+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Ноябрь 2022, 19:59

СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ

-

Тамашасының театр сәнғәтенә талаптары үҫә, ҡатмарлана барған осорҙа йәшәйбеҙ. Актер өсөн сәнғәт институтында бирелгән генә базаның етмәүе лә бар. Ул ғүмере буйына белемен камиллаштыра, яңы үрҙәргә ынтыла. Ә дөйөм алғанда, актер – ул йыйылма һөнәр: әгәр табип ролен уйнайһың икән – һин табип булырға тейешһең, уҡытыусыны кәүҙәләндергәндә – ысын уҡытыусы, балеринаны уйнағанда һин пуанттарҙа баҫып торорға һәм фуэтены әйләнә белергә тейешһең, ашнаҡсы икән – тимәк, сәхнәлә торт бешереү һәм уны тамашасыға тапшырыу зарур. Актерҙар системаһын ойоштороусы К.Станиславский буйынса, актер ролен үҙенең ғүмере кеүек итеп йәшәргә тейеш. Шундай ысынбарлыҡ тамашасы күңелендә эҙ ҡалдыра, сәхнәлә ысын булмаған тормош икәнлеген оноттора, ваҡиғаларҙы аңларға һәм кисереп сығырға мәжбүр итә. Был бик ауыр, шул уҡ ваҡытта ғәжәп тә: һәр ролең менән тормошта яңылыҡ асаһың һәм уны үҙләштерәһең. Шуғалыр ҙа сәнғәттең сихри икәнлеген тойоп-белеүселәр актер һөнәрен һайлай.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Юлдашбаевтар ғаиләһе, һөнәрҙәре буйынса төрлө өлкә кешеләре булһа ла (әсәһе – шәфҡәт туташы, атаһы – полиция хеҙмәтендә) – сәнғәткә ғашиҡ йәндәр. Улар йорто бөгөн дә йыр-моңдан өҙөлмәй. Ғаилә башлығы Наил Ғәлимйән улы йырсы ла, ҡурайсы ла, баянсы ла. Ә йортҡа йәм биреүсе әсәләре, Әлимә Фәтхулла ҡыҙы – бейеүсе. Ошондай йыр-моң тулҡынында тирбәлеп үҫә Салауат. Ә бер мәл, Сибай драма театры спектаклен ҡарарға насип була. Салауат ул спектаклде ҡарап ҡына хушһынмай, театр уға атаһы, әсәһе һөнәрен берләштерер юл булып күренә. Хыял тыуа...

Дуҫтар, ихлас мәҡәләнең дауамын журналыбыҙҙың яңы, декабрь һанында уҡырһығыҙ. "Тамаша"ға яҙылырға онотмағыҙ.

СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ
СӘХНӘ ТҮРЕНӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӘ
Автор:
Читайте нас: