-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Ғинуар 2023, 22:27

Атай һабағы

-

Атайым уҫал, әммә ныҡ ғәҙел, кешелекле кеше булды. Бер ваҡытта ла кешене кәмләргә, мыҫҡыл итергә ярамай, тип өйрәтте. Ауылда хикмәтлерәк (ауырыуы сәбәпле) Шаһымгәрәй исемле апах була торғайны. Ул үҙе шул хәтлем егәрле, һауһаҡ: утынға бер ваҡытта ла ат, трактор менән йөрөмәне, йыуан бүрәнәләрҙе лә йөкмәп ташыны, бесәнде лә. Бер ҡараһаң, Ҡаршытауҙың аҫтында торор, икенсе ҡарауға башында булыр ине. Уның үҙенең генә йөрөгән түтә юлы ла булды. Сабынына гел шунан йөрөнө. Ул һуҡмаҡты мин әле лә Шаһымгәрәй апа һуҡмағы тип йөрөтәм. Ҡәтиәләре, ендәре бар, тигәстәр, беҙ, бала-саға, улар эргәһенән тын да алмай йүгереп үтә торғайныҡ. Кешегә зыяны теймәне ул апаның – мал-тыуар көттө, донъяһын ҡараны. Аҡ һыулы ғына ҡотоғо ла бар ине. Һыңар биҙрәһен тотоп, Заһит ҡотоғона ла таң менән һыуға барыр ине. Бер мәл атайым, Шаһымгәрәй апа тимәй, Шаһым, тигән өсөн ҡолаҡты борҙо: "Нимә оло кешене ололамайың, уның бит исеме бар – Шаһымгәрәй. Бынан һуң кешегә исем тағаһы, кешенән көләһе булма!" – тип ауыҙҙы йырҙы. Башҡалар Шаһым тигәндә лә беҙ Шаһымгәрәй апа тинек. Атайымдың ошо һабағы ғүмергә етте. Бер оло ғына йәштәге инәйҙе беләм: һәр кешегә исем таға. Уйлап ҡуям: их, ваҡытында ҡолағын бороусы булмаған, тип...

 

 

 

Атай һабағы
Атай һабағы
Автор:
Читайте нас: