Уҡыуҙы тамамлап йөрөгән саҡта, радиола практика үткәндән һуң юғалып торғас, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының радио тапшырыуҙары студияһы баш мөхәррире Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева мине көткән булып сыҡты. Ғафури урамындағы магазинда осраҡлы ғына күрешкән саҡта, ул әсәләрсә хәл-әхүәлемде һорашып, радиоға эшкә саҡырҙы. Ике йәше лә тулмаған кескәй улым Салауатты баҡсаға урынлаштырып, телеүҙәккә юлландым. Был көндө Рита Өмөтбаева телеүҙәккә саҡырһа, Хәлил Мутлу «Заман Башҡортостан» төрөк гәзитенә саҡырып килде. Ул гәзиткә юлды миңә Гөлназ Ҡотоева асып, мәҡәләләрем даими баҫылып тора ине.
Ете йыл телеүҙәктә эшләй йәш белгес. Эшен яратһа ла, матбуғат журналисы булыу теләге тынғы бирмәй. Земфираның башҡорт баҫмаларын яратыуын һүҙ менән генә түгел, эш менән дә дәлилләүсе ғәмәле – «Йәншишмә»не ҡотҡарайыҡ!» тип аталған акцияһы асыҡ миҫал булып тора. Республика уҡыусыларының уртаҡ трибунаһы булған «Йәншишмә» гәзитенең тиражы ныҡ кәмеүенә йөрәге әрнегән элекке «йәш хәбәрсе» балалар һәм үҫмерҙәр, йәғни киләсәк быуын өсөн сыҡҡан гәзитте ҡурсалап ошондай саҡырыу ташлай: «Һәр ваҡыт «Йәншишмә»нең Йәш хәбәрсеһе булып ҡалам һәм башҡа «Йәш хәбәрсе»ләрҙе лә беҙҙе яҡтылыҡҡа әйҙәгән, күптәребеҙгә дөрөҫ йүнәлеш биргән, яратҡан гәзитебеҙгә һәм, әлбиттә, башҡа милли баҫмаларыбыҙҙың бөгөнгө хәленә күҙ йоммай ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә саҡырам! Бизнеста хәтәр егәрле, йүнсел була алғанығыҙҙы һәм бының өсөн бер ҙә аҡса йәлләмәгәнегеҙҙе беләм. Әйҙәгеҙ, «Йәншишмә» гәзитенә лә бизнес селтәренә нисек инәбеҙ, шулай яҙылайыҡ: мин яҙылам да үҙемдең артымдан ике кешене яҙҙыртам. Һәм шулай дауам итә». Шәп алым бит был!
«Атайсал» гәзитендә эшләгәндә реклама хеҙмәтен бик йәнләндереп ебәрә ойоштороу һәләтенә эйә Земфира. Төрлө акциялар уйлап сығара. Ғөмүмән, һәр төрлө яңы идеяларға бай ҡыҙ журналист булараҡ та, радио тапшырыуҙар әҙерләүсе булараҡ та күп ҡырлы эшмәкәрлек алып бара.
Тәүге радиотапшырыуы хаҡында һорашҡас, түбәндәгеләрҙе һөйләне бөгөнгө геройым.
– Химия фәненә булған һөйөүем шул тиклем көслө булғандыр, тәүге тапшырыуымды ла мин химия факультетынан башлап ебәрҙем.
Хәтерләйһегеҙҙер, илебеҙҙәге оҙайлы дефициттан һуң 90-сы йылдар башында ҡапыл сит илдән килтерелгән тауарҙар, өҫ һәм аяҡ кейемдәре менән баҙар тултырып һатыу башлағайны. Был кейемдәрҙе үҙебеҙҙә тегеп булмаймы ни?! Дубленкалар, тундар өсөн сеймал бөткәнме? Күпме мал, һарыҡ аҫырай хужалыҡтар?! Мине ошо сетерекле хәл борсой ине.
Был теманы миңә бер кем дә кәңәш итмәһә лә, әле генә эш башлап торған, тәжрибәһеҙ көйө ошо һорауҙар менән Өфө дәүләт технология һәм сервис институтының химия факультетына барып индем. Йөрәк саҡырыуым бында дөрөҫ алып килгән булып сыҡты.
Факультеттың деканы, химия фәндәре кандидаты Зәйтүнә Йәмғетдин ҡыҙы Йәнбирҙина мине өс һүҙҙән аңлап, теманы асып, башҡортса шартлатып һөйләне лә бирҙе. Хатта уның сығышына монтаж да кәрәкмәй булып сыҡты...
Зәйтүнә Йәмғетдин ҡыҙы үҙе генә һөйләгәне аҙ булыр тип, факультеттың тағы бер уҡытыусыһын тәҡдим итте. Шунда уҡ деканатҡа уҡыу йортоноң доценты, тарих фәндәре кандидаты Рафаэль Миһран улы Агишевты саҡырып алды. Был зәңгәр күҙле һәм асыҡ йөҙлө ағайҙың да саф башҡортса ыҡ-мыҡ итмәйенсә һөйләгәне һаман да хәтеремдә.
– Ниндәй темаларға проекттар, тапшырыуҙар эшләүҙе хуп күрәһең?
– Өс бала әсәһе булараҡ,тормошобоҙ биҙәге, ҡото булған балалар хаҡында ижад итәм. Уларҙың йәшәйешен йәмләгем, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ваҡиғалар менән байытҡым килә.
Башҡарылған эштәребеҙҙең күбеһе нәҡ бала саҡҡа бәйле. Һуңғы биш йыл эсендә генә байтаҡ ҡына ҡыҙыҡлы проекттар ойошторолдо.
Балалар сәнғәт мәктәбендә ойошторолған «Сулпан» өлгөлө ансамбленең талантлы ҡыҙҙары һәм малайҙары ҡатнашлығында клип төшөрҙөм.
Ансамблдең етәксеһе, Сибай Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гүзәл Шакирйән ҡыҙы Баяноваға мөрәжәғәт иткәйнем, ул эште оҙаҡҡа һуҙа торғандарҙан түгел, тәҡдимемде эләктереп тә алды. Режиссер Айгиз Ғабдуллинға йырҙарҙы ебәргәс, Гүзәл Баянованың Зөһрә Фәйзуллина һүҙҙәренә яҙған «Ҙур үҫербеҙ әле» йырын һайлап алып, әҙерлек эштәре башланды. Йәйҙең тәүге ике көнөндә шулай итеп, ҡатмарлы ғына клип төшөрөлдө.
Хәҙер «Сулпан»дың ул ваҡыттағы йондоҙҙары ҙурайҙы инде, араларында мәктәпте тамамларға йөрөгәндәре лә бар. Сибай ҡалаһын данлаусы сағыу проект булған был клип бала саҡ хаҡында бер матур иҫтәлек ул.
Милли кәсептәр, файҙалы, кәрәкле һөнәрҙәр тураһында тапшырыуҙар эшләргә тырыша инем. Умартасылыҡ хаҡында республикабыҙҙың Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡованың атаһы Ивний Вәхит улы менән дә тапшырыу бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты.
Иң күңелле һәм сағыу эфирҙарымдың береһе булып иҫтә ҡалғаны Башҡорт әҙәбиәте классигы, билдәле драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжиб Асанбаев менән һөйләшеү. Еңеү байрамы айҡанлы әҙерләнгән был тапшырыуҙы хеҙмәттәшем Тимур менән алып барҙыҡ.
– «Бөгөнгө көн шундай матур, ҡояшлы! Янымда көләс йөҙлө, дәртле йәштәр ултырғанға ла кәйеф тағы ла күтәрелеп китте», тип эфирҙы башлап ебәреүе һаман да хәтерҙә.
Нәжиб Асанбаев һуғыш башланыр алдынан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Рязань артиллерия училищеһын тамамлай. «Һуғыштың алғы һыҙығында батарея командиры булдым», тип һөйләне Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исемдәрен йөрөтөүсе күренекле шәхесебеҙ, Башҡорт әҙәбиәтенә һәм драматургияһына тос өлөш индергән Нажиб Асанбаевты оло ихтирам менән иҫкә алам.
Һәр ваҡыт яңы идеялар менән янып йәшәүсе Земфира Ғирфанова алдынғы ҡарашлы, талантлы замандаштарыбыҙ хаҡында видеояҙмалар төшөрә. Уның тәүге продюсерлыҡ эше – «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле башҡарыуында «Ҡәйүм ҡарт» йырына клип. Уның һәр эше халҡыбыҙҙың милли ҡиммәттәрен, традицияларын һаҡлауға һәм пропагандалауға йүнәлтелгән. Проекттың режиссеры – Айгиз Ғабдуллин. Улар бергәләп Аvi студияһының эшен йәнле алып бара. Студияла төшөрөлгән һәр ижади эштең, нәфис йәки документаль фильм булһынмы, 4–5 минутлыҡ клипмы, үҙ тарихы бар.
Эштән ләззәт ала улар. Хыялды тормошҡа ашырып, милләттәштәренә рухи ҡиммәттәр бүләк итеп ҡыуандыра алыуҙан бик ҡәнәғәт үҙҙәре.
Күптән түгел Земфира Ғирфанова «Эшлекле ҡатын» проекты өҫтөндә эшләй башланы. Маҡсаты – урындағы уңғандарҙы, үҙҙәрен-үҙҙәре үҫтергән уңышлы ҡатындарҙы күтәрмәләү. Был ижад емеше менән ул Сибайҙың эшлекле мөхитен һәм милләтебеҙҙең уңған, талантлы ҡыҙҙарын халыҡҡа күрһәтергә теләй. «Видеояҙмаларҙы ҡарап, кеше мөмкинлектәренең сикһеҙлеген, һәр кемдең үҙ еребеҙҙе йәмләп йәшәй алыуын күрһәткем килә», – ти проект авторы Земфира Ғирфанова.
Миләүшә Ҡыҙрасова.
Мәҡәләне тулы килеш журналыбыҙҙың яңы август һанында уҡый алаһығыҙ.