+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Ноябрь 2022, 16:08

“Үлтереп” уйнай

-

- Гүзәл Хәсән ҡыҙы, сер түгел, һеҙ шул тиклем дә сағыу актриса. Бәләкәй генә бер эпизодта уйнайһығыҙмы, төп ролдәме – һеҙ йәшен кеүек спектаклде яҡтыртып, яндырып уйнайһығыҙ. Нәжиб Асанбаев һеҙҙе бер яҙмаһында “үлтереп” уйнай тип яҙғайны. Бындай сифат һеҙҙә ҡайҙан килә: тәбиғәттән бирелгән һәләтме, әллә йылдар буйына йыйылып килгән актерлыҡ оҫталығымы ул?

- Бөтәһе лә бергәлер инде... Мин үҙем Баймаҡ районында тыуғанмын. Беҙҙең яҡтың кешеләре сәнғәткә ғашиҡ йәндәр, дәртлеләр, йыр-моңға әүәҫ, бөтә яҡлап та килешкәндәр. Атайым химия һәм биология уҡытыусыһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡурайҙа һыҙҙыра ине, әсәйем бейей, үҙе матур итеп йырлай. Шул музыкаль тәрбиә ата-әсәнән килә. Баймаҡта тыуып үҫкәс, икенсе төрлө булыуы ла мөмкин түгел. Әле лә хәтеремдә, атай ҡулына ҡурайҙы ала ла, инде моң ағыла!.. Мин бәләкәй генәмен, шуны тыңлап, һеңдереп ултырам. Мине лә урындыҡҡа баҫтыралар ҙа: “Әйҙә, Гүзәл, йырла әле”, - тиҙәр.

“Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,

Ниндәй саф һауа, саф һауа.

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,

Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ”, - тип ихлас йырлай торғайным. Әсәйем әле лә иҫән-һау, Аллаға шөкөр, һөйләй ине: “Һандуғас өләсәйең дә иҫ китмәле матур итеп йырлай торғайны”, - тип.

- Өләсәйегеҙҙең исеме Һандуғас инеме?

- Эйе, ҡайһылай есеменә тап килеп торған бит! Шундай моңло оҙон көйҙәр һуҙа торғайны ул. Өфөгә күсеп килгәс, мин тәүге тапҡыр атай-әсәйемә эйәреп театрға килдем. Матур бинаны күреп иҫем китте! Мин бит Зәйтүнә апай Бикбулатоваларҙың уйынын тереләй күргән кеше. Хөсәйен ағай Ҡудашевты!... Уның шундай бәрхәт яғымлы тауышы һаман да иҫемдә... Хәй ағай Фәхриев, Асия апай Нафиковалар, Шамил ағай Рәхмәтуллиндар... Матур театр донъяһына, актерҙарға ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. “Ғәлиәбаныу” спектаклендә актерҙарҙың йырлап ебәргән миҙгелдәре айырыуса күңелемде арбаны.

- Тап шунда актриса булырға, тип ҡарар иттегеҙме?

- Уға тиклем мин йырлай инем. Ә бына театр донъяһын күргәс, актриса булам, тип хыяллана башланым. Һәм минең хыялым тормошҡа ашты, Аллаға шөкөр.

- Гүзәл Хәсән ҡыҙы, спектаклде йәмләүҙең, халыҡтың күңелен арбауҙың серен асығыҙ әле. Ғөмүмән, ролдең һүрәте нисек барлыҡҡа килә ул? Бына пьесаны уҡып сыҡтығыҙ, ти. Шунан...

- Беренсенән, шуны әйтеп үтәйек, ролде һин теләп алмайһың. Әҫәрҙе уҡығас, үҙеңсә уйлайһың: әһә, миңә был роль килешер ине, тип. Ә режиссерҙың үҙенең ҡарашы, һиңә башҡа төрлө роль бирә. Ниндәй генә роль булһа, Аллаға шөкөр, тип ҡыуанып алаһың да, ана шунан башлана ла инде эҙләнеү. Элегерәк беҙҙең театрҙа Рөстәм Хәкимов Айһылыу Йәғәфәрованың “Ҡыпсаҡ ҡыҙы”н ҡуйҙы. Шунда режиссер миңә Ағинәй образын бирә. Миңә ҡырҡ йәштәр самаһы, Ағинәйҙе уйнар өсөн йәшерәк һымаҡмын үҙемә. Эҙләнергә кәрәк. Был инәй дини, яғымлы, аҡыллы. Доғалар белергә тейеш. Ә мин ул саҡта доғаларҙы бигүк белмәйем. Режиссер әйтә: “Апай, ролде байытыр өсөн бер-ике доға ятлаһың, яҡшы булыр ине”, - ти. Ул саҡта бәләкәй диктофондар юҡ ине, диктофонлы телефон тураһында һүҙ ҙә әйтеп тә тормайым. Оло магнитофон тоттом да, мәсеткә киттем. Бер таныш хәҙрәт бар ине. Аңлаттым уға, ярҙам итегеҙ инде, тинем. Ниндәйерәк доға кәрәк, тип һөйләштек тә, хәҙрәт миңә матур доғалар йырлап күрһәтте. Барыһын да магнитофонға яҙҙырып алдым. Көнө-төнө шуларҙы ятлап йөрөнөм. Аш бүлмәһендә мәж килһәм дә, доғаның һүҙҙәрен ҡабатлайым, туҡталышта торһам да, хатта йоҡлар алдынан да доға әйтеп ятам. Шул тиклем үҙемә оҡшап китте былар, күңел тыныслана, уйҙар яйға килә. Баҡтиһәң, йоҡлар адынан доға уҡып ятыу – үҙе бер ғүмер икән. Ул саҡта мин уны аңламағанмын, хәҙер килеп уйланып аңланым.

Йә, мәҫәлән, яңыраҡ сыҡҡан Фәтхи Бурнаштың “Йәш йөрәктәр” спектаклен алайыҡ. Режиссер Фирғәт Ғарипов роль бирә: сыуаш ҡатыны Катерина. Беҙ бит уларҙың үҙенә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәрен, ҡылыҡтарын белеп етмәйбеҙ. Спектаклдә сыуашса һөйләп булмай бит инде. Шулай ҙа ролде күләмле итер өсөн айырым-айырым сыуаш телендәге фразаларҙы керетеп ебәрергә кәрәк, тип күҙ аллайым. “Нарспи” сыуаш ансамбленең етәксеһе Галина Петроваға шылыраттым.

Дуҫтар, бик йөкмәткеле, ҡыҙыҡ мәҡәләне тулы килеш журналыбыҙҙың яңы, декабрь һанында уҡый алаһығыҙ. "Тамаша"ға яҙылырға онотмағыҙ. 

“Үлтереп” уйнай
“Үлтереп” уйнай
Автор:
Читайте нас: