Элек кешеләр йәмәғәтселек урындарына бер-береһе менән осрашыу, танышыу, фекер уртаҡлашыу өсөн йөрөнө, уларҙы бер-береһенә бәйләгән идеология бар ине. Социализм, коммунизм тураһында әйтеп тә тормайым, әммә нигеҙендә социаль тигеҙлек һаҡланған ижтимағи ҡоролош төҙөргә ынтылыуҙың ниндәй ғәйебе бар? Ул нисек кенә аталмаһын, кешеләрҙең берҙәм ынтылышы уларҙы бер маҡсатта туплап, клубтарға, мәҙәниәт йорттарына йөрөттө. Элек беҙ бер-беребеҙгә "иптәштәр" тип өндәшһәк, хәҙер "әфәнде"ләрҙән һалдырабыҙ. Элекке иптәштәр хәҙер өйҙәрендә экран имеп кино, футбол, хоккей ҡарай, әфәнделәр иһә ресторандарҙа ултыра.
Кешеләрҙе бер-береһенә бәйләгән идеология, уртаҡ маҡсат булмаһа, индивидуализм сәскә ата инде. Был йәһәттән ошо идеологияны беҙгә һеңдерергә теләгән көнбайыш еңеүгә өлгәште. Беҙ фатирҙарыбыҙға бикләндек, ишек келәләрен элдек, ҡоймаларыбыҙ бейек. Әммә һәр кире күренештең ыңғай яғы булған һымаҡ, кешеләр клубтарға, мәҙәниәт йорттарына йөрөп осрашмаһа ла, шул уҡ социаль селтәрҙәр эсендә ватсап ҡушымталары, ҡыҙыҡһыныуҙар һәм башҡа принциптар буйынса чаттар, төркөмдәр барлыҡҡа килеүе шул уҡ мәҙәниәт учреждениеларының онлайн формаһын барлыҡҡа килтерҙе. "Онлайн клуб" бик заманса яңғырай.
Клубтарҙың тәүтәғәйенләнеше халыҡҡа күмәк мәҙәниәт алып килеү. Күмәк мәҙәниәт -ул шөғөлө, ҡыҙыҡһыныу буйынса уртаҡ маҡсаттары булған кешеләрҙең йыйылыу урыны, мәҙәни-ағартыу учреждениеһы, ижтимағи ойошма. Беҙ иһә фәҡәт махсус рәүештә төҙөлөп, башына "КЛУБ" тип яҙып ҡуйылған бинаны ғына клуб тип атайбыҙ. Был һис тә дөрөҫ түгел. Ауылда клуб бинаһы булмай тороп та, мәктәптә, балалар баҡсаһында һ.б. урындарҙа шөғөлө, ҡыҙыҡһыныуы (хобби), инаныуы буйынса бер төркөм кеше йыйыла икән, был да клуб тип аталырға хаҡлы. Тимәк, ошондай төркөмдәр, ижтимағи ойошмалар булмаған ауылдарҙа ғына клуб биналары буш тороуы бик мөмкин. Шул уҡ ваҡытта клубтарҙың буш тороуы ла клуб эшләмәй тигәнде аңлатмауы бар. Тағы ла төпкәрәк төшһәк, ауылда клуб бинаһы булыуы ғына клуб бар, тигәнде аңлатмай. Клуб - ул бина түгел, ә бер маҡсаттағы, бер инаныуҙағы кешеләр!
Алға киткән Европа илдәрендә эшҡыуарҙар клубы илдең иҡтисадын, сәйәсәтен, бер һүҙ менән әйткәндә, киләсәген билдәләй ала. Англияла, Францияла бындай типтағы клубтар инвестиция мәсьәләләрен хәл итә. Тимәк бында клубты шөғөл, ҡыҙыҡһыныуҙан тыш, дәүләт мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ижтимағи ойошма итеп тә ҡарай алабыҙ.
Ярай, социализм артта ҡалды, кинолар ҙа күрһәтелмәгәс, хәҙер клубтар ниндәй эштәр менән шөғөлләнергә тейеш һуң? Эстрада йондоҙҙары сығышына халыҡтың эркелеп килеүенә ҡарап ҡына клуб эшмәкәрлегенә баһа бирә алмайбыҙ. Сөнки себен-серәкәй балға ла, тиҙәккә лә берҙәй үк һырый.
Клуб эшен ойоштороуҙың нигеҙендә идея ятыуы фарыз. Беҙҙең ауыл клубтарында ундай башланғыстар бихисап. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ҡартатай-ҡартәсәйҙәр башланғысында мәҙәниәт һарайҙарында бик күп саралар, төрлө конкурстар үтә башланы. Шулай уҡ айырым даталарға арналған саралар ҙа даими үтеп тора. Был башланғыс тик бер тапҡыр, йәки онотҡанда бер, йәки күмәкләп фотоға төшөп, интернетҡа ҡуйыу саралары ғына булмаһын ине. Республикабыҙ ауылдарында ойошҡан Ағинәйҙәр хәрәкәтен беҙ ысын мәғәнәһендәге клуб тип атай алабыҙ. Улар ярҙамында халҡыбыҙға милли кейем, йолалар, боронғо кәсептәр, бер һүҙ менән әйткәндә, милли рухыбыҙ ҡайта башланы. Уларҙың махсус биналары юҡ, ә клубтары бар.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
http://www.kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5208