+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Ноябрь 2022, 18:00

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов

-

Бала саҡта хоккей уйнарға яратҡан ул. Ә әле Салауат Юлаев хоккейсылары уйынына ныҡ итеп "ауырыр" өсөн хоккейға йөрөй икән.

Ауылдашы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмзин Әбсәләмов уның хаҡында шәп шиғыр яҙған әле:

Күҙ алдына баҫа бөркөт һыны,
Көслө ҡанаттарын ҡатырған.
Ҡошсоҡтарын һаҡлап дошманынан,
Ҡаяларҙан ергә атылған.

Ҡараштары уның алыҫтарҙа,
Тотоп булмай уның ҡарашын.
Ут ялҡындар сәсрәп тора, әгәр,
Ҡулдарына тотһа ҡылысын.

Ул сәхнәгә сыҡһа, ситегендә,
Һаҡмар тулҡынының ҡағышы.
Бейеү донъяһына инеп китәң,
Ирекһеҙҙән үҙең аҙашып.

Ҡара мыйыҡ, ҡара сәстәре лә,
Көй ишетһә төшә бейергә.
"Ҡара тауыҡ" булып бейегәндә,
Иларғамы әллә көлөргә?!

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов
Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов
Автор:
Читайте нас: