Тамашаның, концерттың нисек үтеүе артистарҙан ғына түгел, йыш ҡына алып барыусынан да тора. Һәйбәт сараның кимәлен сәхнәлә мәғәнәһеҙ һүҙҙәр һөйләп тороусылар төшөргәненә шаһит булған бар. Шулай уҡ уртаҡул ғына концертты ла оло байрамға әүерелдергән «тылсым эйәләре» осрай. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира ЮЛДАШЕВА алып барған саралар һәр ваҡыт матур була: тәрән мәғәнәле шиғырҙар, урынлы шаяртыуҙар һәм тамашасыларҙың күңеленә уйылырлыҡ итеп башҡарыу. Ә бит уға тормошоноң иң ҡайғылы мәлдәрендә – көләс йылмайып, бәхеттән осонор саҡтарында етди булып концерт программаларын, байрамдарҙы алып барырға тура килә.
– Эльмира, барлыҡ уңыштарыңа башланғыс булған бала сағың тураһында нимәләр һөйләр инең?
– Хозур тәбиғәтле Йылайыр районының Юлдабай ауылында тыуғанмын. Ҡурайсыларға һәм башҡа таланттарға бай төбәк ул. Ғаиләбеҙҙә өс бала инек. Иң олоһо һәм берҙән-бер ҡыҙ булараҡ, әсәйемә ярҙам итеп, бәләкәйҙән өй эштәрен белеп үҫтем.
Мәктәпкә тиклем йыш ҡына ауырығаным иҫемдә. Тиҙ генә һыуыҡ тейеп бара ине. Кем икәнен белмәйем, әсәйемә бер ҡатын: «Был бала үҙ-үҙенә бикләнгән. Уны асыу өсөн бейеү, театр кеүек түңәрәккә бирергә кәрәк. Бер ыңғайҙан тәне лә сынығыр», – тигән. Шунан һуң мин сәхнә кешеһенә әүерелдем. Сәлимә Яманғолова балалар театрын етәкләне, йырлы-бейеүле әкиәттәр ҡуя торғайныҡ. Ҙурая биргәс, Мәҙинә Айсыуатова мине мәҙәниәт йортонда үҙе етәкләгән халыҡ театрына уйнарға саҡыра башланы. Мандолинала уйнарға өйрәндем, хорҙа йырланым. Сажидә Моталлапова етәкселегендәге бейеү ансамблебеҙ ҙә көслө булды. Өйҙә эш күп, барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнашам, шул уҡ ваҡытта дәрестәр әҙерләп тә өлгөрә инем. Белем алыуға етди ҡараным, шуғалыр һәйбәт уҡыным. Үҙемә шундай әүҙем тормош оҡшай ине.
Атайымдар яғынан туғандарым барыһы ла һәләтле – ҡурайҙа, баянда уйнанылар. Юлдашевтар нәҫелен бөтәһе лә белә. Әсәйем сығышы менән Баймаҡ районынан, матур итеп шиғырҙар һөйләй торғайны, йырларға яратты. Әммә талантлы булыуға ҡарамаҫтан, улар сәхнә тормошо менән йәшәмәне. Үҙ һөнәрҙәренә, донъя көтөүгә әүәҫ булдылар. Шулай ҙа әсәйем миңә бәләкәйҙән: «Арҡаңды төҙ тот, матур итеп ултыр, аҙымдарыңды ваҡ итеп ал», – тип әйтеп кенә торҙо. Был һабаҡ сәхнә кешеһе өсөн бик мөһим, кескенә сағымдан үҙемде лайыҡлы тоторға өйрәндем. Хәҙер мин балаларымды ла шулай өйрәтәм. Был матурлыҡ өсөн генә түгел, һаулыҡ өсөн дә файҙалы.
Сәнғәт юлынан китергә теләүем ата-әсәйемде артыҡ шатландырманы. Әммә ҡырҡа ҡаршы ла төшмәнеләр: «Уҡырға инә алһаң, һөнәреңде яратһаң, фатиха бирәбеҙ», – тине улар.
(Гөлнур Ҡыуатованың Эльмира Юлдашева менән әңгәмәһен тулыһынса "Тамаша" журналының 4-се һанында уҡый алырһығыҙ.)