+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Ғинуар 2023, 15:24

Илсур Хәбировты музей ҡараусы ҡурҡытҡан

-

1991 – 1992 йылдарҙа театр Ленинградта гастролдәрҙә була. Тамашаларҙан буш ваҡыттарҙа актерҙарҙы ҡала буйлап экскурсияларға йөрөтәләр. Бер көн балауыҙ һындары музейына алып киләләр. Һәр экспонатҡа иҫтәре китеп, һәр залды ҡарап сығалар. Ә Илсур ағай Франгизә Илбәкова менән һындарҙы үтә ентекле өйрәнгән булғандыр, бөтәһенән ҡалып, оҙаҡ йөрөйҙәр. Шотланд фигураларын ҡарап йөрөгәндә, Илсур Хәбиров 70 йәштәр тирәһендә бик мөләйем һын янында туҡтала. Ул һын бүтәндәренә ҡарағанда үтә лә ҡыҙыҡлы, үтә лә ысынбарлыҡҡа оҡшаған була. Шотланд залында шаҡмаҡ биҙәкле күлдәктә була ул, етмәһә! Илсур Сәғит улы уны әйләнеп-әйләнеп, оҙаҡ итеп ҡарап йөрөгәндә, баяғы һын атлай ҙа китә! Илсур ағайҙың күҙҙәре ҙурайып, теле көрмәлеп: “Ф-ф-франгизә.... ул атлааай”, – тип саҡ әйтә ала.
Баҡһаң, ул һын – музей ҡараусыһы (смотритель) булған икән. Франгизә Илбәкова менән Илсур Хәбиров был хәлгә көлә-көлә саҡ тынысланалар.

Илсур Хәбировты музей ҡараусы ҡурҡытҡан
Илсур Хәбировты музей ҡараусы ҡурҡытҡан
Автор:
Читайте нас: