+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Ғинуар 2023, 15:13

Рим Хәсәновтың «Ҡышҡы романс» йыры тәүге тапҡыр немец телендә

-

Уҙған йәкшәмбе Өфөлә Рим Хәсәнов призына «Ҡышҡы романс» йырын башҡарыусылар араһында конкурс еңеүсеһе иғлан ителде. “Ҡурай” телеканалы ойошторған интернет конкурсында еңеүсе халыҡ тауышы иҫәбе буйынса йыйылды. Конкурста ҡатнашыу өсөн композитор Рим Хәсәнов спектаклдәренең репертуарынан йырҙар төшөрөлгән видеофайлдар ебәрергә кәрәк ине. Унда 300-ҙән ашыу башҡарыусы ҡатнашты.

Мәләүез районының «Илһам» үҙешмәкәр ансамбле йырҙы башҡорт һәм немец телдәрендә башҡарҙы.

- Рим Хәсәновтың әҫәрҙәре төрлө телдә яңғырарға тейеш тип иҫәпләйбеҙ, сөнки улар донъя кимәлендәге хит булырға лайыҡ. Оҙаҡламай «Ҡышҡы романс»ты инглиз телендә лә йырларға йыйынабыҙ, - тине ансамбль етәксеһе Зәилә Әлмөхәмәтова.

Зәилә Рафиҡ ҡыҙы ауыл мәктәбендә инглиз һәм немец телдәре уҡытыусыһы булып эшләй, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Ул балаларҙы ғына түгел, «Илһам» коллективы ағзаларын да сит телдәргә өйрәтә - йәш коллективтың репертуарында инглиз һәм немец телдәрендә бер нисә йыр бар.

Композитор Рим Хәсәнов әйтеүенсә, 2024 йылда легендар “Ҡышҡы романс” йырына 50 йыл тула. Йырҙың һүҙҙәрен Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми яҙған. Тәүге башҡарыусыһы – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының популяр актеры Фидан Ғафаров. “Ҡышҡы романс”тыһуңынан бик күп сәхнә оҫталары - Илфак Смаков, Радик Гәрәев, Нәзифә Ҡадирова башҡара. Мәңгелек хит бөгөн дә башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары тарафынан киң башҡарыла.

 

https://kulturarb.ru/ba/news/rim-hәsәnovtyң-ҡyshҡy-romans-jyry-tәүge-tapҡyr-nemec-telendә-yaңғyrany

 

 

Рим Хәсәновтың «Ҡышҡы романс» йыры тәүге тапҡыр немец телендә
Рим Хәсәновтың «Ҡышҡы романс» йыры тәүге тапҡыр немец телендә
Автор:
Читайте нас: