+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Августа 2022, 10:00

– Айҙар, һин дә, мин дә гимназистар, тигән һымаҡ, республикалағы данлы Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусыһың. Әйт әле, буласаҡ һөнәреңә һөйөү тап гимназияла барлыҡҡа килдеме?

-

Айҙар Шәмсетдинов:

илһамды тамашасы һөйөүенән туплайым

Айҙар Шәмсетдинов, Хәйбулла егете, 30 йәш, өйләнгән, Йәсминә исемле ҡыҙ һәм Сархан исемле ул үҫтерә. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Тамашасыға «Йәш йөрәктәр»ҙә – Ғилмитдин (Ф.Бурнаш), «Гөлбостан»да – Бикмырҙа (Ҡ.Даян), «Урал батыр»ҙа – Йәнбирҙе, «Мөхәббәт ҡоштары»нда – Шамай (И.Йомағолов), «Хыялға ҡаршы»ла – Тәрбиәсе (А.Баймөхәмәтов), «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә Горелый (Г.Яхина) һәм башҡа ролдәре менән таныш.

– Айҙар, һин дә, мин дә гимназистар, тигән һымаҡ, республикалағы данлы Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусыһың. Әйт әле, буласаҡ һөнәреңә һөйөү тап гимназияла барлыҡҡа килдеме? Сөнки мин, мәҫәлән, тәүге тапҡыр профессиональ театрға тамаша ҡарарға гимназияла уҡығанда барҙым, әле лә иҫемдә «Сәсәндәр» спектакле ине...

– Минең театрға булған һөйөүем иртәрәк башланды. Йәнтештә уҡығанда мәктәптәге драма түңәрәгенә, шунан клубтағы драма түңәрәгенә йөрөнөм. Беҙ клубта ҡуйған спектаклдәр менән район кимәлендә үткәрелгән театр фестивалдәрендә призлы урындар яулай инек. Ғөмүмән әйткәндә, сәнғәткә булған мөхәббәт ата-әсәйемдән килә. Әсәйем матур итеп йырлай, ә атайым иһә, заманында театр институтына уҡырға ингән булған. Тормош ауырлыҡтары арҡаһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға уҡыуҙы ташларға тура килә. Ә бына мин уның һайлаған юлын лайыҡлы дауам итәм, тип уйлайым. Йырға бик үк һәләт ле түгелмен, мин тик пародиялар эшләргә яратам. Уҡыған саҡта Фидан Ғафаров, Филлипп Киркоров, Салауат Фәтхетдиновтарға пародия эшләгәйнем. Профессиональ театрҙы ла мин ауылда уҡыған саҡта уҡ күргәнем булды. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры йыш ҡына беҙгә гастролдәргә килә торғайны. Әйткәндәй, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының тәүге тамашаһы минең өсөн ул ваҡытта яңы ғына Щепкин училищеһын тамамлап ҡайтҡан артистарҙың концерты ине. Пародиялары менән Артур Ҡунаҡбаев ныҡ иҫемдә уйылып ҡалғайны. Гимназияға туғыҙынсы класҡа уҡырға килдем. Һәм минең тәүге һорауым шул булды: «Бында драма түңәрәге бармы?» Гимназияла драма түңәрәгенә ихлас йөрөнөм.

– Гимназияла бит балаларҙы төрлө яҡтан камил итеп үҫтерергә тырышалар. Ни өсөн тап театр сәнғәтен һайланың? Һиҙеп торам, һинән бынамын тигән спортсы, йә дәүләт эшмәкәре лә сығыр ине...

Ихлас һөйләшеүҙең дауамын журналыбыҙҙың август һанында уҡый алаһығыҙ - 12 августа сыға)

– Айҙар, һин дә, мин дә гимназистар, тигән һымаҡ, республикалағы данлы Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусыһың. Әйт әле, буласаҡ һөнәреңә һөйөү тап гимназияла барлыҡҡа килдеме?
– Айҙар, һин дә, мин дә гимназистар, тигән һымаҡ, республикалағы данлы Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусыһың. Әйт әле, буласаҡ һөнәреңә һөйөү тап гимназияла барлыҡҡа килдеме?
– Айҙар, һин дә, мин дә гимназистар, тигән һымаҡ, республикалағы данлы Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусыһың. Әйт әле, буласаҡ һөнәреңә һөйөү тап гимназияла барлыҡҡа килдеме?
– Айҙар, һин дә, мин дә гимназистар, тигән һымаҡ, республикалағы данлы Рәми Ғарипов исемендәге беренсе Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусыһың. Әйт әле, буласаҡ һөнәреңә һөйөү тап гимназияла барлыҡҡа килдеме?
Автор:
Читайте нас