+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Ноябрь 2022, 17:00

Диянаға башҡорт телен Өфөлә кем өйрәтә?

-

– Дияна, Башҡортса һөйләшмәй үҫһәгеҙ ҙә, бөгөн һеҙ башҡортса йырлайһығыҙ. Туған телде белергә кәрәк икәнлеген ҡайһы ваҡыт төшөндөгөҙ?

– Баштан уҡ асыҡлыҡ индереп китәйек, мин телде белмәнем генә, ә уның моңон яратып үҫтем, тинем. Һәм ҡасан да булһа, шул ишеткән моңдарҙы һүҙҙәре менән дә йырлармын, тигән бер уй йөрөттөм.

Башҡорт телен уҡырға ингәс өйрәнә башланым. Ятаҡта бит инде башҡорт ҡыҙҙарын башҡорт ҡыҙҙары менән, рустарҙы рустар менән йәшәргә урынлаштыралар. Мин дә башҡорт ҡыҙҙары менән эләктем, әммә бүлмәләге дүрт ҡыҙҙың береһе генә башҡортса белә булып сыҡты. Шулай ҙа шул бер кеше етте беҙгә. Унан ҡала Өфөлә, Учалыла үҙең инде башҡорт донъяһында, башҡорт мөхитендә йәшәйһең һәм нисек тә һин шуға яғылып китәһең.

Беренсе башҡортса йырымды ла мин әлеге бүлмәләшем – Венера исемле Ырымбур ҡыҙы менән өйрәндем. Беренсе курстың аҙағында беҙ музыкаль бригада төҙөп алып гастролдәргә сығып, йәйҙәрен аҙыраҡ аҡса эшләп алыу ниәте менән яндыҡ. Һәм клавиша эҙләп йөрөп, ул саҡтағы «Ант» төркөмөнә барып юлыҡтыҡ. Улар БДУ бинаһында студия тоталар ине. Егеттәргә беҙҙең ҡыҙҙарҙан ғына торған төркөм ҡыҙыҡ булып тойолғандыр инде. Етмәһә, улар «Аманат-шоу» фестивален ойошторалар ине. Һәм, шул саҡ, Алмас Ғафаров беҙҙе тыңлап ҡарап, фестивалдә ҡатнашырға саҡырҙы. Ошо төркөмөбөҙ менән беҙ бер нисә тапҡыр сығыш яһаныҡ. Әммә ҡыҙҙар яйлап-яйлап икенсе шөғөлдәргә күсеп китеп бөттөләр һәм йырлаусыларҙан мин бер үҙем генә тороп ҡалдым. Сөнки был минең бәләкәйҙән үҙемә һеңдереп алған бер эшем ине һәм мин унан улай еңел генә баш тарта алманым. Хатта артабан тағы ла үргәрәк ынтыла – йырларға һәм уҡырға Мәскәүгә китергә лә йыйына инем, әммә мине унда ебәрмәнеләр. Ә мин ата-әсәнең әйткәненә буйһона инем. Шулай үҫтерҙеләр беҙҙе. Ололар фатихаһы һәм уларҙың финанс ярҙамы ул саҡта йәш студент өсөн мөһим ине.

«Ант» төркөмө шул танышыуҙа беҙгә башҡортса йырлау мөһим икәнлекте аңлатты. Һәм йырҙы артист үҙе ижад итеп йырлаһа, тағы ла яҡшыраҡ, тине. Шул ваҡыт мин уйлана башланым һәм илһамланып йөрөп «Оран» тигән йырымдың көйөн яҙҙым. Мин бит инде грамоталы музыкант, әммә ижад итеүҙе төшөнөп етмәгән кеше әлегә. Был иһә тәүге үҙ аллы ижадым булды. Моң тыуғас, уға һүҙҙәрҙе Розалия Таһирова яҙып бирҙе. Шиғырҙың эстәлеген дә үҙем уйлағайным инде. Йырға клип та төшөрҙөләр, заманында бик популяр булды ул. «Башҡорт йыры»ның телевизион варианты барлыҡҡа килгән ине һәм, ул заманда, тамашасы шуның аша тәүге тапҡыр Дияна Ишниязова тигән йырсы менән танышты.

("Тамаша" журналы, 5-се һан, 2021 й. Мәҡәләнән өҙөк)

Диянаға башҡорт телен Өфөлә кем өйрәтә?
Диянаға башҡорт телен Өфөлә кем өйрәтә?
Автор:
Читайте нас: