+28 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Октября 2022, 07:00

Тормош юлын йыр менән

Йөрәктәргә үтеп инерлек, халыҡсан, моңло, үҙенсәлекле тауышлы был йырсыны Хәйбулла районында үткән һәр мәҙәни сарала йыш осратырға мөмкин. Район, төбәк һәм республика кимәлендә ойошторолған йыр бәйгеләрендә был башҡарыусының исеме моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Һаҡмар һандуғасы Нәзифә Ҡыҙрасова булыр ул. Уның моңонда мөхәббәт тә, һағыш та, үткәндәрҙе юҡһыныу ҙа, бөгөнгөгә ҡыуаныу ҙа бар.

Боронғо халыҡ йырҙарын да, ретро һәм эстрада йырҙарын да күңелен һалып, оҫта башҡарыуы менән күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан, шуға күрә Нәзифә Ҡыҙрасованың йырлауы һәр кемдең күңел ҡылдарын тирбәтергә, күҙҙәренә йәш тултырырға һәләтле. Халыҡсан моң ғына халыҡҡа барып етеүен яҡшы аңлай геройым, шуға күрә «еңел-елпе» йырҙарҙы йырлау яғында түгел, ә бары тик яҡшыларына, моңлоларына ғына өҫтөнлөк бирә һәм яңылышмай.

Хәйбулла районының Беренсе Мырҙа ауылында тыуып үҫкән Нәзифә Фирҡәт ҡыҙын өсөнсө класты тамамлағас, Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Фәғилә өләсәһе үҙенә алып ҡайта. Ҡасандыр Башҡортостандың баш ҡалаһы булған Темәстә йыр-моңға ғашиҡ, талантлы халыҡ йәшәй. Темәс урта мәктәбе ул сағында гөрләп торған белем усағы була. Тап шунда белем алыуы, музыкаға ҡарата һөйөү тәрбиәләүе менән бәхетле ул. «Бишенсе класта уҡыған саҡта уҡ хор түңәрәгенә йөрөнөм. Асия Мөхәмәт ҡыҙына әлегә тиклем рәхмәтлемен. Йыр-моңға ҡарата һөйөү тәрбиәләне, сәхнәгә ғашиҡ иттерҙе», — тип хәтерләй үҙенең бала сағын Нәзифә ханым.

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы тигәндәй, йырға ғашиҡ ҡыҙ мәктәптең бейеү түңәрәгендә шөғөлләнергә лә өлгөрә. Уҡыусыларға Гөлназ Аҡназарова бейеү серҙәрен өйрәтә, тәүге һабаҡтар бирә. Мәктәпте тамамлаған Нәзифә Ҡыҙрасованың ҡулында аттестат менән бергә музыка мәктәбен, бейеү түңәрәген тамамлаған тигән таныҡлыҡ та була. Бер аҙ аҡса эшләп алыу теләге уны тыуған яҡтарына алып ҡайта. Уфимка ауыл китапханаһында китапханасы булып хеҙмәт юлын башлай. Төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай, ауыл халҡы менән спектаклдәр ҡуя.

Мәҙәниәткә һөйөү хисе, йыр-моңдо үҙ итеүе артабан уны Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына алып килә. «Режиссер» бүлеген тамамлаған йәш белгесте район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге үҙҙәренә эшкә саҡыра. 1983 йылдан бөгөнгә тиклем Нәзифә Ҡыҙрасова тамашасыларына моң өләшеп, тирә-йүндәгеләрен моң бишегендә тирбәлтеп йәшәй. Тормош һынауҙары уны бер аҙ сит ҡалаларҙа йәшәтергә мәжбүр итһә лә, һәр ҡайҙа ла үҙ халҡына, моңона хыянат итмәй, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенән айырылмай. Алыҫ Себер тарафтарында йәшәгән сағында ситтә көн иткән милләттәштәренең рухының ни тиклем көслө икәнлегенә үҙе шаһит була. Халыҡ йыры, халыҡ моңо үҙ иленән йыраҡтағылар өсөн «йәшәү көсө бирерлек бальзам»ға торошло икәнен бар күңеле менән тоя һәм тап ошо ваҡытта үҙе лә һиҙмәҫтән йышыраҡ халыҡ йырҙарына мөрәжәғәт итә, уларҙы өйрәнә, тамашасыларға еткерә.

— Бала саҡтан өләсәйемдән ишеткән йырҙарҙы үҙемә күсерергә тырышам. Уларҙың һәр береһенә шул тиклем һаҡсыл ҡарайым, йырҙы башҡара алыу кимәленә еттем, тип уйлағандан һуң ғына ул йырҙы сәхнәгә алып сығам. Бигерәк тә «Шәүрә килен», «Һандуғас», «Зиләйлүк», төбәгебеҙгә генә хас «Мәғри» халыҡ йырҙарын башҡарырға яратам. «Оҙон көй» йыр бәйгеләрендә ҡатнашҡаным бар. Композиторҙар әҫәрен һайлаған саҡта иң элек һүҙҙәренә иғтибар итәм. Мәғәнәһеҙ, рифма өсөн генә яҙылған йырҙарҙы күңелем ҡабул итмәй. Күберәк лирик йырҙарға өҫтөнлөк бирәм, ретроны яратып башҡарам. Берәй күңелемә оҡшаған йырҙы радионан ишетһәм, уны мотлаҡ йырлаясаҡмын, тип уйлайым. Һәм уны эҙләп, өйрәнеп, тамашасыларыма сығарам, — ти Нәзифә Фирҡәт ҡыҙы.

Уның менән аралашҡанда бер сифатына һоҡланмау мөмкин түгел. Тәбиғәт тарафынан бирелгән бүләктең — моңдоң ҡәҙерен белеүе һәм һаҡлауы хайран итте. Әйткәндәй, моңло нәҫелдән ул, ғаиләлә үҫкән биш ҡыҙҙың барыһы ла йырлай. Осрашһалар, үҙҙәре концерт ҡуйып, йыр-моң бишегендә тирбәләләр. Нәзифә Ҡыҙрасова ойошторған концертта һәр саҡ туғандарының ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәп кенә ҡалмай, ә быуындар бәйләнешен дауам итә. Тормош иптәше йәшләй генә вафат булыуына ҡарамаҫтан, йыр-моңдо үҙ иткән ҡатын тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлөп ҡалмай. Ике улын тәрбиәләп үҫтерә, уларға белем бирә, яратҡан һөнәрҙәрен алырға ярҙам итә. Өлкән улы Рәзиф ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаһа, Айнур матур йырлай. Бөгөн уларҙың икеһе лә юғары белем алып, Ҡазан ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөйҙәр. «Улдарым өйләнеп, мине киленле, өләсәй итһәләр бик бәхетле булыр инем», — тип йылмая ул.

— Тормоштоң бар ауырлыҡтарын йыр менән йырып сыҡтым, — ти әңгәмәсем. 1990 йылда өлкән малай бәләкәй генә ине, ирем менән Яҡут Республикаһының Усть-Нера тигән приискыһына эшкә килдек. Унда икенсе улыбыҙ донъяға килде. Әммә оло ҡазаның яныбыҙҙа ғына һағалап йөрөүен белмәгәнбеҙ. Раилем эштә фажиғәле һәләк булды. Уның үлем хәбәрен ишеткәс, тотош ер уйылып киткәндәй тойолдо, ҡулымда ике бәләкәй бала, сит-ят ер... Бар һағыштарымды йырлап, мөңрәп баҫыр инем. Ике баламды йоҡлатып ултырам, үҙем күңелем төпкөләнән сыҡҡан халыҡ йырҙарын әкрен генә һуҙам, улдарым шул моң аҫтында тирбәлеп кенә мыршылдап йоҡлап китә.

Район мәҙәниәт йортонда Нәзифә Ҡыҙрасова етәкселегендә «Гөлләмә» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле ойошторолған. Дәртле һәм моңло ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ансамбль 2008 барлыҡҡа килә. Ошо йылдар эсендә ансамбль район сәнғәтенең йәменә һәм биҙәгенә әүерелде, бер генә мәҙәни сара ла уларҙан башҡа үтмәй тиһәң дә була. Бигерәк тә уларҙың репертуарындағы «Һай, илемдең аҫыл ҡыҙҙары», «Дуҫтарға», «Онот әле тормош мәшәҡәтен», «Тыуған яғым-Хәйбулла» тигән йырҙар тамашасыларҙың иң яратҡан һәм көтөп алған номерҙарына әйләнгән. Үҙе шулай уҡ «Сулпан» халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ансамблендә сығыш яһарға ла өлгөрә.

Район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Таналыҡ» халыҡ театрының режиссеры бер нисә йыл булмағас, был йөктө лә үҙ иңенә ала ул. Әнғәм Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» тигән спектаклен уңышлы сәхнәгә сығарып, халыҡ театрының исемен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур өлөш индерә. Быйыл Аҡъяр Балалар ижад йортонда «Толпар» түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар менән Сәрүәр Суринаның «Сәйәхәтсе әтәс» мажаралы әкиәтен сәхнәгә сығара. Был спектакль менән бер нисә балалар баҡсаһына йөрөп кескәй дуҫтарына нимә яҡшы, нимә насар икәнен, татыулыҡты, берҙәмлекте сағылдырған тамаша менән ҡыуандыралар. Район буйынса «Мәктәп театрҙары» программаһы сиктәрендә үткән конкурста «Толпар» ҙар беренсе урынды яулай. Хәйбулла районының күренекле сәсәндәре Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев һәм Әсмә Усманова исеменә үткән сәсәндәр һәм милли кейем тергеҙеү конкурстарында йыл һайын тиерлек Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың йырлаған йырҙарын йырлап, үҙе эшләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре, селтәр, түшелдерек, кәләбәштәре менән призлы урындар ала.

Әйткәндәй, спортты ла үҙ итә Нәзифә ханым. Йыл һайын район хеҙмәткәрҙәре араһында үткән спартакиадала теннис буйынса беренсе урынды яулай, Урал аръяғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында үткән ярышта ла алдынғылыҡты бирмәй.

Нәзифә Ҡыҙрасованың мөмкинлектәре сикһеҙ, пландары ҙур. Киләсәктә район мәҙәниәтен үҫтереүҙә, йәш быуында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә, уларҙың таланттарын күреп, һәләттәрен үҫтереүҙә ҡулынан килгәнсә тырыша ул. Тик таланттарҙың да үҙҙәренең дә ярҙамға һәм эштәрен баһалауға мохтаж икәнлеген онотмайыҡ. Утыҙ йылға яҡын район мәҙәниәтен үҫтереүгә, уны бар яҡлап танытыуға үҙ өлөшөн индергән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, күрше Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙгә үҙенең йыр-моңон өләшкән, йәш быуында мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, иң мөһиме – үҙ тамашасыһы булған, халыҡтың һөйөүен, алҡыштарын яулаған халыҡсан йырсы күптән инде юғары маҡтаулы исемгә лайыҡ. Район мәҙәниәт бүлеге, район хакимиәте, БР мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған ул. Ваҡытында үҙ таланттарыбыҙҙы күрә белергә, уларҙы күтәрергә тейешбеҙ. Яныбыҙҙа йөрөгән, һайрар өсөн яралған «һандуғастарыбыҙҙы» баһаларға ваҡыт табайыҡ. Шулай ҙа, мәҡәлә геройы әйтеүенсә, яратҡан эше, йыр-моңо, ғаиләһе, туғандары барында тормошта йырлап, халыҡты ҡыуандырып йәшәр көндәре алда әле. Тормош юлын йыр менән үткән ғәжәйеп күңелле, ихлас йөрәкле Һаҡмар һандуғасынан башҡаса яуаптың булыуы ла мөмкин түгел.

Кәримә Усманова

Тормош юлын йыр менән
Тормош юлын йыр менән
Тормош юлын йыр менән
Тормош юлын йыр менән
Автор:
Читайте нас