+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Ғинуар 2023, 18:00

Ағас ҡумыҙҙың килеп сығышы тураһында риүәйәт

-

Ағас ҡумыҙ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында таралған. Был турала донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов хәбәр иткәйне. 1985 йылда Мәсетле районына экспедиция менән барған ваҡытта ул ағас ҡумыҙҙа башҡарыусыны осрата. Ғүмәр ауылында йәшәүсе Ҡәфиә Ғарип ҡыҙы Ғарипова 1910 йылда тыуған булған. Ҡумыҙҙарын ул ябай бысаҡ менән саған ағасынан юнып үҙе эшләп алған.

«Музыка ҡоралы төҙөлөшө буйынса бик ябай: ҡаты ағастан юнылған пластинканың оҙонлоғо – 17 см, киңлеге – 1,5–2 см, ҡалынлығы – ни бары 2 мм. Уртаһында тел уйылған, уның корпусҡа тоташҡан урынына ҡалын еп бәйләнгән. Беҙ Ҡәфиә инәйҙән берәй көй уйнап ишеттереүен үтендек. Бүлмәгә тыныс ҡына көй таралды. Ул көйҙә дерелдәүсе ҡыл тауышы ла, дөңгөр ҡаҡҡан тауыш та, серәкәй тауышы ла сағыла. Шул уҡ ваҡытта телдең гөжөлдәүе аша билдәле башҡорт бейеү көйө лә ишетелә ине», – тип һөйләй ҡумыҙсы.

Ағас ҡумыҙҙың килеп сығышы тураһында халыҡ араһында риүәйәттәр ҙә бар
Башҡорттар малсылыҡ менән шөғөлләнгән заман. Бер байҙың мал көтөүсеһе үлеп киткән. Бының Бикбай исемле улы етем ҡалған. Йылдар үтеү менән, Бикбай егет булып үҫеп етә. Уның эшен бай ҙа, күршеләр ҙә ярата. Бай уға үҙенең иң яҡшы аттарын да ҡарарға ҡушҡылай. Йәмле йәй көндәрендә йыш ҡына йәш егеттәр менән ҡыҙҙар аттарын матурлап, яҡшы эйәрҙәр һалып, ҡымыҙлыҡ йыйырға сығыр булғандар.Ҡымыҙлыҡҡа барыу йәштәрҙең байрамына әйләнеп киткән: төрлө уйындар ойошторғандар, йырлағандар, бейегәндәр, ҡурай тартҡандар. Бикбайҙың да уйынға һәләте ҙур булған. Бер ваҡыт ул, саған ағасынан ҡумыҙ эшләп, бейеү көйҙәре уйнарға өйрәнә. Ҡымыҙлыҡҡа йыйылған йәштәрҙе бейетә. Шуның өсөн был музыка ҡоралына ҡумыҙ тип исем бирәләр.

Байҙың Гөлйөҙөм менән Гөлсөм тигән ҡыҙҙары була. Улар икеһе лә Бикбайҙы ярата, унан ҡумыҙ эшләп биреүен һорайҙар. Бикбай бейеү көйҙәре уйнап, уларҙы бейетә, әммә ҡумыҙ эшләп бирмәй. Бикбайҙың һәләтен күреп, бай уны үҙе менән бергә ҡала баҙарына алып барғылай. Бикбайҙың бай менән баҙарҙарға йөрөүе, унда бай ҡыҙҙары менән аралашыуы башҡа ҡыҙҙарға оҡшап етмәй. Шуға ла ҡымыҙлыҡҡа барғанда уға төртмә йырҙар йырлайҙар:

Ул ҡуянды атмағыҙ,
Ҡаны юҡтыр, аппағым.
Ул егеткә ғишыҡ тотма,
Малы юҡтыр, аппағым.
 
 
 
Ағас ҡумыҙҙың килеп сығышы тураһында риүәйәт
Ағас ҡумыҙҙың килеп сығышы тураһында риүәйәт
Автор:
Читайте нас: