+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Ғинуар 2023, 14:12

Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова:

-

Уныһы беҙҙең көндәрҙә, сәхнәлә уттарҙың гөрләп янып торған сағында булды. “Ханума” спектаклен ҡуябыҙ (премье¬раһы 2016 йылда үтте). Коте ролендә йәш актер Вадим Ҡылысов, Кабато (мин, Альбина Кашанова) һәм Микич Котрянцтан (Илсур Хәбиров) килеп, уның ҡыҙы Сонаның ҡулын һорау сәхнәһе. Текст буйынса, Коте: “Микич Нарциссович, ҡыҙығыҙ Сонаның ҡулын һорайым”, – тип әйтергә тейеш. Ләкин ул тулҡынланып: “Микич Нарциссович, һеҙҙең ҡулығыҙҙы һорайым”, – ти... Беҙ бөтәбеҙ аптырашта ҡалдыҡ. Илсур Сәғит улы ситуацияны төҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә алды ла: “Нимә?” – тип уҫалыраҡ итеп һораны, сөнки барыбыҙҙың да көлкө килә, тик көлөргә ярамай. Вадим, үҙенең яңылыш әйткәнен аңлап етмәгәнмелер, тағы шундай уҡ тәҡдим яһаны. Илсур Хәбиров иһә, көлөүҙән үҙен тыйыр өсөн, сүгәләй башланы. Халыҡ рәхәтләнеп көлә, тик улар беҙҙең яңылышып торғанды аңламай көлә. Илсурҙың физзарядка эшләй башлауынан ғына Вадим Ҡылысов аңлап ҡалды ла: “Микич Нарциссович, ҡыҙығыҙ Сонаның ҡулын һорайым”, – тип беҙҙең оҙаҡ көткән һөйләмде әйтеп, спектакль үҙ ағышында дауам итте.

Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова:
Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова:
Автор:
Читайте нас: