+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Ғинуар 2023, 17:48

Миңлеғәле Дәүләтбаев: Музыка – ул минең тормошом

-

«Яҡташтар» рубрикаһының бөгөнгө геройы – саксофонсы, композитор, аранжировкалаусы Миңлеғәле Дәүләтбаев.

 

90-сы йылдар аҙағында – 2000 йылдар башында Миңлеғәле Дәүләтбаев башҡорт эстрадаһында популяр башҡарыусы булды, уның йырҙары радио һәм телевидение аша йыш яңғыраны. Бәләкәй генә кәүҙәле, сос, шаян, ҡулында саксофон... Сәхнәгә йүгереп сығып, яңғырауыҡлы тауышы менән тотош залды дәртләндереп ебәрә торғайны. Әммә тиҙҙән музыканттың яҙмышы ҡырҡа боролош алды: артисты билдәле Рәсәй йырсыһы Григорий Лепс үҙенең төркөмөнә саҡырҙы. Башҡорт музыканты 14 йыл уның командаһында эшләй. Ошо көндәрҙә Миңлеғәле «90-сы йылдар дискотекаһы» шоу-проектында ҡатнашыу өсөн Өфөгә ҡайтты.

 

Миңлеғәле, интернетта һеҙҙең хаҡта мәғлүмәт бик аҙ күренә, Бик баҫалҡы кешеһегеҙҙер, күрәһең. Ҡайҙа тыуып үҫтегеҙ, ғаиләгеҙҙә тормошон йыр-моң менән бәйләгән кешеләр бармы?

 

– Мин – ауыл малайы, сығышым менән Стәрлебаш районының Шәкәр ауылынан. Атай-әсәйем, эшсе булһалар ҙа, музыканы үҙ итте: мәрхүм атайым Шакирйән баянсы ине, әсәйем Ғәлиә йырлай. Башҡорттар – ижади, йыр-бейеүгә маһир милләт, уңдырышлы тупраҡтанбыҙ, шуға ла таланттар күп беҙҙә. Яҡындарымдан күреп, мин дә музыка менән ҡыҙыҡһынып киттем.

Беҙҙең өйҙә өс баян бар ине, музыка менән танышыуым шуларҙан башланды ла инде. Баян – ярайһы ауыр ғына уйын ҡоралы, ә мин бәләкәй инем әле. Ниндәйҙер ғаилә байрамы мәлендә, ҡулға баян алып, бейеү көйҙәрен уйнай башланым. Баян үҙемдән аша ҡарап торған, уның артында күренмәгәнмен дә инде, бары күҙҙәрем генә ялтыраған. «Һин ҡайҙан уйнай беләһең ул?» – тип аптырашты өйҙәгеләр. Ә мин улар эштә саҡта, уйнап ҡарай торғайным. Хәлиҙә апайым баян буйынса музыка мәктәбендә уҡый ине, ул мине бер аҙ өйрәтте.

 

– Шәкәр ауылында музыка мәктәбе булдымы? Һеҙ шунда уҡынығыҙмы?

 

– Юҡ. Ул саҡта беҙ Салауат ҡалаһына күскәйнек инде, беренсе класҡа ҡала мәктәбенә барҙым. Музыка мәктәбендә уҡыманым, рус телен насар белә инем. «Әней, мин һинең менән ҡалам...» – тип әсәйемә йәбешеп, балалар баҡсаһына ла йөрөмәгәнмен.

Бер ваҡыт беҙҙең класҡа тынлы оркестр етәксеһе килде һәм: – Кем музыка менән шөғөлләнергә теләй?– тип һораны.

Мин шунда уҡ барырға булдым. Барыһы ла тиҙ арала инструменттарҙы – кларнет, торбаны бүлешеп алды, ә миңә барабан ҡалды. Һөҙөмтәлә, мин бөтә ҡоралдарҙа ла үҙемде һынап ҡараным – торбала, баритонда, тенорҙа еңел уйнаным һәм яйлап кларнетҡа килдем. Уның ҡарауы, бөтә тынлы ҡоралдарҙа ла уйнай беләм, тип әйтә алам.

 

– Музыканттарҙың тәүҙә башҡа музыка ҡоралдарын үҙләштереүҙәрен, һуңынан ғына саксофонға күсеүҙәрен ишеткәнем бар.

 

– Әгәр шөғөлләнмәһәң, саксофон ауыр буласаҡ, даими шөғөлләнеү талап ителә. Саксофонда уйнар алдынан (ул бит бер тауышлы, аккордтарҙы алмай), гармонияны ишетеү өсөн, мотлаҡ фортепианола, баянда йәки гитарала уйнарға кәрәк. Әгәр гармонияны ишетмәһәң, һинән музыкант сыҡмаясаҡ.

Салауаттағы музыка училищеһында кларнет буйынса уҡыным, педагогым Владимир Ильич Старокожев ине, һуңынан саксофон буйынса педагогым Александр Сергеевич Матвеев булды. Старжеков саксофонға ҡаршы ине, саксофон кларнетсы аппаратын боҙа тип иҫәпләне. Ул беҙҙе эстрада менән шөғөлләнеүҙән тыйҙы, классик булыуыбыҙҙы теләне. Әммә эстрадаһыҙ булмай бит инде!.. Артабан шулай дауам китте лә барҙы, кларнет һәм саксофон – туғандаш уйын ҡоралдары. Училище яҡшы: көслө уҡытыусылар, көслө уҡыусылар һәм тиңләшерҙәй кешеләр бар ине.

 

– Салауат – енәйәтселек менән дә, ижади кешеләр, идеялар менән дә дан ҡаҙанған уникаль ҡала... Ә Өфөгә нисек күсеп килдегеҙ?

 

– Салауатта ресторанда эшләгәндә, беҙ унда һуғышҡа барған кеүек йөрөнөк. 90-сы йылдарҙа ҡалала енәйәтселек сәскә атҡан саҡ, төрмә лә бар. Өйгә иҫән ҡайтырбыҙмы, юҡмы икәнлеген дә белмәнек, сөнки эштә ығы-зығы йыш булды.

1990 йылдарҙа Салауатта республика конкурсында гран-приға лайыҡ булдым. Мине Ҡытайға сәфәр һәм 1000 һум аҡса менән бүләкләнеләр. Ул дәүерҙә яҡшы аҡса ине. 1991 йылда беренсе урын яуланым һәм имтихандарһыҙ сәнғәт институтының композиторҙар бүлегенә Заһир Исмәғилев төркөмөнә алындым. Уҡый башланым, әммә дауам итә алманым. Салауатта ҡалған ғаиләне ҡарарға, матди йәһәттән тәьмин итергә кәрәк ине, ул ваҡытҡа ике балабыҙ үҫеп килә ине. Йәнә мин эстрада музыкаһы яҙырға теләгәйнем, ә унда шаблон буйынса академик көй яҙырға кәрәк булған.

Ринат Байымов та Өфөгә саҡырғайны, мин уға аранжировка эшләнем, ул саҡта Салауатта мәҙәниәт бүлеге етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән Наилә Байкова ла ныҡ ярҙам итте.

 

90-сы йылдарҙа башҡорт эстрадаһында күп сығыш яһағанығыҙҙы, легендар «Карауанһарай» төркөмөндә уйнағанығыҙҙы хәтерләйем, ә һуңынан ҡайҙалыр ғәйеп булдығыҙ...

– Өс йыл самаһы филармонияла «Каруанһарай» төркөмөндә эшләнем. Ә 1999 йылда мине Салауат Фәтхетдинов үҙенә алды. Бер ваҡыт «каруансылар» менән Ҡазанда кафела ултырабыҙ. Минең янға бер кеше килде лә былай, ти:

– Минька! (Мине ғәҙәттә шулай атайҙар). Мин һине үҙемдең төркөмөмә саҡырам!

– Ә һин кем? – тим. Мин элек америка музыкаһын уйнаным, башҡорт һәм татар артистарын белмәй инем..

– Мин – Салауат! – ти. – Йырлайым.

 – Ә ниндәй популяр йырың бар һуң? Мин һине таный алһын өсөн...

«Салауатты ла белмәйһеңме ни, һин нимә?!» – тип кафелағылар шаҡ ҡатты. Ә ул миңә:

– «Тыуған көн» тигән йырым бар, – ти.

– Ә, клипта машинала бараһың... Һинме ни ул?  Йыры ла, клибы ла шәп, – тинем.

– Һеҙҙе үҙемә саҡырам! Уйла. Яр Саллыла – фатир, «унынсы» модель машина бирәм, – ти.

Өфө егеттәре бөтәһе лә: әлбиттә, бар, тиеште. Ә миңә, ғөмүмән, ҡорған донъямды ташлап китеүе еңел түгел – ул ваҡытта Өфөлә Йәштәр бульвары, 8 адресы буйынса урынлашҡан дөйөм ятаҡта йәшәй инем. Шулай ҙа барыһы ла: «тиҙерәк һыҙ һин бынан!» – тип кәңәш итте.

 

– Йәштәр бульвары, 8 – легендар адрес, унда бик күп ижади шәхестәр йәшәгән. Ә Григорий Лепс командаһына нисек барып эләктегеҙ?

– Алты йыл Салауат Фәтхетдиновта Яр Саллы ҡалаһында, һуңынан Ҡазанда эшләнем, Татарстандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булдым. Шунан мине Лепс саҡырҙы. Уның менән күптән таныш инек. Армиянан һуң 1986 йылда мин Сочиҙа ресторанда уйнаным, уның менән шунда осраштыҡ. Ул мине шул тиклем ихтирам итте һәм төркөмөнә килергә тәҡдим итте. 2006 йылда Мәскәүгә эш буйынса барғайным, тағы саҡырҙы: Ул ваҡытта кеҫә телефондары сыҡҡан ғына мәл. Телефон шылтырай, алһам, таныш түгел номерҙан берәү: «Минька!» – тип ҡысҡыра. Мин әйтәм:

– Был кем?

– Танымайһыңмы ни! Был Гриша шылтырата.

– Ниндәй Гриша?

– Нимә, Гришаларың күпме әллә? Лепс шылтырата һиңә! Мәскәүҙә уҡығаныңды ишеттем. Мин һине күптән эҙләйем.

Ул мине ҡаршы алды, табын ҡорҙо. Уға «Төрлө кешеләр» йыры өсөн тәүге соло яҙҙым. Ул аҡса бирә, ә мин аҡсам булмаһа ла: «Кәрәкмәй, кәрәкмәй!», тигән булам. Беҙ бит, башҡорттар, баҫалҡы халыҡ. Атайым мине шулай өйрәтте: «Һис кемдән һис ни һорама, хатта бер нәмәң дә булмаһа ла, мохтажлығым юҡ тип әйт».

Лепста эшләгән йылдарымда уның йырҙарына бик күп инструменталь соло яҙҙым. Һәр солоно унан раҫлатам. Әгәр үҙенә оҡшаһа: ноталар менән яҙҙыр ҙа, үҙгәртмә, һәр саҡ бер төрлө уйна, ти торғайны.

Йондоҙға еңел генә эләгеп булмай. Әгәр эләкһәң, яҡшы аҡса эшләйһең, артабан үҫешеү өсөн стимул бар. Бәләкәй ҡалаларҙа ауырыраҡ, әммә йәшәргә кәрәк, аҡса табырға тырышаһаң инде.

 

— Яңғыҙ сығыштарығыҙ башҡорт эстрадаһында яңылыҡ булды. Образығыҙ ҙа үҙенсәлекле ине һәм ул саҡта бер кем дә бындай стилдә, фальцет менән йырламаны. «Минең йөрәк былай түгел ине, башҡа ине һинең күҙҙәрҙә» йыры һаман да ҡолағымда яңғырай, уны әле лә йырлайҙар.

– 1990 йылда минең үҙ төркөмөм бар ине. Ул саҡта мин ошо йырҙарҙы ярты сәғәт эсендә яҙа һәм бер сәғәттә «Korg» синтезаторында аранжировкалар яһай инем. Һуңынан телевидениела клиптар төшөрөлөп, иртәнге «Сәләм» каналында күрһәтелде.  Әкренләп ҡулымды шымарттым, Салауат Фәтхетдинов һәм Мәликә өсөн йырҙар яҙҙым. Ә хәҙер бер йыр ижад итергә ике аҙна ваҡыт китә, һәм аранжировкалар өҫтөндә лә етди генә баш ватырға тура килә.

Мин алты йыл – Салауат Фәтхетдиновта (Аллаһы Тәғәлә уны сәләмәтлектән айырмаһын!), ә 2006 йылдан алып 14 йыл тирәһе Лепс менән эшләнем.

Үҙ мәлендә мине Альберт Әсәҙуллин Питерға саҡырҙы, «Форум» төркөмөнә лә саҡырыу алдым. Бер ваҡыт Мәскәүҙә Айҙар Ғәлимов менән дә осраштыҡ һәм ул миңә: «Миңлеғәле, шундай яҡшы музыкантһың, үҙ төркөмөңдө булдырырға кәрәк һиңә», – тине. Ә мин, йондоҙҙарҙа эшләп, талантымды, хеҙмәтемде уларға түктем дә, үҙем кадр артында ҡалдым. Хәҙер йырҙарымды яңынан тергеҙергә теләйем. Ирек тәмен тойҙом. Йыртҡысты ситлектән урманға сығарып ебәргән кеүек... Ресторандарҙа ла эшләп, ҙур тәжрибә тупланым – тамашасының ихтыяжын беләм.

 

– Сәхнәләге образығыҙ – мәңге йәш саксофонлы малай. Әйткәндәй, буйығыҙ күпме ул һеҙҙең? Буйым бәләкәй тип ҡыйынһынғанығыҙ булманымы?

 

– Буйым 162 сантиметр. Юҡ, мин был хаҡта уйламайым да. Джеки Чан менән Брюс Ли – шулай уҡ бәләкәй буйлы. Карлик Мишель Петуччиани бөйөк пианист була – бер кем дә уның кеүек уйнай алмай, уны бөтә планета белә.

 

– Яҡшы физик формала булыр өсөн нимәләр эшләйһегеҙ – спорт менән шөғөлләнәһегеҙме, диета тотаһығыҙмы?

 

– Бала саҡтан акробатика менән шөғөлләндем. Армияла «подъем» һүҙен ишетмәҫ өсөн барыһынан да алдараҡ тороп, тиҙерәк турникка, спорт майҙансығына йүгерә инем. Һуңынан да даими рәүештә турникта күтәрелдем. Брюс Ли тураһында фильмдар ҡарайым – был инде мотивация. Тынғыһыҙ эштә иң мөһиме – сәләмәтлек. Беҙ һәр саҡ юлда: самолетта, поезда...

 

– Саксофонығыҙ матур. Ауырмы?

 

– Эйе, ауыр. Яҡынса 3 килограмм тарталыр. Әгәр уйнарға күнеккәнһең икән, саҡ ҡына уйнамай торһаң, организм ауырый. Наркоман кеүекһең, ноталар етмәй. Оҙаҡ уйнамаһаң, ирендәр тотмай, һөйәл сыға. Әгәр ҙә һин штангасы икән, шөғөлләнергә, штанганы даими күтәрергә тейешһең. Музыка ҡоралы менән дә шул уҡ хәл, бик күп шөғөлләнергә кәрәк, әҙерлекһеҙ бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.

 

– Артистың, ғәҙәттә, бер йәки бер нисә музыка ҡоралы була?

 

– Эйе. Минекеләр дүртәү ине – улар өйҙә ята, һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше. Был саксофон латундан эшләнгән. Тағы ла баҡырҙан, бронзанан яһалғандары, көмөш, алтын ялатылғаны бар. Саксофондар араһында иң ҡиммәтле инструмент тип «Селмер марк 6» иҫәпләнә.

 

– Балаларығыҙ һеҙҙең юлды дауам итәме?

 

– Юҡ. Улым дүртенсе йыл Америкала йәшәй, ул кикбоксер, спорт мастеры. Ҡыҙым Есения журналист, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетын тамамланы, әле өйҙә әсәй булып «эшләй», ейәнсәрем менән ултыра. Ул матур йырлай, шиғырҙар яҙа, бейей, инглиз теленән тәржемә итә. Кейәүем Константин испан һәм итальян телдәрендә һәйбәт һөйләшә. Ейәнсәрем Милана гитарала яҡшы уйнай, 5 йәшенән йырлай, оҫта һүрәт төшөрә, клиптар эшләй, матур бейей һәм немец, инглиз, япон телдәрен өйрәнә.

 

Йәш музыканттарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

 

– Яҡшы музыка тыңлаһындар, һайлаған музыка ҡоралдарында мөмкин тиклем йышыраҡ уйнаһындар. Мотлаҡ музыка әҙәбиәтен уҡыу, өйрәнеү кәрәк. Грамотаһыҙ музыкант музыка ҡоралдарында уйнай белә, ә ябай ғына нота менән дуҫ түгел. Хәҙер төрлө музыка мәктәптәре, репетиторҙар бар. Интернетта материалдар күп. Яратҡан музыкантыңды, йырсыңды табырға һәм уның менән осрашырға ла була.

 

– Ә һеҙҙеке бармы?

 

– Стиви Уандер. Берәү ҙә уның кеүек йырламай. Ә Рәсәй артистарынан Александр Серов бик оҡшай – уның тембры яҡшы, бай. Йырсыларҙың музыкаһының байлығы тембрҙың ҡабатланмаҫ булыуында. Хәҙер йырсылар күп, кем йырлағанын да аңламаҫһың. Саксофонсылар ҙа шулай. Кем уйнағанын тауышҡа, уйынға ҡарап белергә мөмкин.

 

– Ниндәй музыка йөрәгегеҙгә нығыраҡ яҡын, башҡа стилдәрҙә уйнайһығыҙмы?

 

– Ысын музыкант бөтә стилдә лә уйнай белергә тейеш. Мәскәүҙә йәшәп, ижад иткән саксофонсы булһаң, классиканы ла, джазды ла башҡара белеү кәрәк.

Музыка – ул минең тормошом. Шуның менән йәшәйем. Балыҡ һыуһыҙ йәшәй алмаған кеүек, музыкант та моң һәм көйһөҙ йәшәй алмайҙыр.

 

Ләйлә Аралбаева, "Тамаша" журналы, 6-сы һан, 2022 йыл.

Миңлеғәле Дәүләтбаев: Музыка – ул минең тормошом
Миңлеғәле Дәүләтбаев: Музыка – ул минең тормошом
Автор:
Читайте нас: