Наил ағай Ғәйетбайҙың "Ағиҙел" дә "Йән" романы баҫылды. Яңыраҡ ул редакцияға килеп ингәс, беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды:
--Наил ағай, ә ҡасан "Тән" романын яҙаһың?
--Минең барлыҡ яҙғандарым тән тураһында...
--Нишләп улай?
--Шулай, уҡып ҡара...
Кемдер бүлмәгә килеп инде лә, әңгәмәбеҙ өҙөлөп ҡалды. Әле бына шул һөйләшеү иҫкә төштө лә, уйға ҡалдым. Ә бит тән йәндең һауыты. Улай ғына ла түгел, тән булмаһа, хатта күләгә лә юҡ. Кем белә, бәлки урыҫ телендәге "тень" "тән"дән алынғандыр? Әллә киреһенсәме?
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
795--се күҙәтеү.
Әхмәр Үтәбай.