҙерләп, әлеге шул Крамскойҙың картинаһына оҡшатыбыраҡ саҡырыу ҡағыҙҙары ла яһаған инем. Әммә юлымда ҡаршылыҡтар осрап тик торғас, ул теләк бойомға ашырылмай ҡалды. Быйыл, Аллаһы бойорһа, март айында 55 йәшлек юбилейымды билдәләйем. Шул программаны яңыртып, бәлки, хәҙер инде «Билдәһеҙ ханым танышырға саҡырға» тип исемләнгән концерт ойоштороп та ташлармын тим. Килеп сығырмы-юҡмы, билдәһеҙ әле.

Үҙем хаҡында һүҙҙе ниҙән башларға? Белорет ҡалаһында донъяға килгәнмен. Шуға ҡайһы берҙә мин «городская» тип шаяртып та алам. Әммә «городская» булып ярты йыл ғына йәшәп ҡалғанмын. Һуңынан әсәйемдең тыуған төйәгенә – Белорет районының Ҡаһарман ауылына күсеп ҡайтҡанбыҙ. Атайым менән әсәйем оҙаҡ та йәшәмәйенсә айырылышҡан. Миңә ике йәш тигәндә әсәйем йәнә тормошҡа сыҡҡан. Мин, әсәйемә эйәреп барып, Бөрйән ҡыҙы булып киткәнмен. Шуға ла һәр саҡ: «Бөрйәнгә мин үгәй бала, әммә бөрйәндәр мине бер ваҡытта ла үгәйһетмәне», – тим. Хатта Бөрйәнде нығыраҡ та яратам мин. Ни тиһәң дә бала сағым шунда үтте. Мәктәпкә шунда барҙым. Тәүләп шунда ғашиҡ булдым. Шул райондан илебеҙҙең баш ҡалаһына уҡырға сығып киттем. Кейәүгә лә шунан оҙаттылар. Тормош иптәшем менән айырылғас, баламды етәкләп йәнә шунда ҡайтып төштөм. Шуға Бөрйән минең өсөн үгәй түгел, «самый настоящий» тыуған яғым тип әйтергә генә ҡала. Әммә Белоретты ла онотмайым. Ҡайһы ауылға ғына барма, туғандарым табыла. Тамырҙарыбыҙ бик боронғо беҙҙең. Тамъян ырыуынанмын. Әсәйем, хәҙер мәрхүмә инде, оҫта итеп гармун-баянда уйнаны. Һигеҙ тиҫтәне аша атлап үтеп туҡһанды ҡыуғанда ла рәхәтләнеп уйнай ине әле. Уҡыу эләкмәгән инде уға. Үҙ аллы өйрәнгән. Аккордеонда ла уйнарға өйрәнеп маташҡан. Оҫта мандолинасы ла булды. Матур йырлай ҙа, бейей ҙә ине. Заманында Заһир Исмәғилев, Фәйзи Ғәскәровтар күреп ҡалып, уны үҙҙәре менән гастролдәргә лә саҡырған, үҙең теләгән йүнәлеш буйынса уҡы, белем ал, тип тә өгөтләгәндәр. Тик олатайым ебәрмәгән үҙен. Кеше балаларын колхозда эшкә ҡалдырып, үҙ баламды уҡырға ебәреп ултырайыммы тип кенә әйтеп ҡуйған. Әммә әсәйем: «Атайымдың ҡаршы төшөүенә ҡарап та тормаҫ, ҡасып булһа сығып китер инем, йүнле аяҡ кейеме юҡ ине», – тип һөйләй торғайны. Шундай мөхиттә тәрбиәләнгәс, мин дә, ҡустым да, һеңлем дә бәләкәйҙән йыр-моңға маһир булдыҡ. Ҡустым бәләкәй генә сағында гармун артына тубыҡланып ултырып, уйнай торғайны. Алдына ултыртып уйнарға көсө лә етмәй ине, гармун артынан башы ла күренмәй торғайны. Берәй йыр йырлай башлаһаң, башта гармун телдәрен баҫҡылап ултыра-ултыра ла, икенсе куплетынан һин дә мин уйнап ала ла китә ине. Юмористик шиғырҙар ҙа яҙҙы. Уйнамаған музыка ҡоралы булманы ҡустымдың. Хәҙер әсәйем дә, һеңлем дә, ҡустым да яҡты донъяларҙа юҡ инде. Бер-бер артлы беҙҙе ҡалыдырып китеп барҙылар...

Зилә Лира тураһында ҙур, йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының февраль һанында уҡырһығыҙ.

ӘСӘҺЕ УНЫ «ҒҮМЕР ОҘАЙТҠЫСЫМ» ТИП ЙӨРӨТӘ...
ӘСӘҺЕ УНЫ «ҒҮМЕР ОҘАЙТҠЫСЫМ» ТИП ЙӨРӨТӘ...
Автор:
Читайте нас: