+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Ғинуар 2023, 20:14

Урманда усаҡ эргәһендә ҡаршылайҙар

-

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, республиканың Милли әҙәбиәт музейы директоры  Гөлдәр Сабит ҡыҙы өсөн уҙып барған йыл шатлыҡтары һәм  көйөнөстәре  менән дә хәтерендә ҡалыр. Шулай ҙа был миҙгелдең күберәк матур мәлдәрен иҫкә алырға ярата ул.

– Барыҫ йылы ауыр ғына бу­лыуға ҡарамаҫтан, ғаиләм, яҡын­дарым, дуҫтарым, хеҙмәттәш­тәрем араһында юғалтыуҙар булманы. Йыл барышында эшемдә күркәм саралар уҙғарылыуы ме­нән иҫтәлектәргә бай ул. Мәҫә­лән, Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылындағы М. Өмөт­баев музейында үҙебеҙҙең фи­лиал­дарҙы йыйып, бик ҡыҙыҡлы семинар-практикум ойошторҙоҡ, “Музейҙар төнө” кеүек Бөтә Рәсәй акцияларында әүҙем ҡатнаштыҡ. “Торатау” конгресс-холында Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғари­пованың 75 йәшлек юбилейына арналған кон­ференция төрлө төбәктәрҙән ғалимдарҙы, әҙиптәрҙе тупланы. Был сара барышын бөтә китап­ханаларға тура трансляциялау, башҡа төбәктәр менән онлайн тәртибендә бәйләнешкә сығыу конференцияның мәртәбәһен арттырҙы.

Уҙып барған йыл бик көсөр­гәнешле булды, шуға ҡуян һымаҡ йүгергеләргә тура килде. Әлбиттә, йыл гел уңыштарҙан ғына торҙо, тип әйтеп булмай, һынауҙары ла булды. Үҙем йығылып, умыртҡа һөйәгемде һындырҙым. Иң мөһиме – ул ауырлыҡтар артта ҡалды, – тип һөйләне  ул.

Гөлдәр Моратованың ҡуян менән уртаҡ сифаттары бармы? Ошо һорау беҙҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡуян йылында тыуыуына бәйлеме-юҡмы, ләкин  ниндәй генә миҙгел булһа ла урманда йөрөргә ярата икән әңгәмәсебеҙ.

– Тәбиғәткә һоҡланыу аша күңе­лемә тыныслыҡ табам, хисләнәм, ҡайһы саҡ шиғыр юлдары ла ты­уа. Был йылды Бесәй йылы ла ти­ҙәр бит. Уның һымаҡ яҡында­рыма, дуҫтарыма тоғромон, улар­ға ярҙам итергә тырышам, ләкин үҙемде ыңғай ғына итеп күрһәтеү  дөрөҫ тә булмаҫ. Бала саҡта мин тыңлауһыҙ, үҙ һүҙле, тәкәббер, сая булып үҫтем, ирекле булыуҙы яраттым, әммә иреш сығарыу, йәм­һеҙ итеп әрләшеү кеүек сифат­тар миңә хас түгел. Бер ҡараһаң, мин ҡуян кеүек йомшаҡ, бесәй кеүек иркә, ләкин асыу­ланғанда үткер ҡарашлы, ҡырыҫ, талапсан кешегә әүереләм. Йондоҙнамәм буйынса Балыҡ булыуым да холҡома йоғонто яһайҙыр, тип уйлайым, шуға һәр нәмәгә ижади күҙлектән ҡарайым. Тағы ла шундай ҡыҙыҡлы яғым бар: тыуған көнөм астрологик яңы йылда, көн менән төн тигеҙләнгән ваҡытҡа тура килә. Яҡындарым араһында Ҡуян йылында тыуғандар аҙ түгел – киленем Аида, дуҫтарым Флүрә Килдейәрова, Светлана Хәкимова, хеҙмәттәшем Илүзә Шәйәхмәтова, – тине Гөлдәр Сабит ҡыҙы һәм дуҫтары менән бәйле бер ҡыҙыҡлы ваҡиғаны ла һөйләп ишеттерҙе:

– Әхирәтем Флүрә Бесәй йылының ғинуар айында тыуған. Һәр ваҡыттағыса дуҫтар менән тыуған көнөнә йыйылдыҡ. Тәнзилә Үҙәнбаева һуңлап килгән дә: “Һинең ниндәй код?” – тип Флүрәнең телефонына шылтырата. Ә Флүрә уны магазинда Бесәй йылына арнап бүләк эҙләп йөрөй икән тип уйлап, үҙенең тыуған йылын әллә “кот”, әллә “дракон” тип яуап биргән. Тәнзилә шул саҡ: “Флүрә, бында “кот” та, “дракон” да юҡ бит, тапмайым, һандар ғына, ти аптырап. Беҙ, эштең нимәлә икәнлеген аңлап, илағансы көлдөк. Тәнзилә иһә домофондың кодын белмәй һораған икән. Хәҙер ул беҙҙә лаҡап булып ҡалды, – тип шул ваҡиғаны йәнә көлөп иҫкә алды әңгәмәсем.

Гөлдәр Моратова ғаиләһен­дәге матур бер йола тураһында ла һөйләне – Яңы йылды урманда, усаҡ янында ҡаршылайҙар икән. Балалар менән төрлө урман йәнлектәре булып кейенеп уйнауҙан һәр береһе күңеленә ял ала.

Һәр ҡайһыбыҙ тыуып килгән йылға яңы өмөттәр бағлай. Гөлдәр Сабит ҡыҙының теләгәне лә тик изгелек: 

– Алдағы йылға бар халыҡтың иң ҙур теләге – тыныслыҡ булһын. Украиналағы махсус операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр барыһы ла иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Ҡуян да, бесәй ҙә йыртҡыс түгел – тыныс холоҡло, йүгерек йәнлектәр. Шуға киләһе йыл уңышлы, тыныс булыр , тип ышанам. Барығыҙҙы ла  Яңы йыл менән, дуҫтар!

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-02/g-r-e-lem-tyuma-a-3093076

 

Урманда усаҡ эргәһендә ҡаршылайҙар
Урманда усаҡ эргәһендә ҡаршылайҙар
Автор:
Читайте нас: