+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Декабрь 2022, 11:40

Гөлназ Хайсарова: «Актерҙың әйтер һүҙе булырға тейеш»

-

Тулы исеме: Хайсарова Гөлназ Фәнил ҡыҙы

Тыуған көнө: 24 сентябрь, 1992 йыл

Тыуған ере: Баймаҡ ҡалаһы

 

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлназ Хайсарова менән әңгәмә

Гөлназ, бөтә музыкаль майҙандарҙа һинең «Тормош диңгеҙе» тип аталаған йырың таралып китте. Һүҙҙе шунан башлайыҡ әле, ҡасан йырлай башланың?

– Ысынында, мин бәләкәй саҡтан йырлайым. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағанда төрлө концерттарҙа, сараларҙа, һуңынан инде ауылда үткәрелгән һабантуйҙарҙа, байрамдарҙа сығыш яһаным. Беренсе йырым «Бөрйәндән Сәүкә килә» тип атала ине. Әсәйем миңә бәләкәй саҡтан уҡ төрлө сәңгелдәк йырҙарын йырлай ине. Радионы ҡуя ла, уға ҡушылып йыр һуҙа, мин дә әсәйемә ҡушылам. Уҡытыусы булып эшләгән сағында, әсәйем эшкә китә, ә мин өйҙә бер үҙем ҡалам. Ундай саҡтарҙа өйҙө яңғыратып йырлай инем.

Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда үҙемә оҡшаған, күңелемә ятҡан төрлө-төрлө йырҙар һәм көйҙәр ижад итә башланым, шиғырҙар ҙа яҙып ҡарағаным булды. Әммә шиғыр яҙыу минеке түгел, көйҙәр яҙыу оҡшай.

Һинең тауышың үҙенсәлекле, нескә, күңелде арбап тора, ысынлап та, матур...

– Минеңсә, йырҙы мотлаҡ ҡысҡырып йырларға кәрәкмәй. Бына һинең күңелеңдә көй нисек ята, һинең хистәрең нисек сыға – шулайтып йырларға кәрәк. Миңә ҡайһы бер кешеләр: «Ошо «Тормош – диңгеҙ» йырыңды, бәлки, рок стилендә эшләп ҡарар инең», – тип әйтәләр. Ә мин: «Юҡ, минең күңелемдә ул йырым әлегә ошолай яңғырай», – тип яуаплайым. Күңелемдә рок булһа, бәлки, ул саҡта рок стилендә лә йырҙар тыуыр. Әммә әлегә ошолайыраҡ.

Гөлназ, һинең әсәйең, Римма апай Ғөбәйҙуллина – мәғариф алдынғыһы, республикала билдәле уҡытыусы. Педагогтар династияһын дауам иткең килмәнеме? Ни өсөн нәҡ актерлыҡ һөнәрен һайланың?

Мәҡәләне тулы килеш яңы, декабрь һанында уҡырһығыҙ. Журналға яҙылырға онотмағыҙ.

Гөлназ Хайсарова: «Актерҙың әйтер һүҙе булырға тейеш»
Гөлназ Хайсарова: «Актерҙың әйтер һүҙе булырға тейеш»
Автор:
Читайте нас: