+16 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Августа 2022, 06:00

Флүрә Килдейәрова: "Сәнғәт - өҙлөкһөҙ хеҙмәт ул"

Маҡтаныуҙан әйтмәйем, бер нисә йыл элек ҡыҙым ниндәйҙер концертҡа барған да: «Инәй, һинең кеүек йырсылар юҡ икән дә хәҙер», ‒ тип аптырап ҡайтҡан. Сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотошто, тере тауышҡа башҡарыуҙы күҙ уңында тотҡандыр, күрәһең. Уның һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәнем, шулай ҙа ҡыҙым тарафынан ифрат ҙур ихтирам, һоҡланыу тип ҡабул иттем быны.

«Сәнғәт – өҙлөкһөҙ хеҙмәт ул...»

Легенда... Башҡорт музыка сәнғәте алиһәһе, һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшкән талант эйәһе... Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова менән әңгәмәләшеү өсөн уның эш урынына ‒ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына килгәйнем. Үҙенсәлекле, ижади мөхит хөкөм һөрә бында. Төрлө музыка ҡоралдары тауышы, кемдәрҙеңдер йырлауы ҡолаҡҡа салына...

Һаҡ ҡына геройымдың кабинетына, йәғни буласаҡ вокал оҫталары шөғөлләнгән класҡа йүнәләм. Флүрә ханымдың дәрестәре тамамланған икән. Кабинетта яңғыҙы ғына. Шулай ҙа әңгәмә барышында әле бер, әле икенсе студенты инеп, остаздарына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте. Флүрә Әхмәтша ҡыҙы иһә уларҙы сабыр ғына тыңлап, кәңәштәрен еткерҙе. Остаз менән уҡыусылары араһындағы дуҫтарса, ихлас мөнәсәбәткә һоҡланмау мөмкин түгел ине... «Уҡытыусы ла, фекерҙәш тә, дуҫ та», тиҙәр уның хаҡта тәрбиәләнеүселәре. Әйткәндәй, әңгәмәне лә остаз һәм уҡыусы хеҙмәттәшлегенә бәйле һорауҙан башлап ебәрҙек:

‒ Флүрә Әхмәтша ҡыҙы, ҡарап торам да, һеҙҙең һаман да йәштәр менән бер тулҡында булыуығыҙға инанам... Күрәм, элекке студенттарығыҙ менән дә бәйләнеште өҙмәйһегеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта кешене вокал серҙәренә төшөндөрөүҙең ябай булмаған хеҙмәт икәнлеген дә аңлайым...

‒ Йәштәр менән эшләүе бер яҡтан күңелле лә, икенсе яҡтан яуаплы ла, мәшәҡәтле лә. Эйе, элекке студенттарым менән дә бәйләнеште өҙгән юҡ. Тауышты көйләү йәһәтенән ниндәйҙер ярҙам кәрәклеген тойһағыҙ, килегеҙ, һеҙҙең өсөн ишектәр һәр саҡ асыҡ, тим. Улар миңә үҙ сабыйҙарым кеүек яҡын да, ҡәҙерле лә. Хәтеремдә, үҙем дә институтты тамамлап, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй башлағас, уҡытыусым Римма Мохтар ҡыҙы Юлдашбаева янына, «зинһар, тыңлап ҡарағыҙ әле, бынау тирәһе килешеп бөтмәгән кеүек», тип йүгереп килә инем. Уҡытыусым тауышты яйға һалып, көйләп ебәрә торғайны. Хәҙер үҙем дә шулай итәм. Мин – уҡытыусы, тәрбиәләнеүселәремдең һәр уңышы өсөн ҡыуанам, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙам.

‒ Бөгөнгө һәр нәмә аҡса менән иҫәпләнгән заманда остаз менән уҡыусының ошондай эскерһеҙ, ихлас уртаҡ хеҙмәте, һис шикһеҙ, ихтирамға лайыҡ...

‒ Эйе, ысынлап та, бөгөнгө йәштәр һәр аҙымын аҡса менән иҫәпләй. Бәлки, шулай дөрөҫтөр ҙә. Әммә беҙ башҡа ҡиммәттәр хөкөм һөргән осорҙа тәрбиәләнгән быуын вәкилдәре. Иң мөһиме – уҡыусыларыбыҙ тейешле кимәлдә сығыш яһаһын, дөрөҫ йырлаһын, дөрөҫ тын алһын, тауыштарын юғалтмаһын, уға ауырлыҡ килтермәһен. Сөнки тауыш – ул ҡорал. Ә вокал тауышы иһә – үтә лә нескә ҡорал. Саҡ ҡына көсәндеңме, тауыш ярыларына зыян килеүе бар. Йырлағанда мускулдар һығылмалы, иркен булырға тейеш. Барыһы ла нисек тын алышыңа бәйле. Ғөмүмән, вокал – ул шундай ҡатмарлы фән. Иң башта һәр студенттың тауышын тын юлына ултыртырға кәрәк. Шунһыҙ һин йырсы түгел, таҙа итеп йырлай алмаясаҡһың.

‒ Ә бына йырға, моңға, сәнғәткә мөхәббәт һеҙгә кемдән бирелгән?

‒ Нәҫелебеҙҙә профессиональ йырсылар юҡ. Шулай ҙа әсәйем яғынан да атайым яғынан да йыр-моңдо үҙ итеүселәр бар ине. Үҙемде яҡынса өс йәшлек сағымдан хәтерләйем. Тап шул йәштә балалар баҡсаһына бирҙеләр. Учалы районының Илсеғол ауылында тыуып үҫтем. Атайым күрше Орловка ауылында алтын приискыһында эшләне. Ундағы хеҙмәткәрҙәр өсөн шул уҡ ауылда балалар баҡсаһы ла асылғайны. Мин дә шунда йөрөп, русса һөйләшергә өйрәндем. Көн дә берәй йыр, шиғыр, таҡмаҡ отоп ҡайтып, инәйем менән атайыма концерт ҡуя инем. Минән башҡа тағы ла ике ҡыҙ, ике ир туғаным булды. Уларҙы ла үҙемсә йырларға, бейергә, төрлө күнекмәләр яһарға өйрәтә торғайным. Элек телевизор юҡ ине бит. Радио ғына булды. Хәтеремдә, беренсе класта уҡығанда атайым «Звезда» тип аталған ҡыҙыл төҫтәге радио алып ҡайтты. Хайран ҡалып, мөккиббән бирелеп йырҙар тыңлай инек шуның аша... Мәжлестәрҙә лә гел генә халыҡ йырҙарын башҡарырҙар ине. Мин шуларҙы ишетеп, ҡолағыма, йөрәгемә һеңдереп үҫкәнмендер инде. Мәктәптә уҡый башлағас, төрлө концерттарҙа ҡатнаша торғайным. Шул йылдарҙа ҡаҙаҡсанан тәржемә ителгән «Әсәйемә» тигән йыр бик популяр булып киткәйне. Шуны йырлаһам, өлкән апай-инәйҙәр илашып ултырырҙар ине. Еренә еткереп йырлағанмындырмы-юҡмы, уныһын әйтә алмайым. Сөнки ул ваҡытта сығышыңды яҙҙырып алырлыҡ мөмкинлек булмаған. Әйткәндәй, үҫкән саҡта йырлап-бейеп кенә йөрөмәнем, бик эшсән дә инем. Атайымдың уң ҡулы булдым. Янында балта, бысҡы тотоп йүгереп йөрөй торғайным. Уларҙың өр-яңы йорт һалып сыҡҡан саҡтары хәтерҙә. Бесән сабыуҙы ла, бесән күбәләүҙе лә булдыра инем. Атайым йыш ҡына мине кәбән башына ла баҫтыра торғайны. Шулай үтте минең бала саҡ...

‒ Атайығыҙ менән әсәйегеҙҙең үҙ-ара, шулай уҡ һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте нисегерәк булып хәтерегеҙҙә ҡалған?

‒ Инәйем, мосолман ҡатыны булараҡ, атайымды бик хөрмәт итте. Атайым эштән ҡайтып, йыуынып табынға ултырғансы бер кем дә өҫтәлгә яҡын килмәй ине. Ғаиләлә ир кеше – баш. Беҙ шулай өйрәнгәйнек. Инәйем уның алдында бейеп кенә торҙо тиергә лә мөмкин. «Ҡара ҡашҡайым минең» тип кенә өндәшә ине үҙенә. Атайым да, инәйем дә төҫкә бик һылыу инеләр.

Атайым менән инәйемдең, үҙҙәренә юғары белем алыу мөмкинлеге тәтемәһә лә, бик юғары рухлы, маҡсатлы булыуҙарына, беҙҙе мотлаҡ белемле, һөнәрле итергә өндәүҙәренә һәр саҡ һоҡландым. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа юғары белемгә эйә булдыҡ. Бер һеңлекәшем бына тигән кондитер; икенсеһе, үкенескә күрә, бик йәшләй мәрхүмә булып ҡалды, ул спортсы ине; ҡустыларым да һынатманы, береһе авиация институтын бөттө ‒ инженер-механик; икенсеһе БДУ-ны тамамланы ‒ биолог.

‒ Ауыл балаһына баш ҡалаға килеп уҡый башлауы еңел бирелмәгәндер?

‒ Өфөгә килеп уҡый башлағас та атайым менән инәйемдең миңә бағлаған ышаныс-өмөттәре юғалып ҡалырға юл ҡуймаған, көс-дәрт өҫтәгәндер. Беҙ, ауыл балалары, таңғы биштән-алтынан тороп уҡыу йортона килә инек. Сөнки нотаны белмәйбеҙ, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү талап ителә. Ҡалала үҫеп, музыка мәктәбен тамамлап килгән студенттарға ҡарағанда, ике тапҡыр күберәк эшләргә, үҙ аллы шөғөлләнергә, кимәлде үҫтерергә тура килде.

Әйткәндәй, мәктәп директоры Ураҙай Латиповҡа рәхмәт: үҙ мәлендә атайыма: «Флүрәне сәнғәт училищеһына алып барып тыңлатып ҡарағыҙ, Әхмәтша ағай, ул йырсы булырға бик теләй, тауышы етерлекме икән», ‒ тип кәңәш бирҙе. Унынсы класта уҡығанда яҙғы каникул мәлендә атайым менән Өфөгә юл тоттоҡ. Сәнғәт училищеһы ошо әле беҙ ултырған бинала ине. Килдек. Шунда бер мөләйем генә ханым тап булды ла атайыма: «Ағай, ни йомош?» – тип өндәште. Ул Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова икән. «Бына, ҡыҙымды тыңлатып ҡарарға ине, йырсы булырға теләй», ‒ тине атайым. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы беҙҙе бер бүлмәгә алып инеп, минең йырлауымды тыңлап ҡараны ла: «Тауышы бар, килһен, әммә имтихандарға әҙерләнер өсөн Үҙәк универмагҡа барып халыҡ йырҙарынан, композитор әҫәрҙәренән торған пластинкалар һатып алығыҙ», ‒ тип атайыма исемлек яҙып тотторҙо. Барып алдыҡ. Бер нисә йырҙы махсус өйрәнеп, имтихан тотоп, уңышлы ғына сәнғәт училищеһы студенты булып киттем. Училищела – дүрт, институтта – биш йыл белем алғандан һуң, үрҙә әйтеп үтеүемсә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башланым.

‒ Профессиональ сәхнәләге тәүге сығышығыҙ, тәүге концертығыҙ хәтерегеҙҙәме?

‒ Опера театрында беренсе партия Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһынан Әминә партияһы булды. Шул опера ныҡ иҫтә ҡалған. Филармониялағыһы «Ава Мария» тип исемләнгән орган концерты булғандыр. Ә былай институтта уҡыған йылдарҙа уҡ ректорыбыҙ, профессор Заһир ағай Исмәғилев, депутат булараҡ, беҙҙе, бер төркөм студенттарҙы – мине, Венер Мостафинды, Ғәли Хәмзинды «Волга»һына ултыртып, үҙе менән райондарға осрашыуҙарға алып сыға ине. Ҙур сәхнәләге тәүге сығыштарым студент йылдарында булды тип әйтергә лә мөмкиндер. Уҡыуҙы бөткәс, Заһир ағай үҙе Опера һәм балет театрына эшкә барырға кәңәш итте. Опера класында Әминә партияһын өйрәнеп, тулыһынса йырлай инем инде. Театрҙа эшләй башлағас, Заһир ағайҙың барлыҡ операларын башҡарҙым, музыкаль комедияларында ҡатнаштым. Һуңынан параллель рәүештә Башҡорт дәүләт филармониһянда эшләй башланым. Сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһарға насип булды. Аллаға шөкөр, олоғайғансы ҙур һорау менән ҡулланылған йырсы булдым. Сөнки репертуарҙа барлыҡ жанрҙар ҙа бар ине. Халыҡ әҫәрҙәрен дә, классиканы ла, эстрада йырҙарын да берҙәй яратып башҡарҙым.

‒ Нәҡ шул жанр күңелемә яҡыныраҡ тип нимәнелер айырым билдәләү юҡ инде?

‒ Юҡ. Һәр концертымды халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәренән башлай инем, Һуңынан классика, романстарға күсәм, эстрада йырҙары ла ситтә ҡалмай. Төрлө телдә сығыш яһаным – шуға халыҡ яратып, ихлас ҡабул итте.

Аллаға шөкөр, тормошомда күп матур кешеләр менән аралашырға тура килде. Яҙыусылар үҙҙәренең пленумдарына, ижад кисәләренә йыш саҡыра ине. Үҙ мәлендә Рафаэль ағай Сафин менән менән берлектә уның шиғырҙары менән үрелеп барған матур-матур концерттар ҡуйҙыҡ. Уларҙы музыкаль йәһәттән Редик Фәсхетдинов, Азат Айытҡоловтар биҙәне. Режиссеры Рифҡәт Исрафилов булды. Филармонияға эшкә килгәс Әнисә Яхина менән дә матур-матур лирик программалар эшләнек. Индира Әсәҙуллина, Гөлшат Кәримова һәм башҡа концертмейстерҙар менән уңышлы хеҙмәттәшлек иттек. Ғәли Хәмзин, Вәхит Хызыровтар менән дуэттар башҡарҙыҡ. Венера Әйүпова, Иҙрис Ғәзиевтар менән дә байтаҡ проекттар эшләнек.

‒ Тамашасылар урамда таный башлағас нимәләр кисерҙегеҙ?

‒ Эйе, бер мәл урамда туҡтатып, миңә рәхмәттәр әйтә башланылар. Бына шул йырыңды тыңланым, тиҙәр. Күңелгә рәхәт ине, әлбиттә. Бер мәлде шундай хәл дә булды, урамда бер таныш булмаған ағай туҡтатты ла: «О, Килдейәрова! Яратып тыңлайбыҙ, һеңлекәш! Шәп йырсы һин! Шулай ҙа халыҡ йырҙары менән генә сикләнмә. Оҙон көйҙәр башҡарып билдәле булып китеүе ауыр, эстрада йырҙарын да репертуарыңа индер», ‒ тип ҡыҙыҡ ҡына кәңәш биреп киткәйне. Мин, ысынлап та, ул ваҡытта халыҡ йырҙары менән ныҡ танылып киткәйнем. Ул осорҙа халыҡ йырҙары бик йырланмай, гел эстрада әйберҙәрен башҡаралар ине. Ғөмүмән, етмешенсе йылдар аҙағында, һикһәненсе йылдар башында Тәнзилә Үҙәнбаева, Ғәли Хәмзиндар менән халыҡ йырҙарын күтәреп алып сыҡтыҡ тип әйтергә лә мөмкин. Кемдәргәлер был бик үк оҡшап та етмәгәндер инде. Кемдәрҙер күберәк эстрада йырҙарын тыңларға теләгәндер. Мин иһә, опера театрында ла эшләгәс, академик манерала йырлауға баҫым яһаным, шул йәһәттән үҫештем. Әммә репертуарымда әҙләп булһа ла композитор әҫәрҙәре бар ине. Ә туҡһанынсы йылдарҙа иһә, донъялар үҙгәреп киткәс, эстрада йырҙарына ла ярайһы ғына урын бирергә тура килде. Әммә һәр ваҡыт концерттарымды оҙон көйҙәрҙән башланым.

Ә бына бөгөнгө көндә миңә ҡалһа, эстрада менән генә мауыҡмай, нәҡ халыҡ йырҙарына иғтибар бирергә кәрәк. Матур, ҡолаҡҡа, йөрәккә ятышлы моңло йырҙар һирәк бит хәҙер. Йырсылар ҙа барыһы ла бер иш: тауыштары игеҙәк төҫлө, кейемдәре лә, үҙ-үҙен тотоштары ла... Әммә араларында көслө тауышлы өмөтлө йәш башҡарыусылар юҡ түгел. Халыҡ әҫәрҙәрен еренә еткереп башҡарырға өйрәнһен ине улар. Миңә ҡалһа, нәҡ халыҡ моңона һыуһаған юғары зауыҡлы тамашасы етерлек бөгөн.

‒ Ниңәлер концерттарҙа һирәк ҡатнашаһығыҙ кеүек... Уҡытыу эшенә бирелеп, сәхнәне иртәрәк ҡалдырҙығыҙ түгелме?

‒ Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була. Бер мәлде үҙемде телевизорҙан ҡарап ултырҙым да, шуға иғтибар иттем: йәш саҡтағы ише төҫ-ҡифәт, буй-һын юҡ ине инде. Етер, мин әйтәм. Үҙ мәлендә сәхнә түрендә булдым. Үҙемде бәхетле ижадсы тип иҫәпләнем. Сәхнәне ҡалдырайым, һәләтемде йырсылар тәрбиәләүгә бағышлайым тигән ҡарарға килдем. Мәскәү әртистәре һымаҡ яһалма рәүештә матурланып, пластик операциялар яһатып, халыҡты биҙҙергәнсе сәхнәнән төшмәй йөрөү яҡлы түгел мин.

‒ Шулай ҙа халыҡ һағына, ярата һеҙҙе. Сәхнәгә сығыуығыҙ үҙе бер байрам. Юбилейығыҙға арналған концерт та шуны иҫбат итте.

‒ Рәхмәт! Бигерәк тә уҡыусыларым менән концерт биреүе үҙемә лә бер байрам төҫлө. Әйткәндәй, етмеш йәшемә арналған бенефисымда Салауат Юлаев ордены тапшырыуҙары һис көтөлмәгән хәл булды. Ижадымды, хеҙмәтемде шулай ҙурлауҙары өсөн Хөкүмәт вәкилдәренә оло рәхмәтемде еткерәм.

‒ Балаларығыҙ һеҙҙең ижадығыҙҙы нисек ҡабул итә?

‒ Өлкән ҡыҙым донъяға килгәндә уҡып йөрөгән сағым ине. Тәүге йылдарҙа инәйем менән атайым ҡарашты. Шулай ҙа үҙем менән гастролдәргә, репетицияларға йөрөткән мәлдәрем дә йыш булды. Улым тыуғанда ҡыҙыма туғыҙ йәш ине инде. Гүзәлемә рәхмәт! Һәр саҡ булышты, ҡустыһын ҡарарға ярҙам итте. Балалар минең ижадыма ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттә булды. Маҡтаныуҙан әйтмәйем, бер нисә йыл элек ҡыҙым ниндәйҙер концертҡа барған да: «Инәй, һинең кеүек йырсылар юҡ икән дә хәҙер», ‒ тип аптырап ҡайтҡан. Сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотошто, тере тауышҡа башҡарыуҙы күҙ уңында тотҡандыр, күрәһең. Уның һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәнем, шулай ҙа ҡыҙым тарафынан ифрат ҙур ихтирам, һоҡланыу тип ҡабул иттем быны.

‒ Концерт мәлендә, йырлағанда нимәләр кисерәһегеҙ?

‒ Әҫәргә ниндәй хис-тойғолар һалынған шуларҙың барыһын да кисерәһең. Тауышың, ым-ишараң, тотош фиғелең менән тойғоларҙы сағылдыра белеү кәрәк.

‒ Ҡаушау кеүек нәмә бөтөнләй булмаймы?

‒ Ҡаушау һәр кемдә була. Тик тамашасынан килгән энергетиканы, йылыны тойҙоңмо, барыһы ла ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Һинең энергияң менән залда ултырыусыларҙың энергияһы бергә ҡушыла ла әйтеп аңлатҡыһыҙ күңел ләззәте кисерәһең. Мөғжизәүи хәл был. Әммә шундай мәлдәр ҙә була, йырлағанда башҡаларҙан килгән насар энергияны ла һиҙәһең. Һәм шул насар йоғонтоно үҙеңдең моңоң, мөхәббәтең ярҙамында еңеп сығаһың, иретәһең. Сәхнә бына шундай мөғжизәгә эйә.

‒ Ә концерт тамамланғас ниндәй тойғолар биләй?

‒ Концерттағы кисерештәрең һинең менән бергә өйөңә ҡайта. Төндәр буйы уйланып сығаһың. Эх, ошо ере саҡ ҡына килеп сыҡманы тип үкенәһең. Һаман да нимәһелер күңелеңде ҡырып тора әле ул. Барыһын да ҡабат-ҡабат баштан уҙғараһың. Уның ҡарауы, икенсе юлы нисек дөрөҫөрәк эшләргә кәрәклеген беләһең...

Сәнғәт ‒ өҙлөкһөҙ хеҙмәт ул. Мейенең һәм йәндең туҡтауһыҙ эҙләнеүе. Студенттар менән эшләгәндә лә шул уҡ хәл. Улар хаҡында ла уйланаһың. Тауышы асылып китһен өсөн нимә эшләргә, ниндәй күнегеүҙәр бирәйем икән тип баш ватаһың. 

‒ Элекке студенттар менән бөгөнгөләре араһында айырма бармы?

‒ Бер ҙә айыра алмайым. Сөнки минең класта балалар ҙур теләк менән йөрөй. Һис тә буш ултырғаным юҡ. Береһе артынан икенсеһе килеп кенә тора. Көнөнә туғыҙ студент менән эшләйем.

– Уларҙың барыһы ла башҡорт халыҡ йырҙарына ла өйрәнәләр инде?

‒ Башҡорт халыҡ йырҙарын бит барыһы ла йырлай алмай. Һәләте булғандарға ғына өйрәтәм.

‒ Шулай ҙа эш менән генә йәшәп булмай. Моғайын тағы ла ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, яратҡан шөғөлдәрегеҙ ҙә барҙыр?..

‒ Иң ҙур йыуанысым, тәғәйенләнешем ошо эшем тип әйтә алам. Ул миңә йәшәргә көс, энергия бирә. Тормошомда төрлө ауырлыҡтар ҙа булды. Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы, ғазаптарҙы ла эш менән еңдем. Ноталарымды ҡулға алдым да, фортепиано артына ултырҙым. Күңелемдәге бар хәсрәтемде йыр менән сығарҙым.

Эйе, студенттар менән эшләү күп кенә энергияны сарыф итә. Ҡайһы берҙә бер нәмә лә уйламай, бер нәмә лә тыңламай ғына ял итеү мохтажлығы тыуа. Шуға ла күберәк ваҡытымды ҡаланан, шау-шыуҙан ситтә үткәрергә тырышам. Олоғая килә үҙем руль артына ултырҙым. Баҡса һатып алдым. Өй төҙөнөм. Эштән һуң шунда ашығам хәҙер. Ер эше менән булышам. Сәскәләр, емеш-еләк, төрлө үҫентеләр үҫтерәм.

‒ Ниндәйерәк хужабикә һеҙ, Флүрә ханым? Нимәләр бешерергә яратаһығыҙ?

‒ Белмәгән эшем юҡ. Әгәр ҙә кәйефем бар, күңел һалып эшләйем икән, барыһын да булдырам. Әхирәттәремде, балаларымды саҡырып ҡунаҡ итергә яратам. Мин шуныһы менән бәхетле: йылдар дауамында һыналған, мине ярты һүҙҙән аңлап торған дуҫтарым бар. Тәнзилә Үҙәнбаева, Гөлдәр Моратова, Әнисә Яхина – шулар иҫәбендә. Өлкәнәйгәс, балалар үҙ тормошо менән йәшәй башлағас, шундай яҡын дуҫтарың булыу үтә лә мөһим икән...  

‒ Һеҙҙеңсә ижадтың, сәнғәттең төп маҡсаты нимәлә? Әңгәмәне йомғаҡлап, шул хаҡта ла үҙ фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?

‒ Сәнғәт – ул бөйөклөк, серлелек, илаһилыҡ. Ижадтың маҡсаты әүәлгесә кешелә юғары тойғолар тәрбиәләү, уйланырға саҡырыу. Үкенескә күрә, бөгөн ҡиммәттәр үҙгәрҙе. Ҡайһы бер хәшәрәт күренештәрҙе лә сәнғәт өлгөһө тип күрһәтергә маташалар хәҙер. Һәм бәғзе берәүҙәр шуны ҡабул итә. Әммә был оҙаҡҡа бармаясаҡ. Сөнки әҙәм күңеле ҡояшҡа үрелгән гөл кеүек һәр саҡ матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла...

‒ Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Тағы ла оҙаҡ йылдар башҡорт сәнғәтенә хеҙмәт итергә һәм эшегеҙҙең емештәрен татып йәшәргә яҙһын һеҙгә!

Гөлшат Ҡаһарманова

Флүрә Килдейәрова: "Сәнғәт - өҙлөкһөҙ хеҙмәт ул"
Флүрә Килдейәрова: "Сәнғәт - өҙлөкһөҙ хеҙмәт ул"
Автор:
Читайте нас