– Артистар бер ваҡытта ла «ҡуй», тимәйҙәр инде. Күпме роль бирһәләр ҙә уйнарҙар… Әлеге булған тәжрибәмә таянып, моғайын, йылына төплө генә бер роль һәм дә бер-ике бәләкәй ролдә, йә иһә күмәк сәхнәләрҙә сыҡһам – миңә шул етер ине, тип уйлайым. Сөнки яңы роль сығарыу ҙур хеҙмәт, тырышлыҡ талап итә, артистарҙың физик һәм эмоциональ яҡтан да мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Яңы ролдәр сығарыуҙан тыш ағымдағы репертуарҙа барған спектаклдәрҙә лә уйнайбыҙ бит.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин төбәктең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, шул иҫәптән республиканың сәнғәт эшмәкәрҙәре булды:
- ҡурайсы Азат Айытҡолов «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» II дәрәжә ордены миҙалы менән билдәләнде;
- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» исеме рәссам Сергей Игнатенкоға һәм график Тәлғәт Мәсәлимовҡа бирелде;
- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә Өфө ҡалаһының А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Юрий Григорьев лайыҡ булды;
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы, легендар актриса Нурия Ирсаева Салауат Юлаев орденын алды;
- М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлфиә Рафиҡоваға «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән юғары исем бирелде.