«Арғымаҡ»тар күп ваҡыт Рәсәй исеменән сығыш яһай һәм донъяның бик күп коллективтары араһында этно-музыка, этно-хит номинацияларында оҫта башҡарыусы исеме өсөн көрәшә.
Башҡорт сәнғәте донъяһында «Арғымаҡ» тип аталған заманса төркөм булдырырға йыйынғас, күптәр ышанмай, көлөп кенә ҡуя, ниндәй башҡорт этно-рок төркөмө булһын ти инде?! Әммә егеттәр һайлаған юлдан ситкә тайпылмай. Тырышлыҡ, сәм, маҡсатлы даими хеҙмәт емеше булып барлыҡҡа килә был төркөм.
«Арғымаҡ»тың тәүге репетицияһы 2009 йылда була. Яйлап коллектив туплана. Беренсе концерттарын 2011 йылдың йәйендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ҡуялар.
Бөгөнгө башҡорт сәнғәтендә, йәмғиәтендә матур өлгө булырлыҡ ир-егеттәребеҙҙең береһе булған «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе һәм солисы Ринат Рамаҙанов менән ҡыҙыҡлы әңгәмәне "Тамаша" журналының 4-се һанында уҡый алаһығыҙ.