+19 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
16 Августа 2022, 09:00

Мәңгелектең ауазы булып...

Бынан өс тиҫтәнән ашыу йылдар элек талантлы рәссам Әхмәт Лотфуллиндың студенты, йәш ҡыл ҡәләм оҫтаһын, «был егет башҡорт һынлы сәнғәтенең киләсәге» тип дуҫы, данлы Мостай Кәрим менән таныштыра.

Мәңгелектең ауазы булып...Мәңгелектең ауазы булып...
Мәңгелектең ауазы булып...

Аҡ йорт янындағы фонтандар тәңгәлендәрәк була был хәл. Әлеге өсәү ижад хаҡында фекер уртаҡлашып килә икән. Мостай Кәрим ниндәйҙер әҫәр өҫтөндә эшләүе, әммә тамамлап ҡуя алмауы хаҡында бәйән итә. «Һеҙгә, рәссамдарға, еңелерәктер ул, оҫтаханаға бикләнәһегеҙ ҙә, бер кем дә ҡамасауламай, рәхәтләнеп ижад итәһегеҙ», – тигән фекер әйтеп һалған ул. Шунда баяғы йәш рәссам: «Юҡ, минеңсә, һеҙ яңылышаһығыҙ, Мостафа Сафич, рәссамға яҙыусыға ҡарағанда ауырыраҡ ул», – тип бәхәскә ингән. «Шулай тип уйлайһыңмы, ҡустым? Ә ниңә? Йә берәй төплө генә дәлил килтер», – тигән Мостай. «Бына шундай картинаны күҙ алдына баҫтрығыҙ әле: Зөфәрҙең һул аяғы һыҙлай, ҡатыны Айгөл уны ташлап киткән, әлеге мәлдә уға бик ҡыйын... Ошо хәл-ваҡиғларҙы, геройҙың күңел торошон, яҙыусы бер һөйләм менән аңлатып бирә ала. Ә рәссам булһағыҙ, уны кртинала нисек сағылдырыр инегеҙ?» – тигән һорау менән яуап биргән был һорауға йәш рәссам. Ҡапыл барыһы ла һүҙһеҙ ҡалған. Шулай өнһөҙ генә Туҡай урамы буйлап үргә табан атлағандар. Байтаҡ дауам иткән был тынлыҡ. Йәш рәссам: «Эх, ике бөйөк шәхес алдында шундай һүҙ һөйләргә яраймы һуң инде? Улар кем дә, мин кем? Нисек оят булды, ә!» – тип үҙен-үҙе битәрләгән. Шунда Мостай уйсан йылмайып: «Ә бит һин хаҡлы, ҡартлас», – тигән. Ошо хәлдән һуң ул йәш рәссамға һәр саҡ аҡыл эйәһе, философ тип өндәшер булған. Был ике бөйөк шәхесте өнһөҙ ҡалдырған егет иһә ул саҡтағы йәш ҡыл ҡәләм оҫтаһы, бөгөн танылған рәссам, профессор, Өфө дәүләт сәнғәт иститутының һынлы сәнғәт факультеты деканы Әмир Миңлевәли улы Мәзитов булған.

Шулай итеп, Ә.Лотфуллиндың ул саҡтағы тәрән фекерле, талантлы студенты бөгөн үҙе рәссамдарҙың остазы. Ифрат белемле лә, талапсан да, ғәҙел дә, – тиҙәр уның хаҡында студенттары. Ә ижады башҡорт халҡының ғына түгел, тотош кешелектең рухи ҡиммәттәрен һынландыра. Авторҙың һәр картинаһына тәрән фәлсәфә һалынған. Әҫәрҙәре уйланырға яратҡан әҙерлекле тамашасы өсөн. Әмир Миңлевәли улы менән әңгәмәлә һүҙ рәссамдың ижад ҡомары, эҙләнеүҙәре, уйланыуҙары хаҡында...

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВАның Әмир Мәзитов менән әңгәмәһен тулыһынса "Тамаша" журналының 4-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас