+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Ғинуар 2023, 12:52

Күңел кәрәҙҙәрен күркәм мәғлүмәт менән тултырып

-

Башҡортостан сәнғәте, мәҙәниәте яңылыҡтарын бар донъяға белдереп, баш ҡалала һәм республикабыҙҙа уҙған мәҙәни сараларҙың матурлығын, әһәмиәтен һыуынмаҫ борон һәм сәғәтендә яҡтыртып өлгөргән бал ҡортондай егәрле һылыуҡай журналист Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы Аралбаева менән ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙоҡ.

– Минең рухи донъямды байытҡан бөтә дуҫтарым – мәҙәниәт, сәнғәт донъяһынан. Улар менән аралашыу – күңел офоҡтарымды киңәйтә, ти ул.

– Сәнғәт донъяһына һәр кем үҙ юлы менән килә. Һинең дә, оло юлға әүерелеп, юғары үрҙәргә илткән һуҡмаҡтарың бар. Тыуған яҡтарың, һине бар иткән ғаиләң, илһам тиреп үҫкән мөхитең хаҡында ниндәй матур бала саҡ хәтирәләре һаҡлайһың?

– Мин Өфө ҡалаһында тыуып үҫтем, Максим Горький исемендәге 3-сө һәм Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәптәрендә уҡыным. Әммә үҙемде ҡала ҡыҙы тип кенә әйтә алмайым. Атайым Хәйбулла яҡтарынан, әсәйем Әбйәлил районының данлыҡлы Күсем ауылынан – мин Үҫәргән һәм Тамьян ырыуҙары ҡыҙы булып сығам инде. Йәйге каникулдарҙы апайым Айгөл менән йыл һайын Күсемдә өләсәй менән олатай янында үткәрә торғайныҡ – ошо яҡтарҙы үҙемдең тыуған ерем тип һанайым. Бөтә ауыл эшен беләбеҙ – икмәк тә бешерҙек, ҡотоҡтан һыу ҙа ташыныҡ, мунса ла яҡтыҡ, бесәнен дә йыйҙыҡ, картуф та күмдек, бөтә ғаиләгә ашарға ла әҙерләй торғайныҡ. Ҡайын урманында еләк, мәтрүшкә йыйыуҙы әйтеп тораһы ла түгел. Атайымдың тыуған яҡтарына һирәгерәк ҡайтһаҡ та – Таналыҡ буйҙары, даланың киңлеге, хуш еҫле үләндәре, балҡып торған тулы йәйғорҙары ла күңелемә яҡын...

Атайым – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай миңә арнаған «Ләйләгә» шиғырында ла ошо турала яҙа:

Һин ҡалала тыуып үҫһәң дә,

Шаулы ҡаланы үҙ итһәң дә,

Бел: тыуған ер – Ҡырҡты буйҙары,

Мәмбәттауҙың әсе баланы,

Баҫыуҙағы һабан турғайы;

Тыуған ер ул – дала ҡылғаны,

Ата-бабаларҙың ҡорғаны...

 

Минең бала сағым китаптар һәм музыка донъяһында үтте. Дүрт йәштә уҡырға өйрәндем, ике телдә – башҡортса һәм русса һөйләшеп тә, уҡып та үҫтек. Китаптарыбыҙ өйҙә бик күп, бәләкәй саҡтан иң яратҡан шөғөлөм – икмәк ашап, китап уҡыу булды. Пушкин, Лермонтов, Толстой, Гоголь, Чехов, Горький һәм башҡа классиктарҙың китап томдары урынлашҡан атайымдың шкафтары, башҡорт әҙәбиәтенә арналған һары шкафының ишектәре ябылып өлгөрмәй торғайны. Әсәйем Клара Ғүмәр ҡыҙы Крупская (әлеге ваҡытта Зәки Вәлиди) исемендәге китапханала эшләгәс, унда ла көн үткәрә торғайным – китаптар һаҡланған мөғжизәле, серле донъяны бәләкәйҙән үҙ иттем.

Музыка мәктәбенә уҡырға үҙ теләгем менән барҙым, атайым бик матур, «Лира» исемле пианино һатып алды. Яуаплы кеше булараҡ, сәғәттәр буйы прелюдия, инвенция, сонаталар ятлап уйнай торғайным. Ул ваҡытта иң яратҡан композиторым Бетховен ине – уның музыкаһы ғына түгел, тетрәндергес яҙмышы, бөгөлмәҫ характеры, тормош ауырлыҡтарына бирешмәүе һоҡландыра торғайны.

Бәләкәй саҡта минең ике хыялым булды –

 

Мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының февраль (1-2023) һанында уҡырһығыҙ.

Күңел кәрәҙҙәрен күркәм мәғлүмәт менән тултырып
Күңел кәрәҙҙәрен күркәм мәғлүмәт менән тултырып
Автор:
Читайте нас: